Ҡалтасы ҡоролтайында – яңы етәксе

КалтасыҠалтасы районы башҡорттары ҡоролтайында –  яңы етәксе. 25 мартта район үҙәк китапханаһында үткән ҡоролтай ултырышында делегаттар яңы ҡор башы итеп Лилиә Фәндүс ҡыҙы Дәүләтованы һайлап ҡуйҙы. Бығаса рәйес вазифаһын башҡарған Булат Рәфит улы Рәшитов, төп эшенән китә алмау сәбәпле, рәйес урынбаҫары ғына булып ҡалдырыуҙарын һораны.

V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерлек сиктәрендә үткәрелгән ҡоролтайҙа Өфөнән Ҡоролтай ҡарамағындағы Фән, мәғариф һәм башҡорт теле һәм әҙәбиәтен үҫтереү комиссияһы рәйесе Вәкил Исмәғил улы Хажин, Ҡоролтай аппараты етәксеһе урынбаҫары Азамат Зиннур улы Сирбаев ҡатнашты.

Район делегаттары алдында сығыш яһап, Вәкил Хажин урында башҡорт телен һаҡлап ҡалыуҙы, дәүләт теле булараҡ һәр мәктәптә башҡорт телен уҡытыуҙы һораны.

Ҡалтасы районында башҡорттар 11 процентҡа ла тулмай. Аҙсылыҡты тәшкил итеүгә ҡарамаҫтан, районда башҡорт телен, мәҙәниәтен пропагандалау өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Әммә быны тәү сиратта ата-әсәләр үҙҙәре аңлаһын һәм балаларына башҡорт телен уҡытыуҙы төп талап итеп ҡуйһын ине.

Артабан сығыш яһаған Азамат Сирбаев та Вәкил Хажиндың фекерен дауам итте:

–  Халыҡ араһында федераль дәүләт белем биреү стандарттары буйынса туған телдәр уҡытылырға тейеш түгел, тигән ялған фекер таратыла. Киреһенсә, был стандарттар һәм “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында” федераль законы 9 класҡа тиклем туған телдә белем алырға хоҡуҡ бирә. Туған телдәр мотлаҡ өйрәнелергә тейешле уҡыу предметтары исемлегендә тора. Рәсәй Хөкүмәте, Мәғариф министрлығы яғынан туған телдәргә бер ни тиклем ҡыҫым булып алды, әлбиттә. Ләкин туған телдәргә булған кире сәйәсәт башлыса урындағы чиновниктар, бала тәрбиәләүҙә туған телдең, милли мәҙәниәттең ролен аңламаған мәктәп етәкселәре тарафынан алып барыла. Ҡайһы бер ата-әсәләрҙең туған телдәренә битараф булыуҙары ла туған телдәрҙең былай ҙа көсөргәнешле хәлен тағы ла ауырайта.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкиле шулай уҡ V съезға һайланасаҡ делегаттарға талаптар тураһында әйтеп үтте.

Делегат һайлағанда район-ҡала ҡоролтайҙары түбәндәгеләргә иғтибар итергә тейеш. Делегат һөйләгән һүҙе менән түгел, ә эше менән абруйлы, үҙе йәшәгән мөхиттә халыҡтың хөрмәт ҡаҙанған кешеһе булырға тейеш. Ғаиләһендә башҡорт балалары тәрбиәләүе шарт. Ә бына етәксе органдарҙа эшләүе мотлаҡ түгел. Үҙидара (самоуправление), үҙойошоу (самоорганизация, мәҫәлән, ир-егеттәр ҡорҙары, ағинәйҙәр хәрәкәте) кеүек йәмәғәт эштәрендә лидер булыуы мөһим. Делегаттарҙың дөйөм һанының 30 процентын 35 йәшкә тиклемге рухлы йәштәр тәшкил итергә тейеш.

Азамат Сирбаев әйтеүенсә, һәр халыҡтың киләсәккә хоҡуғы бар һәм һәр халыҡ кешелек өсөн ҙур ҡиммәт. Шул ҡиммәтте һаҡлау –  беҙгә йөкмәтелгән тарихи яуаплылыҡ.

Ултырышта ҡалтасылар үҙҙәре районда мәғариф системаһын камиллаштырыу, шул иҫәптән башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыу тураһында докладтар менән сығыш яһаны. Делегаттар йыйылышыр өсөн йәмәғәт ойошмаларының район үҙәгендә үҙ урындары булмауын билдләне. Быға яуап итеп район хакимиәте башлығы Юрий Садыров хакимиәт бинаһынан бүлмә бирергә вәғәҙәләне.

5-се Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегат итеп бер тауыштан Краснохолмский музыка мәктәбенең думбыра класы уҡытыусыһы Гөлназ Әҙеһәмова һайланды.

Азамат Сирбаев билдәләүенсә, ҡоролтайҙа башлыса ҡатын-ҡыҙ, айырыуса уҡытыусылар күп ҡатнашҡан. Халыҡтың йәмәғәт хәрәкәтенә ҡушылырға теләге бар, ойоштороу мәсьәләһе аҡһай. Шулай уҡ район хакимиәтендә юғары вазифа биләгән башҡорттар юҡ.

Саранан фотоларҙы ошонда ҡарарға.

Leave a comment

Your email address will not be published. Required fields are marked *