Үҙ асылдарына тоғролар

IMG_0847Башҡортостан халҡы оло юбилей — республикабыҙ ойошторолоуға 100 йыл тулыуҙы байрам иткән көндәрҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегацияһы Һамарға юлланды. Рәсәйҙең иң ҙур ҡалаларының береһендә Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына һәм V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына арналған тантаналы сара уҙҙы. Башҡортостан вәкилдәре Һамар башҡорттарының көнитмеше менән танышты, милләттәштәребеҙҙе борсоған проблемаларҙы хәл итеү юлдарын барланы.

Ҡаланың “Заря”  мәҙәниәт һарайында үткәрелгән конференцияны Һамар өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Сафиулла Вилданов асты. Форумда төбәктең төрлө райондарынан килгән делегаттар, мәғариф һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

Делегация етәксеһе  –  Башҡортостандың мәғариф министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева, милләттәштәребеҙҙе байрам менән ҡотлап, Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Р.Ф.Хәбировтың тәбрикләү хатын уҡып ишеттерҙе. “Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына һәм V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына арналған форумда ҡатнашыусыларҙы ихлас сәләмләйем!

Әле ярты миллиондан ашыу ватандашыбыҙ йәнтөйәгенән ситтә йәшәй. Көндәлек хеҙмәтегеҙ менән һеҙ илдең сәскә атыуына тос өлөш индерәһегеҙ. Атай-олатайҙар иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлауығыҙ, балаларҙы туған телгә, тарихҡа һәм мәҙәниәткә һөйөү рухында тәрбиәләүегеҙ, тамырҙарығыҙ менән тығыҙ бәйләнеш тойоп йәшәүегеҙ ҙур әһәмиәткә эйә. Беҙ, Башҡортостанда йәшәгәндәр, һеҙҙең менән ғорурланабыҙ, һәр саҡ һеҙгә ярҙам ҡулы һуҙасаҡбыҙ”,  –  тиелә унда.

Әлфиә Закир ҡыҙы билдәләүенсә, 2017-2018 уҡыу йылында Һамар өлкәһенең Оло Чернигов районы Ырғыҙ төп дөйөм белем биреү мәктәбендә башҡорт телен туған тел булараҡ 10 уҡыусы өйрәнгән, ошо уҡ ауылдың балалар баҡсаһында 14 бала өсөн башҡорт телен өйрәнеү буйынса төркөм төҙөлгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйыл башҡорт телендә уҡытыу алып барылмай.

“Республикала һәр йәй Башҡортостан тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеү буйынса профилле смена эшләй, унда Рәсәй региондарының башҡорт мәктәптәренән һәләтле уҡыусылар ял итә, әммә унда 2014 йылдан алып Һамар өлкәһенән балалар килгәне юҡ, — тине Әлфиә Закир ҡыҙы. — “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” төбәк-ара конкурсында, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадаларҙа ла шулай уҡ һуңғы йылдарҙа ҡатнашыусылар булманы. Башҡортостан Хөкүмәтенең “Башҡортостан Республикаһының дәүләт һәм Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлау, үҫтереү” дәүләт программаһына ярашлы, милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән Рәсәй субъекттарының мәғариф ойошмаларын башҡорт телен өйрәнеү буйынса әсбаптар, методик ҡулланмалар менән тәьмин итеүҙе финанслау ҡаралған. Һамарҙарҙан башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса китаптарға заявкалар көтәбеҙ”.

Конференцияла ҡотлау һүҙе менән Һамар өлкәһе хакимиә­тенең йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү мониторингы департаментының милли һәм конфессиональ сәйәсәт идаралығы етәк­сеһе Надежда Осипова сығыш яһаны.

– Һамар башҡорттары үҙ тамырҙарын һаҡлап ҡалыу, тарихи-мәҙәни мираҫтарын киләсәк быуынға тапшырыу өсөн ҙур көс һала. Бында бөгөн дә милли йо­ла­ларға бәйле байрамдар ойошторо­лоп тора. Йыйын, Ҡарға туйҙар — урындағы халыҡ яратып ҡабул иткән сараларҙан. “Ырғыҙ” гәзите, “Беҙ — башҡорттар” альма­на­хы сыға. Башҡорт халҡының үҙ асылын юғалтмай йәшәүе һоҡланыу уята, — тине Надежда Петровна. Ул шулай уҡ Һамар өлкәһе губернаторы Дмитрий Азаровтың ҡотлау хатын уҡып ишеттерҙе. “Һамар ерендә быуаттар дауамында төрлө халыҡ вәкилдәре үҙ-ара аңлашып, татыу йәшәй. Был байрам айырыуса әһәмиәткә эйә, сөнки беҙҙең төбәк — башҡорттарҙың элек-электән йәй­лә­гән ерҙәре. Башҡорт халҡының талантлы һәм эшһөйәр вәкилдәренә Һамар өлкәһе үҫешенә тос өлөш индереүҙәре, башҡа халыҡтар менән дуҫ, татыу йәшәүҙәре өсөн рәхмәт белдерәм,” — төбәк етәксеһенең ихлас мөрәжәғәте сараға мәртәбә өҫтәне. Дмитрий Иванович шулай уҡ тап башҡорт халҡының, тәүге милли автономия булдырып, Рәсәй федератив ҡоролошона нигеҙ һалыуын билдәләп үткән.

