Хәйбулла башҡорттары ҡоролтайға йыйылды

Республиканың 100 йыллығын билдәләү уңайынан Аҡъяр мәҙәниәт йортонда Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы үтте. Унда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева, ойошма аппараты етәксеһе урынбаҫары Азамат Сирбаев, Хәйбулла районы башлығы Раил Ибраһимов, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, драматург, журналист Сәрүәр Сурина һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты.
Continue reading…