«Сыңрау торна» фестивале еңеүселәрҙе асыҡланы

ijvggcCanxIДыуан районы Арый ауылы мәҙәниәт йортонда II «Сыңрау торна» фольклор фестиваль-конкурсы үтте. Байрам 2020 йылдағы фольклориадаға һәм Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналды.

«Башҡорт фольклорын һаҡлау һәм пропагандалау, Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында эшләп килгән иң яҡшы фольклор коллективтарын асыҡлау һәм уларҙың оҫталығын арттырыу маҡсатында фестивалде икенсе йыл рәттән үткәрәбеҙ. Быйыл ҡатнашыусылар иҫәбе артты, Дыуан, Мәсетле һәм Салауат райондарынан 11 коллектив ҡатнашты, – тип хәбәр итте Дыуан районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ринат Байрамғолов.

– Фестивалгә Өфөнән белгестәр ебәргән һәм бүләктәр менән ныҡ ярҙам иткән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллинға рәхмәт», – тип билдәләне Ринат Риза улы.

Мәсетле районының Яуыш, Дыуан-Мәсетле ауылдары, Дыуан районының Ҡаракүл ауылы, Салауат районының Малаяҙ ауылы коллективтары бай күргәҙмә әҙерләгән.

Ижади коллективтар ҡар һыуына барыу, кис ултырыу, имләү, кейеҙ баҫыу, йома сәйе, кәкүк сәйе кеүек милли йолалар һәм байрамдарҙы сәхнәләштергән.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы булдырған Гран-приға Салауат районы Иҙелбай ауылынан «Йорүҙән ынйылары» фольлор коллективы лайыҡ булған. Еңеүселәргә ҡурай һәм ҡумыҙ комплекты тапшырылған.

Малаяҙҙан «Шәрҙәле» һәм Мәсәғүттән «Әйлеләр» коллективы ансамбле – I урын, Мәсетле районы Дыуан-Мәсетле ауылынан «Зөбәржәт» ансамбле – II урын, Дыуан районы Арый ауылы мәҙәниәт йорто коллективы һәм Ҡаракүл ауылы фольклор коллективы III урын яулаған.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзалары, ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы директоры урынбаҫары Марат Ғилманов һәм Ҡоролтай аппараты баш белгесе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлназ Аҡнаҙарова жюри составында эшләне.

 

Фотоальбомды ошонда ҡарарға мөмкин.

Leave a comment

Your email address will not be published. Required fields are marked *