Дандары ҡайтты халҡына

…Алыҫ йылдташар төпкөлөндәге тарихҡа шаһит Баймаҡ районы республиканың 100 йыллығына ҡарата бихисап эштәр башҡара. Был юҡҡа түгел. Тап ошо төбәктә халҡыбыҙҙың киләсәк яҙмышы, Башҡортостан дәүләтенең ҡоролошо хаҡына янып-көйөп, утҡа-һыуға ингәндәр, яңыса сәйәсәт һәм тормош өсөн фиҙакәр көрәшкәндәр.
Ошо көндәрҙә Баймаҡ ҡала­һының тарихты өйрәнеү музейы алдында Ғабдулла Иҙел­баев менән Ғимран Маға­зовтың исемдәрен мәңге­ләштереү маҡсатында иҫтәлекле стела асылды. Йөҙ йылдан һуң дандары туған халҡына ҡайтарыл­ған шәхестәргә ҡуйылған стеланың тап ошонда урынлашыуы юҡҡа түгел. Музей Беренсе Башҡорт ғәскәренең штабы урынында ултыра, офицерҙар Ғабдулла Иҙелбаев менән Ғимран Мағазов та бында ҡулға алына.

Ғимран Мағазов 1918 йылдың башында Башҡорт Хөкүмәте ҡушыуы буйынса Әмир Ҡарамышев һәм Ғабдулла Иҙелбаев менән берлектә Бөрйән-Түңгәүер кантонына Башҡорт ғәскә­ренең I Башҡорт полкын ойоштороуҙа етәкселек итеү өсөн ебәрелә. Тарихи сығанаҡтарға ярашлы, ул Силәбе өйәҙе Ырымбур губернаһының Асҡар ауылында тыуған. 1918 йылдың 4 мартында С. Цвиллингтың бойороғо менән Баймаҡ эшсе-депутаттар советы вәкилдәре ҡулға алына.
Ғабдулла Иҙелбаев сығышы менән Күгәрсен районы Теләүембәт ауылынан. Ул үҙ осоро өсөн бик уҡымышлы зыялыларҙың береһе иҫәпләнә. Ҡазан университетының юридик факультетын тамамлаған белгес булараҡ, төрлө йылдарҙа етәксе урындарҙа эшләй, депутат һәм офицер була.

1918 йылдың 4 мартында Әмир Ҡарамышев етәкселегендәге башҡорт отрядтары Башҡорт Хөкүмәте ағзаларын азат итеүҙе талап итә һәм Баймаҡты ҡамауға ала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 7 мартта эшселәр һәм ҡыҙылармеецтар суды ҡарары менән Ғимран Мағазов, Ғабдулла Иҙелбаев һәм дүрт поляк офицеры, һалдаттар атып үлтерелә.
Башҡорт Хөкүмәтен төҙөүгә үҙ өлөшөн индергән шәхестәрҙе асыҡлау һәм уларҙың исемдәрен мәңгеләштереү буйынса Баймаҡ районы етәкселегенең һәм район ҡоролтайының эше маҡтауға лайыҡ. Тап уларҙың тырышлығы менән шанлы йылдарҙың ҡорбаны булған шәхестәребеҙҙең исемдәре халҡына ҡайтарыла, уларға таҡтаташтар, стелалар ҡуйыла.

К.Ишбулдина.

Leave a comment

Your email address will not be published. Required fields are marked *