Ҡаҙағстан башҡорттары Башҡортостан Республикаһының юбилейын билдәләне

Астана24 мартта «Аҡбуҙат» башҡорт этномәҙәни үҙәгендә Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған осрашыу үтте. Ватандаштар ҡурайҙа уйнаны, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарҙы, бейене.

Алда көтөлгән саралар тураһында һөйләштек, план төҙөнөк.

Иң мөһиме – үҙәктә хакимлыҡ иткән байрам кәйефе! Бындай осрашыуҙар коллективҡа ныҡ тәьҫир итә, яңы бейеклектәр яуларға, туған телен, башҡорт халҡының тарихын, мәҙәниәтен өйрәнергә этәрә, һәләттәрен асырға булышлыҡ итә, тип яҙа Ҡаҙағстандың Нур-Солтан (Астана) ҡалаһынан башҡорт ойошмаһы рәйесе Урал Аҙнабаев.

Leave a comment

Your email address will not be published. Required fields are marked *