Ростовта башҡорттарҙың шанлы үткәнен барлайҙар

любизарРостов башҡорттары Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығын ғилми сара – «Рәсәй тарихында башҡорт халҡының хәрби тарихы биттәре. 1798-2019 йылдар» тип аталған төбәк-ара түңәрәк өҫтәл менән билдәләй.
Сара 14 мартта Дондағы Ростов ҡалаһында үтә. Унда Башҡортостандың кантонлыҡ системаһынан алып Наполеонға ҡаршы көрәш, Граждандар һуғышы, 112-се Башкавдивизия, арҙаҡлы шәхестәребеҙ Муса Гәрәев, Миңлеғәли Шайморатов һәм хәҙерге заманда Рәсәй һағында торған башҡорттар темаһы ҡараласаҡ.


Түңәрәк өҫтәлгә Ростов өлкәһе, Краснодар крайы, Ҡалмыҡ Республикаһынан йәш ғалимдар һәм юғары уҡыу йорттары студенттары, шулай уҡ Дондағы Ростовҡалаһының бихисап йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре саҡырылған.
Башҡортостандан Милли архивтың бүлек начальнигы, тарихсы Азат Ярмуллин һәм БДУ доценты Рәмил Рәхимовтың сығыш яһауы көтөлә.

Түңәрәк өҫтәлде Рәсәй Фәндәр академияһының Көньяҡ фәнни үҙәге ҡатнашлығында Ростов өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы ойоштора.
Башҡорт йәмәғәт ойошмаһын яҡташыбыҙ, хәрби хәрәкәт ветераны Мәхмүт Бакир улы Сәлимов етәкләй.

Leave a comment

Your email address will not be published. Required fields are marked *