Артабан һүҙҙе Ҡоролтай аппаратының Төбәктәге милләттәштәр менән эшләү бүлеге етәксеһе Алһыу Сирғәлина алды. Ул V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерлек менән таныштырҙы.

Ҡоролтайҙың Башҡарма комитеты ағзаһы, тарихсы Азат Ярмуллин үҙ сығышында Һамар башҡорттарының Башҡортостан дәүләтселеген булдырыуҙа һәм уның артабанғы үҫешендә мөһим урын алып тороуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Азат Шакирйән улы Һамар губернаһы Пугачев өйәҙенең Имел олоҫо (хәҙерге Һамар өлкәһенең Оло Чернигов районы) Хәсән ауылында тыуған Харис Йомағол улы Йомағоловтың милли хәрәкәттәге роле тураһында бәйән итте. Үкенескә ҡаршы, Башҡортостан автономияһы аяҡҡа баҫҡан иң ауыр, яуаплы осорҙа республика өсөн ҙур эштәр башҡарған арҙаҡлы шәхестең исеме әле булһа лайыҡлы баһаланмаған, тине ул һәм республиканың 100 йыллығы айҡанлы Һамар башҡорттарына яҡташтарының исемен мәңгеләштереү буйынса Башҡортостан хөкүмәтенә мөрәжәғәт итеү буйынса тәҡдим индерҙе.

–  Туған телде һаҡлау мәсьәләһе лә ҡырҡыу тора, — тип дауам итте һүҙен А.Ш.Ярмуллин.  –  Шуға күрә лә был йүнәлештә бик әүҙем эш алып барырға кәрәк. Төрлө мәҙәни саралар ойоштороп, уларға тәү сиратта йәштәрҙе йәлеп итергә кәрәк. Әүҙем йәштәрҙе туплап, Өфөгә даими мәҙәни турҙар ойоштороу шарт. Һамар йәштәре Өфөгә килеп, тиҫтерҙәре менән танышып, аралашып, театр-музейҙарҙа булып ҡайтһа, ҡайһылай яҡшы булыр ине!

Тарихсы шулай уҡ Һамар башҡорттары ҡоролтайы янында Һамар башҡорт йәштәре берлеген булдырыу, Х.Йомағоловтың мәҡәләләрен, документтарын туплап, йыйынтыҡ сығарыу, Һамар өлкәһендә йыл һайын Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге башҡорт мәҙәниәте һәм әҙәбиәте көндәрен үткәреү кеүек эшлекле тәҡдимдәр индерҙе.

Һамар өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Сафиулла Вилданов урындағы Башҡорт ҡоролтайы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны, бөгөнгөһө хаҡында һөйләне, эшлекле тәҡдимдәрен еткерҙе. Сафиулла Наил улы әйтеүенсә, ике тиҫтәгә яҡын йыл эсендә ойошма Башҡортостан Республикаһы менән ныҡлы бәйләнеш булдырған. Һамар өлкәһендә тыуып үҫкән билдәле шәхестәргә арналған конференциялар һәм осрашыуҙар, милли-мәҙәни мираҫты һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында йыйындар, “Ҡарға туй”, шәжәрә байрамдары, һабантуйҙар даими уҙғарыла. 2015 йылдан ватандаштарыбыҙ “Юлдаш” каналын тыңлап кинәнә. Өлкә Ҡоролтайы етәксеһе туған телде уҡытыуға бәйле проблемаларға ла туҡталды, ойошма эшенә йәштәрҙе йәлеп итеүҙе маҡсат итеп ҡуйыуҙары хаҡында әйтте.

Һамар ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Камила Сизякова юбилей саралары алдынан башҡарылған эштәрҙе барланы. Камила Шиһабетдин ҡыҙы Һамар ҡала округы башлығы Е.В.Лапушкинаға бик рәхмәтле — урындағы хакимиәт менән тығыҙ хеҙмәттәшлек мөнәсәбәттәре урынлаштырылған.

— Йыйындар үткәреүҙә, “Ҡарға туй” байрамын ойоштороуҙа ҙур ярҙам күрһәтелә. Быйыл, мәҫәлән, 115 мең һум күләмендә бүленгән субсидияға “Ләйсән” бейеү коллективы өсөн костюмдар, гәзит сығарыу өсөн техника — өр-яңы компьютер, принтер, кәрәкле программалар алдыҡ.

