Бүздәктәр Муллайән Халиҡов уҡыуҙарына республика уҡыусыларын йыйҙы

2019 йылдың 25 мартында Бүздәк район үҙәгендә Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейына арналған тантаналы байрам саралары ойошторолдо. Килгән ҡунаҡтар район мәҙәниәт йортоноң фойеһында Муллайән Халиҡовтың нәҫелдәштәренең шәжәрәһе, уның тормош юлы һәм эшмәкәрлегенә, шулай уҡ райондың арҙаҡлы шәхестәренә арналған стендтар, милли аш-һыу, халыҡ кәсептәре, уҡыусылар үҙ ҡулдары менән етештергән әйберҙәрҙән бай йөкмәткеле күргәҙмәләр менән танышты.
Continue reading…