Бүздәктәр Муллайән Халиҡов уҡыуҙарына республика уҡыусыларын йыйҙы

IMG_10472019 йылдың 25 мартында Бүздәк район үҙәгендә Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейына арналған тантаналы байрам саралары ойошторолдо.

Килгән ҡунаҡтар район мәҙәниәт йортоноң фойеһында Муллайән Халиҡовтың нәҫелдәштәренең шәжәрәһе, уның тормош юлы һәм эшмәкәрлегенә, шулай уҡ райондың арҙаҡлы шәхестәренә арналған стендтар, милли аш-һыу, халыҡ кәсептәре, уҡыусылар үҙ ҡулдары менән етештергән әйберҙәрҙән бай йөкмәткеле күргәҙмәләр менән танышты.

Шығырым тулы залда алма төшөрлөк тә урын булманы. Байрамға Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары Инга Юмашева менән Иван Сухарев, Өфө ҡалаһынан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегацияһы, «Халиҡов уҡыуҙары» Республика фәнни-ғәмәли конференцияһы эшендә ҡатнашыусылар, район предприятиелары һәм учреждениелары етәкселәре, ябай эшселәр йыйылды.

Бүздәк районы хакимиәте башлығы Азат Марат улы Арыҫланов сараға йыйылыусыларҙы байрам менән ҡотланы.

Райондың алдынғы хеҙмәткәрҙәренә 100 йыллыҡ юбилейҙың миҙалдары һәм райондың Почет грамоталары тапшырылды. Сара матур сағыу концерт номерҙары менән дауам итте.

Көндөң икенсе яртыһында 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе бинаһында «Халиҡов уҡыуҙары» II республика фәнни-ғәмәли конференцияһының финал өлөшө үтте.

Сарала Өфөнән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡорт халҡы тарихы мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе Нурислам Ҡалмантаев етәкселегендә Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусылары, тарихсылар Радмир Ғәзизов, Ирәндек Байназаров, Расих Зәйтүнов, Азамат Аҡъюлов, «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы мөхәррире Салауат Кәримов ҡатнашты.

Конференцияға Башҡортостандың 13 районы һәм 3 ҡалаһынан 142 заявка тәҡдим ителгән, шуларҙың араһынан иң яҡшылары тип табылған 80 эш 2-се турға үткән, ғилми эштәрҙең авторҙары Бүздәккә саҡырылған. Иң күп ғилми эш Туймазы районынан килгән.

Эш барышында уҡыусылар секцияларға бүленеп, «Арҙаҡлы шәхестәре йөҙөндә тыуған яҡ тарихы», «Башҡорт милли хәрәкәтендә Халиҡовтың роле. Уның көрәштәштәре», «Кеше тормошонда шәжәрәнең роле», «Бүздәк районының билдәле шәхестәре», «Фамилиям тарихы», «Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған кроссвордтар» йүнәлештәрендә практик эштәрен күрһәтте. Секция етәкселәре балаларҙа фәнни эшкә ҡыҙыҡһыныу көслө булыуын, ҡатнашыусыларҙың етди әҙерләнеүен, тикшереү эштәре менән шөғөлләнеп яңы асыштар табыуын билдәләп үтте.

Сараның һуңғы өлөшө иң күңеллеһе булды: конференцияла ҡатнашыусыларҙы тәбрикләнеләр. Уҡыусыларҙың һәр береһен сәхнәгә саҡырып, дипломдар, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаттары тапшырҙылар.

Мәктәп уҡыусылары араһында республика кимәлендә икенсе тапҡыр ойошторолған М. Халиҡов уҡыуҙары тамамланды. Әммә ул киләһе йылдарҙа ла дауам итәсәк, сөнки ошо тарихи осорға бәйле өйрәнеләһе, халыҡ иғтибарына тәҡдим ителәһе документтар һәм факттар күп әле.

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейына арналған тантаналы байрам сараларын, «Халиҡов уҡыуҙары» II республика фәнни-ғәмәли конференцияһын юғары кимәлдә ойошторолоп үтеүе – Бүздәк районы хакимиәтенең, Бүздәк районы Бүздәк ауылы 1-се дөйөм белем биреү мәктәбе коллективының тырыш хеҙмәтенең һөҙөмтәһе.

Муллаян Халиҡовтың исемен тыуған ерендә мәңгеләштереүгә килгәндә, район үҙәгендә уның исемендәге урам бар. Бүздәк районы хакимиәте 2019 йылда асыласаҡ яңы мәктәпкә уның исемен бирергә, район үҙәгендә Муллаян Халиҡовтың музейын асырға һүҙ бирҙе.

Тәнзилә Ҡотлогилдина, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты аппаратының баш белгесе.

 

Саранан фотоларҙы ошонда ҡарарға мөмкин.

 

 

Leave a comment

Your email address will not be published. Required fields are marked *