Силәбеләр бер ҡоролтайға тупланды

СилэбеБашҡортостан Республикаһының 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Силәбе өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре булды. Әһәмиәтле сарала Силәбе башҡорт ойошмаларының берләштерелгән ултырышы, шулай уҡ 100 йыллыҡҡа һәм быйыл үтәсәк V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына арналған тантаналы йыйылыш үткәрелде. Силәбеләрҙең һәм Сибай театр-концерт берләшмәһенең сағыу сығыштары сараны йомғаҡланы.

Силәбеләр Ҡоролтайға тупланды

Башҡортостандан ситтә йәшәгән мил­ләттәштәребеҙҙең рухлы, ғәмле булыуы тураһында күп яҙабыҙ. Уларҙың телебеҙ, мәҙәниәтебеҙ, йәмғиәтебеҙҙең яҡты килә­сәгенә индергән өлөшө һанап бөткөһөҙ. Бигерәк тә Силәбе башҡорттарының әүҙем­леге, тамырҙарына тоғро ҡалыуы, милли үҙаңдарының юғары кимәлдә булыуы һоҡландыра. Унда йәше лә, олоһо ла төрлө башҡорт ойошмаларына тупланып, әүҙем йәмәғәт тормошо алып бара, балалар милли рухта тәрбиәләнә.

Ултырыш Башҡортостан ҡунаҡтарының тәбрикләү сығышы менән башланды. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтенең ижтимағи-сәйәси үҫеш ида­ралығы етәксеһе Урал Таһир улы Килсенбаев Силәбеләге башҡорт ойошмаларының әүҙем эшләүен әйтте, уларға Башҡортостандың даими ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тороуын, бигерәк тә башҡорт телен өйрәнеү буйынса мәсьәләне хәл итеүен билдәләне. Артабан ултырышта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Данир Әхмәҙи улы Ғәйнуллин сығыш яһаны.

– Силәбе өлкәһе – аҫаба башҡорттарҙың даими йәшәү урыны. Бында татыу, илһөйәр халыҡ йәшәй. 1918 йылда Башҡорт Хөкүмәте тап Силәбелә урынлаша, шуға күрә Силәбе республикабыҙҙы төҙөүгә ҙур өлөш индерә. Әлеге көндә лә бындағы милләттәштәре­беҙҙең әүҙем булыуҙары менән ғорурла­набыҙ. Киләсәктә лә телде, мәҙәниәтте, халҡыбыҙ һанын һаҡлау буйынса эшлә­үебеҙҙе дауам итәсәкбеҙ, – тине ул үҙ сығышында.

Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты Рәмзил Рафаил улы Ишһарин Силәбе өлкәһендә күп йәмәғәт ойошмала­рының тотороҡло эшләп килеүен телгә алды:

– Минең бында булыуым осраҡлы түгел, сөнки төрлө башҡорт ойошмалары менән бер ҡаҙанда ҡайнауыма егерме йылдан ашыу ваҡыт үткән. Силәбе өлкәһендә йәмәғәт ойошмаларының күпләп эшләүе бик шәп. Иң мөһиме, һәр ойошманың үҙ тәғәйен­ләнеше булһын. Бөгөнгө аҙымдар башҡорт ойошмаларына бынан күп йылдар элек уйлағанса хәрәкәт итергә мөмкинлек бирәсәк.

Силәбе һәм Ҡурған өлкәһенең баш мөф­төйө Ринат хажи-хәҙрәт ултырыштың изге йома көнөнә тап килеүен, диндең телебеҙ, мәҙәниәтебеҙ менән даими рәүештә бәйләнештә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайын булдырыу тураһында ҡарар ҡабул итеү кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙың береһен дә битараф ҡалдырманы.

