Себер башҡорттары туплана

новосибирск16 мартта Новосибирскиҙа Көньяҡ-көнбайыш Себер башҡорттарының дөйөм ҡоролтайы үтә.
Ҡорға Алтай крайынан, Кемерово, Новосибирск, Омск, Томск өлкәләренән һәм Алтай Республикаһынан милләттәштәр йыйыла.

Ултырышта Себер шарттарында йәшәгән милләттәштәр араһында башҡорт телен, мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыу, балаларҙы милли рухта тәрбиәләүгә бәйле мәсьәләләр ҡарала. Бынан тыш V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегаттар һайланасаҡ.

Башҡортостандан Себер ҡоролтайында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзалары, Республиканан ситтә йәшәгән милләттәштәр менән эшләү комиссияһы рәйесе Алһыу Сирғәлина, Башҡорт халҡының тарихы комиссияһы рәйесе Нурислам Ҡалмантаев һәм билдәле ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов ҡатнаша.

Leave a comment

Your email address will not be published. Required fields are marked *