Ишембайҙар шәхестәрен онотмай

Валидига ИшембайзаБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты Башҡортостан автономияһының 100 йыллығына арнап, “Башҡортостан Республикаһы дәүләтселегенең тыуыуы һәм аяҡҡа баҫыуы: 100 шәхес” тигән проект иғлан иткәйне. Уның йомғаҡлау исемлеге Ҡоролтай Советы ултырышында раҫланды һәм иң беренсе сиратта милли хәрәкәттә ҡатнашыусыларҙың тормошо һәм эшмәкәрлеге тураһында китап сығарырға тигән ҡарар ҡабул ителде. Ҡоролтай шулай уҡ муниципалитеттар хакимиәттәренә яҡташтарының исемен мәңгеләштереү сараларын күреүҙе һорап та мөрәжәғәт итте. “Урындарҙа үҙ геройҙарын белергә тейештәр. Бының өсөн үҙ яҡташтарына һәйкәл ҡуялармы, улар йәшәгән, уҡыған биналарға таҡтаташ ҡуялармы, урамдарға уларҙың исемдәрен ҡушалармы, кисәләр үткәрәләрме, – уны үҙҙәре хәл итергә тейеш”, – тинеләр Совет ағзалары.

Ошо кәңәште тотоп, Ишембай районында ла Башҡортостан автономияһы өсөн милли көрәштә әүҙем ҡатнашыусы шәхестәрҙең исемдәрен мәңгеләштереү буйынса байтаҡ саралар үтте. Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың (1890-1970) тыуған ауылы  Көҙәндәге музейы төрлө экспонаттар, хәтирәләр менән тулыланыуын дауам итә. Башҡорт милли хәрәкәте етәксеһенең Ишембай ҡалаһындағы скверға ҡуйылған һәйкәленән, шулай уҡ 2-се Башҡорт гимназия-интернаты биләмәһендәге бюсынан тере сәскәләр өҙөлмәй. Яҡташтары ғына түгел, бар республика, бөтә Рәсәй халҡы хөрмәтләп иҫкә ала бөгөн Рәсәй федерализмы лидерын.

Әхмәтзәки Вәлидиҙең тоғро арҡаҙаштары, Башҡорт милли армияһын ойоштороусылар Гәрәй Батыргәрәй улы, Әмир Батыргәрәй улы, Мөхтәр Батыргәрәй улы,  Әбделғәни Бәхтегәрәй улы, Сөләймән Батыргәрәй улы Ҡарамышевтар менән дә хаҡлы рәүештә ғорурлана яҡташтары. Тыуған ауылдары Маҡарҙа был көндәрҙә шулай уҡ уларҙың исемдәрен мәңгеләштереүсе саралар үтәсәк тип көтөлә.

Ишембай районы Кинйәбулат ауылында шулай уҡ Башҡортостан автономияһы өсөн милли хәрәкәт эшмәкәрҙәре, бер туған  Әүхәҙи, Сөләймән, Ишбулды Ишмырҙиндарға таҡтаташ асылды.

Был көндәрҙә яҡташтары Әхмәр ауылында Башҡортостан автономияһы өсөн башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре,  офицер, Зәки Вәлидиҙең дуҫы һәм арҡаҙашы, Табын отряды начальнигы (1918), Башҡорт ғәскәри идаралығы начальнигының өлкән адъютанты (1918-1919) Шаһибәк Үзбәковты иҫкә алды һәм таҡтаташ асыу тантанаһында ҡатнашты.  

Ошо көндә үк Ишембай ҡалаһында V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегаттар һайлау буйынса йыйын үтте. 300-ләп делегат ҡатнашҡан сарала туған телде һаҡлау, уны мәктәптәрҙә уҡытыу, ер һәм экология кеүек халҡыбыҙ өсөн актуаль булған мәсьәләләр тикшерелде. Район ҡоролтайы башҡарма комитетына ағзалыҡҡа һәм V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегатлыҡҡа һайлауҙар башланыр алдынан йыйында ҡатнашыусылар шундай талап ҡуйҙы: исемлек йыйынға килгән халыҡ тәҡдиме буйынса төҙөлөргә тейеш. Йыйынды алып барыусы Ишембай башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Әлфис Фәйзуллин тәҡдимде хупланы һәм һайлауҙар халыҡ талабы буйынса үткәрелде. V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына Ишембай районынан милләт яҙмышына, ер, экология хәленә битараф булмаған, ысын мәғәнәһендә илһөйәр, телһөйәр халыҡ вәкилдәре киләсәк.

Гөлфиә ЯНБАЕВА.

Leave a comment

Your email address will not be published. Required fields are marked *