– Был – яңы тәжрибә, һәм киләсәктә ойошманың эшмәкәрлеге нисек, ни рәүешле ҡороласағы билдәһеҙ, әммә был ваҡиғаны беҙ көтөп алдыҡ, сөнки Силәбе өлкәһе башҡорттарының эшмәкәрлеге алға китеренә өмөт ҙур, – тине йәш быуын вәкилдәренән Башҡорт йәштәре ойошмаһы рәйесе Владислав Габов та.

Яңы төҙөлгән берләшмәгә йәмғеһе 12 баш­ҡорт ойошмаһы тупланған, уға педагогия фәндәре кандидаты, башҡорт хәрәкәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе булараҡ силәбеләргә яҡшы таныш Рауил Әсәтуллин етәкселек итәсәк.

Бынан тыш, йәшерен һайлау юлы менән 28-29 июндә үтәсәк V Бөтә донъя башҡорт­тары ҡоролтайына делегаттар ҙа билдә­ләнде, был сараға Силәбенең билдәле башҡорттары Эльбрус Ниғмәтуллин, Денис Шафиҡов, Морис Йосопов, Тәлғәт Хәйеров, Тимур Сафиуллин мәртәбәле ҡунаҡтар булараҡ саҡырылды.

Ултырышта урындағы башҡорт ойошмалары әүҙемселәренә Силәбе өлкәһе хаки­миәте, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты тарафынан рәхмәт хаттары тапшырылды.

– Һәр берегеҙ башҡорт телен, мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыуға ҙур өлөш индергәнен яҡшы аңлайбыҙ, – тине, уларҙы тәбрикләп, Силәбе өлкәһе хөкүмәтенең йәмәғәт бәйләнештәре идаралығы рәйесе Дмитрий Семёнов.

V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына барасаҡ делегаттарҙың исемлеге хәбәр ителеп, комиссия тарафынан ултырыштың ҡарары уҡылғас та, халыҡ таралырға ашыҡ­маны. Һәр береһе Ҡоролтайға үҙ фекерен еткереү, тәьҫораттары менән уртаҡлашыу өсөн трибуна янына йыйылды. Силәбе өлкәһендә әүҙем эшләп килгән башҡорт ойошмаларының бер ҡорға тупланыуы, был юҫыҡта киләсәктә башҡарыласаҡ эштәр шул ерҙәге башҡорттарҙы тағы ла нығыраҡ берләштерҙе булһа кәрәк.

Бында башҡортса һөйләшәләр

Артабан көллө халыҡ Силәбе дәүләт университетының тамаша залына тантаналы йыйылышҡа ашыҡты. Уларҙы Силәбе өлкәһе губернаторы исеменән уның урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Евгений Викторович Голицын сәләмләне:
– Быйыл – йомарт күршебеҙ Башҡортос­тандың оло юбилейы. Беҙҙең төбәктәрҙе Урал тауҙары мәңгелеккә бергә бәйләгән. Башҡорт телен Силәбе өлкәһенең һәр төбәгендә ишетергә була. Бында башҡорт мәҙәниәтенә һаҡсыл ҡараш күҙәтелә, быларҙың барыһы ла халыҡты бай, көслө итә. Силәбе башҡорттарының барыһы ла үҙҙәренең кесе Ватанына тоғро ҡалған.

“Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтенең ижтимағи-сәйәси үҫеш идара­лығы етәксеһе Урал Килсенбаев Башҡорт­остан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров исеменән силәбеләрҙе сәләмләй” тигән һүҙҙәр ише­телеү менән, шығырым тулы тамаша залы көслө алҡыштарға һәм ҡыуаныслы ауаздарға күмелде.

