Ғәйнә башҡорттары V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегаттар һайлай

пермский курултайҒәйнә башҡорттары V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегаттар һайлай.
Пермь башҡорттары ҡоролтайы ултырышы 20 апрелдә Чернушка ҡалаһының “Нефтсе” ҡала мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә үтә.

Өфөнән сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин, тарихсы, БР Милли архивы бүлеге начальнигы Азат Ярмуллин ҡатнаша.

Программала күргәҙмә-йәрминкә һәм “Далан” төркөмөнөң концерты ла ҡаралған.
Ултырыш иртән 11-ҙә башлана.

Leave a comment

Your email address will not be published. Required fields are marked *