Беларусь башҡорттары ҡоролтайға әҙерләнә

2tSPg7KGOPYБелоруссияла V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерлек сиктәрендә башҡорт йәмәғәтселәренең киңәйтелгән ултырышы үтте. Сарала Ҡоролтай вәкилдәре – Башҡарма комитет ағзаһы, «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле директоры Байрас Ишбирҙин һәм ҡурайсы, йырсы Юнир Һағынбаев ҡатнашты.

Ултырыш Минскиҙа «Шишмә» башҡорт-татар мәҙәни мираҫы» халыҡ-ара йәмәғәт берекмәһе тарафынан ойошторолған «Наурыҙ дуҫтарын йыя» тип аталған байрамға тап килтереп эшләнде.
Төрки халыҡтары байрамында урындағы «Шишмә», «Неврида», «Вербица» фольклор ансамблдәре менән бергә Юнир Һағынбаев сығыш яһап, ҡәрҙәштәргә башҡорт моңон бүләк итте.

«Шишмә» башҡорт-татар мәҙәни мираҫы» халыҡ-ара йәмәғәт берекмәһе Минскиҙа 1998 йылдан эшләй. Төп маҡсаты – халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты нығытыу, башҡорт һәм татар халҡының телен, мәҙәниәтен, рухи ҡиммәттәрен һәм йолаларын тергеҙеү һәм үҫтереү, Беларусь Республикаһында йәшәгән милләттәштәрҙең милли үҙаңын уятыу.

 

Саранан фотоларҙы “Бәйләнештә” селтәрендәге Ҡоролтай төркөмөндә ҡарағыҙ.

Leave a comment

Your email address will not be published. Required fields are marked *