– Ҡәҙерле ватандаштар! – тиелә ине тәбрикләүҙә, – Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында килешеү нигеҙендә СССР дәүләтендәге тәүге автономия – Башҡорт Совет Республикаһы төҙөлә. Ошо тарихи ваҡиға – илебеҙҙәге федератив ҡоролоштоң нығыныуы ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә булған. Беҙҙең Башҡортостан – Рәсәй Федерацияһының күп тармаҡлы сәнәғәткә һәм ҡеүәтле аграр комплексҡа эйә булған, иҡтисади юлға күскән, индустриаль йәһәттән алға киткән төбәктәрҙең береһе. Республика белем биреү һәм мәҙәни үҙәк булараҡ танылыу алды. Беҙҙә йөҙҙән ашыу милләт тыныс һәм татыу йәшәй. Башҡорт халҡына һәр саҡ хас булған Ватанға хеҙмәт итеү кеүек йолалар бөгөн дә дауам итә.

Әле ярты миллиондан ашыу ватандашы­быҙ йәнтөйәгенән ситтә йәшәй. Көндәлек хеҙмәтегеҙ менән һеҙ илдең сәскә атыуына тос өлөш индерәһегеҙ. Атай-олатайҙар иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлауығыҙ, балаларҙы туған телгә, тарихҡа һәм мәҙәниәткә һөйөү рухында тәрбиәләүегеҙ, тамырҙарығыҙ менән тығыҙ бәйләнеште тойоп йәшәүегеҙ ҙур әһә­миәткә эйә. Беҙ, Башҡортостанда йәшәү­селәр, һеҙҙең менән ғорурланабыҙ һәм һеҙгә һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙасаҡбыҙ. Респуб­ликаның йөҙ йыллығы – илебеҙ тарихында иҫтәлекле ваҡиға. Ҡәҙерле ватандаштар! Бергәләп беҙ “Алға, Башҡортостан!” тигән девиз менән икенсе йөҙ йыллыҡҡа ғорур һәм ышаныслы аяҡ баҫабыҙ.

Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Рәмзил Ишһариндың Башҡортостанға 100 йыл тулыуы – Рәсәй федерализмы тарихында иҫтәлекле ваҡиға булыуы хаҡын­дағы сығышы, уның Силәбе өлкәһендәге Башҡортостан вәкиле Амур Хәбибуллинға тырыш, һөҙөмтәле хеҙмәте өсөн Рәхмәт хаты тапшырыуы шулай уҡ тантаналы йыйылышҡа йәм өҫтәне.

– “100 йыллыҡҡа – 100 шәхес” проектын йәйелдерҙек, бында силәбеләр ҙә күп: Нурислам Таһиров, Хафиз Ҡушаев, Ғариф Мөхәмәтйәров һәм башҡалар, – тип Ҡорол­тайҙың эшмәкәрлеге менән таныштырҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Баш­ҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин.

Ул шулай уҡ үҙ сығышында Бөтә донъя башҡорт теле уҡытыусылары съезы хаҡында һүҙ алып барҙы, башҡорт телен һаҡлауҙың мөһимлеген билдәләне.

Данир Әхмәҙи улы силәбеләргә бәйән иткән ҡыҙыҡлы проект “Башҡорт халҡын үҫ­тереү стратегияһы” тип атала. Был стра­тегияның төп авторы – халыҡ. Көллөһөнән төрлө тәҡдимдәр йыйыласаҡ, иң яҡшы стратегтар V Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайында ҡатнашырға хоҡуҡ аласаҡ. “Башҡорт халҡының киләсәген күҙаллаған кешеләрҙең фекерҙәрен көтәбеҙ”, – тине рәйес һәм киләсәктә лә теләктәшлек итергә өмөт белдерҙе.

Губернатор урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Евгений Голицын юҡҡа ғына Башҡортостанды “йомарт күрше­ләребеҙ” тимәгәндер. Республикабыҙ тарафынан Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы уҡыусыларына башҡорт милли кейемдәре, әүҙем эшләп килгән ҡурай, ҡумыҙ ан­самблдәренә унлаған ҡурай һәм ҡумыҙ, бынан бер нисә сәғәт элек кенә төҙөлгән яңы Ҡоролтайға Башҡортостан флагы бүләк ителде, Башҡортостан хөкүмәте, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы йәмәғәт ойошмалары әүҙемселәренә Рәхмәт хаттары тапшырылды.

