Рәсәй төбәктәрендә ҡоролтайҙар үтә

9 мартта Калуганың Матбуғат йортонда (Марат урамы, 10) Калуга өлкәһе башҡорттары йыйыла. Ойошма рәйесе Салауат Әсфәтуллин хәбәр итеүенсә, ултырыш иртән 11-ҙә башлана. 10 мартта Тверь ҡалаһында ҡоролтай ултырышы билдәләнгән. «Милләттәштәребеҙҙе «Затверецкий» мәҙәниәт һарайында (Академик Туполев урамы, 105) көндөҙ сәғәт 2-лә көтәбеҙ», – тип хәбәр итте ҡоролтай рәйесе Марат Бәхтиев.
Continue reading…

 

Ростовта башҡорттарҙың шанлы үткәнен барлайҙар

Ростов башҡорттары Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығын ғилми сара – «Рәсәй тарихында башҡорт халҡының хәрби тарихы биттәре. 1798-2019 йылдар» тип аталған төбәк-ара түңәрәк өҫтәл менән билдәләй. Сара 14 мартта Дондағы Ростов ҡалаһында үтә. Унда Башҡортостандың кантонлыҡ системаһынан алып Наполеонға ҡаршы көрәш, Граждандар һуғышы, 112-се Башкавдивизия, арҙаҡлы шәхестәребеҙ Муса Гәрәев, Миңлеғәли Шайморатов һәм хәҙерге заманда Рәсәй һағында торған башҡорттар темаһы […]
Continue reading…

 

Себер башҡорттары туплана

16 мартта Новосибирскиҙа Көньяҡ-көнбайыш Себер башҡорттарының дөйөм ҡоролтайы үтә. Ҡорға Алтай крайынан, Кемерово, Новосибирск, Омск, Томск өлкәләренән һәм Алтай Республикаһынан милләттәштәр йыйыла.
Continue reading…

 

Ырып-ырып башҡорт тарихы яҙылған ул Ырымбурҙың нигеҙ ташына

Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының быйылғы тәүге сәфәрҙәренең береһе тап Ырымбурҙан башланып китеүе һис ғәжәп түгел. Тап ошо ҡалала тәүге башҡорт ҡоролтайҙары үткән, Башҡортостан автономияһына нигеҙ һалынған. Сара ла, беренсенән, Рәсәй Федерацияһының тәүге автономиялы республикаһы – Башҡорт АССР-ының 100 йыллығына арналһа, икенсенән, быйыл йәй 28-29 июндә үтәсәк Бөтә донъя башҡорттарының V […]
Continue reading…