Ғөмүмән, ҡала хакимиәте тарафынан күрһәтелгән ярҙам, ысынлап та, шаҡтай – быйылғы сараны уҙғарыу өсөн “Заря”  мәҙәниәт һарайы бушлай бирелгән, ә бит аренда хаҡы 30-35 мең булыр ине!

“Шәжәрә”  Башҡортостан тарихи мираҫын өйрәнеү үҙәгенең ғилми хеҙмәт­кәре, социология фәндәре кандидаты Илгиз Солтанморатов “Башҡорт ырыуҙары тарихы” серияһынан “Бөрйәндәр”  йыйынтығы менән таныштырып, унда Һамар башҡорттарының рухи, тарихи, мәҙәни, имани байлығы хаҡында мәғлүмәт табырға мөмкин булыуы хаҡында әйтте.

Конференция аҙағында резолюция ҡабул ителде, шулай уҡ V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегаттар һайланды.

Рәсми өлөштән һуң сара фойела дауам итте. Алыҫ ерҙе яҡын итеп килгән ҡунаҡтар, өлкәнең төрлө ауылдарынан йыйылған милләттәшәтәребеҙ бауырһаҡ, ҡоймаҡ кеүек тәмлекәстәр ҡушып сәй эсте, “Ҡарға туй”  байрамында ҡатнашты. Оҙон ҡыш үтеп китеүгә, матур яҙ етеүгә, йылы яҡтан ҡоштар ҡайтыуына, тәбиғәт уяныуына һөйөнөп уҙғарылған сара бында ун биш йылға яҡын уҙғарыла. Халыҡ йолаларына, йыр-бейеүгә бай был байрамда олоһо ла, кесеһе лә ҙур теләк менән ҡатнашты. Әйткәндәй, уны ойоштороу өсөн ҡала хакимиәте йылдың-йылы аҡса бүлә.

Гүзәл заттарҙы иһә бигерәк тә милли биҙәүестәр эшләү оҫтаһы Сәрүәр Аслаеваның күргәҙмәһе ҡыҙыҡтырҙы. Уның ижад емештәрен ҙур теләк менән үҙҙәре өсөн генә түгел, яҡындарына бүләк итеп тә һатып алды байрамда ҡатнашыусылар.

Йөкмәткеле һәм эшлекле осрашыу матур концерт программаһы менән тамамланды. Һамар ҡалаһының “Ләйсән”  башҡорт халыҡ ансамбле ойошторолоуға 15 йыл тулыуға арналған сағыу тамаша һәр кемдең күңелен әсир итте. Ғөмүмән, бында бер генә сара ла “Ләйсән”  ансамбленән башҡа үтмәй. Етәкселәре Рәүҙә Шәймәрҙанова ҡуйған һәр бейеүҙе балалар бар күңелдәрен һалып, ҙур оҫталыҡ менән башҡара. Өлкә кимәлендә уҙғарылған конкурстарҙа ансамбль һәр ваҡыт еңеүсе дипломдарына лайыҡ була. Уҙған йыл республикабыҙҙа даими уҙғарылған “Байыҡ”  балалар бәйгеһендә һайлап алыу турын уңышлы үтеп, гала-концертта ҡатнашҡан һәм лауреат дипломына эйә булған йәш бейеүселәр.

“Арғымаҡ”  этно-рок төркөмөнөң сығышы һамарҙар өсөн ҙур бүләк булды. Ҡабатланмаҫ башҡорт йырҙарын халыҡсан да, яңы стилдә лә берҙәй оҫталыҡ менән тамашасыларға тапшырған йәштәр өсөн сиктәр юҡ тиерлек  –  яңы ғына Сәғүд Ғәрәбстанында «Күсмә халыҡтар донъяһы» халыҡ-ара этнофестивалендә Гран-при яулаған артистарҙың сығышын тамашасылар алҡыштарға күмде. Рухлы, дәртле, иманлы егеттәр һәр кемдең күңелендә дөрләп яныр усаҡ ҡабыҙҙы, милли моңға һыуһаған милләттәштәребеҙҙең танһығын ҡандырҙы.

Үҙ асылдарына тоғролоҡ һаҡлап, изге маҡсаттар менән йәшәй Һамар башҡорттары. Яҡын киләсәктә башҡорт телен уҡытыуға бәйле мәсьәләләр хәл ителер, йәш быуын әсә теленән, милли йыр-моңдан айырылмаҫ, урындағы Ҡоролтай эшмәкәрлегенә әүҙем ҡушылыр, тигән өмөт ышанысҡа әйләнһен!

Рәйлә Ғәлиева,

“Ватандаш”  журналы.

Саранан фотолар ошонда.

Leave a comment

Your email address will not be published. Required fields are marked *