Шуныһы бигерәк тә күңелгә ятты – сәхнәгә сығып баҫҡан һәр кем тантанала ҡатнашыусыларҙы башҡортса сәләмләне. Башҡорт теле алма төшөрлөк тә урын ҡалмаған тамаша залында ла, фойела бер-бер артлы теҙелеп киткән күргәҙмәне күҙҙән үткәреү­селәр араһында ла өҙлөкһөҙ яңғыраны – өлкәнең төрлө райондарынан йыйылған милләттәштәр бер-береһен һәм Башҡортос­тандан килгән делегация ағзаларын күреүгә үтә шат ине. Күргәҙмә тигәндәй, бар донъяға билдәле виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәй­нетдинов милли инструменттар ғына түгел, төрлө биҙәүестәр тәҡдим итте, милли стил­дәге алҡа-беләҙек-йөҙөк-түшелдеректәрҙе һатыуға сығарған Сәрүәр Аслаева өҫтәленән дә кеше өҙөлмәне. Бынан тыш, һатыуҙа башҡорт китаптары ла булһа, силәбеләр ҡороп ебәргән тирмә эсендә күҙҙең яуын алып торған балаҫ, бишек, семәрле һандыҡ фонында һәр теләүсе фотоға төштө.

Туған моң өсөн сиктәр юҡ

Ҡунаҡсыл Силәбе башҡорттары йыр-моңдан торған күстәнәстән дә ауыҙ иттерҙе. Айлина Байгилдина “Уралым” йырын яңғыратып көслө тауышы менән барыһын да әсир итте. Әле бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, “Бишбармаҡ” исемле шаян бейеү башҡарып, Вадим Баймырҙин бар тамашасыны хайран ҡалдырҙы. Мәрйәм Таһированың “Айгөл” коллективы менән берлектә “Ҡурай” йырын йырлағанда тындар иркенәйеп, күңел тулышты – бәләкәс балаларҙан башлап үҫмер-йәштәргә тиклемге милләттәштәребеҙ сәхнәне тултырып сығып баҫыуы Силәбелә йәшәүсе башҡорт ҡәрҙәштәребеҙҙең бишектән яңы төшкән сабыйҙарына хәтлем туған тел, туған моң тәьҫирендә тәрбиәләнеүенә аныҡ дәлил ине. Үҙ телендә һөйләшеп, йырлап-бейеп үҫкән йәш быуындың рухы ла ныҡ, ундайҙар киләсәктә милләт йөгөн үҙ иңдәрендә тартасаҡ ил инәләренә, аҡһаҡалдарға әүереләсәк…

Ҡунаҡ ашы ҡара-ҡаршы. Башҡортос­тандың моңло күстәнәсенән дә ауыҙ итте силәбеләр, Сибай концерт-театр берләш­мәһенең сағыу, илһөйәр рух менән һуғарылған тамашаһын ҡарап кинәнделәр.

* * *
Силәбе өлкәһенә юл төшкән һайын уларҙағы рух күтәренкелегенә хайран ҡалып ҡайтам. Был сәфәрҙә айырыуса күҙгә ташланды ошо күренеш. Шулай булмай ни, Башҡортостаныбыҙ тарихының 100 йылын ваҡлап, икенсе быуатҡа аяҡ баҫҡан осор Силәбе башҡорттары өсөн дә әһәмиәтле ваҡиға бүләк итте – телем, халҡым тип янған әүҙем башҡорттар бөтәһе бер Ҡоролтайға ойошто. Был оло башланғыс хәйерле булһын!

Айгөл Йәмилева,

“Башҡортостан” гәзитенән.

 

Саранан фотолар – ошонда.

Leave a comment

Your email address will not be published. Required fields are marked *