“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы – 2019” еңеүселәре асыҡланды

ГабитоваБөгөн, 22 мартта, Өфөнөң Ҡала мәҙәниәт һарайында “Йыл уҡытыусыһы – 2019” республика  конкурсы һәм “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы – 2019” төбәк-ара конкурсын йомғаҡлау тантанаһы үтте. Сара бик йылы шарттарҙа республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ленара Иванова, мәғариф министры Айбулат Хажин, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы депутаттары һәм мәғариф хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында уҙҙы.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ла “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте – 2019” төбәк-ара конкурсын үткәреүҙә әүҙем ҡатнашты. Башҡарма комитет ағзаһы Рәйсә Күзбәкова жюри составында эшләне һәм Ҡоролтай конкурсты йомғаҡлау мәлендә үҙенең номинацияһын булдырып, республиканың төрлө төбәгенән килгән 6 уҡытыусыға Маҡтау грамотаһы менән бүләктәр тапшырҙы.

“Туған телгә һәм һөнәргә тоғролоҡ” номинацияһына оҙаҡ йылдар фәнен яратып, күңел һалып, һөҙөмтәле эшләгән уҡытыусылар лайыҡ булды: Миләүшә Ғәйфуллина (Ҡырмыҫҡалы районы), Рәмилә Шәһәрова (Күгәрсен районы), Гөлсинә Ҡотошова (Ейәнсура районы), Гөлназ Назарова (Хәйбулла районы), Әлфиә Кәримова (Салауат районы), Рәмзилә Хәҙимуллина (Илеш районы).

“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы – 2019” төбәк-ара конкурсы еңеүсеһе – Өфө ҡалаһынан Гөлшат Заһир ҡыҙы Ғәбитова. Афарин!

Конкурстың лауреаттары:

Белорет ҡалаһынан Ҡаһарманова Сәриә Мөхәмәт ҡыҙы, бөтә ғүмерен башҡорт телен уҡытыуға бағышлаған, һөнәренә тоғро уҡытыусы;

Хәйбуллина Ғилминур Басир ҡыҙы, Межгорье ҡалаһынан, шулай уҡ һайлаған һөнәренә тоғро уҡытыусы;

Хөснуллина Роза Дияс ҡыҙы, Нефтекама ҡалаһынан, фән кандидаты, Нефтекамала башҡорт телен уҡытып ҡына ҡалмай, башҡорт мәҙәниәтен пропаганлауға күп көс һалған, әүҙем уҡытыусы;

Хәлиуллина Гөлназ Ишмөхәмәт ҡыҙы, Ишембай районынан, киләсәктә башҡорт теле уҡытыусылары араһында йондоҙ булып балҡыр тигән өмөт уятыусы уҡытыусы.

Еңеүселәрҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Милли мәғариф, төбәк-ара хеҙмәттәшлек һәм дәреслектәр нашер итеү бүлеге, БР Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр кафедраһы конкурсты тейешле кимәлдә ойоштороуға ҙур көс һалған.

Шул уҡ ваҡытта бөгөнгө юғарыла аталған конкурстарҙы ябыу тантанаһында эсте бошорған нәмәләр ҙә булды. Мәҫәлән, ни өсөн Профсоюздарҙың республика комитеты башҡорт теле уҡытыусылары араһынан ике лауреатты грамотаһыҙ ҡалдырҙы? Улар, бәлки, профсоюз ағзаһы түгелдер, ләкин уны тантана барғанда бөтә залға фаш итергәме ни?! Аҡсалата премияһы булмаһа ла, грамота ғына сығарып тотторорға була ине, әлбиттә.

Икенсе күңелде бик ныҡ ҡырған нәмә: һуңғы финал өлөшөндә башҡорт теле уҡытыусылары ни өсөндөр сәхнәгә саҡырылманы. “Тамашасы һөйөүе” призына лайыҡ булған Сәриә Ҡаһарманова бүләген башҡалар кеүек сәхнәнән тороп түгел, ә залдан сығып алырға мәжбүр булды. Был башҡорт теле уҡытыусыларының бәҫен төшөрөргә маташыу булдымы, – залдағылар аңламаны.

Башҡорт теле уҡытыусылары араһында ғына түгел, ә рус теле һәм башҡа фәндәрҙең уҡытыусылары араһында ла ҙур һорау тыуҙырған тағы бер күренеш: татар теле уҡытыусылары конкурсында 11 кеше ҡатнашып, шуларҙан 5 кеше финалға үтте, ә ҡалған 6-һы төрлө номинацияларҙа билдәләнде. Йәғни конкурста ҡатнашҡан бөтә уҡытыусылар ҙа Мәғариф министрлығының грамоталары һәм ҡиммәтле бүләктәр менән бүләкләнде.

Ә башҡорт, рус теле һәм башҡа предмет уҡытыусылары конкурсында ла 40-тан алып 60-ҡа тиклем уҡытыусы ҡатнашты, бүләкләнеүселәр һаны – шулай уҡ 5 финалист һәм 6-7 Мәғариф министрлығы номинацияһы.  Ҡатнашыусы һәм бүләкләнеүселәр нисбәте тигеҙ булырға тейештер бит?  Күрәләтә шундай ғәҙелһеҙлеккә юл ҡуйыуҙа кемдәр ғәйепле?

Мәғариф министрлығы был һорауҙы яуапһыҙ ҡалдырмаҫ, тигән өмөттәбеҙ.

 

Leave a comment

Your email address will not be published. Required fields are marked *