Архангел ҡоролтайы яңы маҡсаттар ҡуйҙы

26019 апрелдә Архангел ауылының 1-се мәктәбендә  Архангел районы башҡорттары ҡоролтайы үтте. Унда 120 делегат һәм саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнашты. Ҡоролтай тулыһынса регламент буйынса барҙы: мандат комиссияһының доклады тыңланды, тейешле комиссиялар һайланды.

Районда ойошторолған беренсе ҡоролтай Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты тарафынан легитим түгел тип табылғас, район хакимиәте, район советы етәкселәре байтаҡ эш башҡарған: 15 ауыл биләмәһендә йыйылыштар үткәрелеп, район ҡоролтайына делегаттар һайланған. Бәлки, шуғалыр ҙа ҡоролтайҙа битарафтар булманы, проблемалар күтәрелде, уларҙан сығыу юлдарын эҙләне халыҡ.

Тәүҙә ҡоролтай рәйесе Гөлшат Зөфәр ҡыҙы Закирова отчет доклады менән сығыш яһаны һәм төп проблемалар итеп йәштәр араһында лидерҙар юҡлығын, шәжәрәләрҙе өйрәнеү буйынса эштең бик һүлпән барыуын, халыҡтың гәзит-журналдарға насар яҙылыуын, башҡорт телендәге концерт-спектаклдәргә йөрөмәүен билдәләне.

Райондың баш врачы урынбаҫары И.Р.Ғабдуллин районда 2018 йылда үлем күрһәткесенең 7 процентҡа, суицидтың 14 кешенән 4 кешегә кәмеүе, тыуым коэффициентының 15 процент булыуы тураһында белдерҙе. Проблемаларға туҡталып, ул шулай уҡ һуңғы өс айҙа ғына райондан 5 табиптың китеүе, тар профилле врачтарҙың, терапевтарҙың етешмәүе, бөгөнгө көндә 6 ФАП-ҡа фельдшер кәрәклегенә лә баҫым яһаны. Районда халыҡты медицина хеҙмәтләндереүенең бик түбән кимәлдә булыуын ҡоролтайҙа ҡатнашыусы делегаттар ҙа раҫланы. Теш, ЛОР врачына эләгеү өсөн  3-4 ай көтөргә тура килеүе,  терапевтар етешмәүе, Өфөгә барып, ЛОР, невролог кеүек тар профилле врачтарға күренеү өсөн йүнәлтмә бирмәй йонсотоуҙары тураһында әсенеп һөйләне сығыш яһаусылар.  Шәкәр диабеты менән ауырыусыларға ла ваҡытында ярҙам күрһәтелмәй, тейешле тестар, дарыуҙар ваҡытында бирелмәй.

Сығыш яһаусылар шулай уҡ районда законһыҙ рәүештә карьерҙар асылыуы, ерҙәрҙең һатылыуы, ер һатыуҙан килгән аҡсаларҙың район бюджетына инмәүе, башҡорт ауылдары йәштәренә өй төҙөү өсөн ер бирелмәүе, бирелһә лә махсус рәүештә урыҫ ауылдарынан  тәҡдим ителеүе, фәҡәт башҡорт ауылдарында мәктәптәрҙе ябып, клубтарҙы ҡыш буйына яҡмай, бикләп ҡуйыуҙары, тап башҡорт ауылдарына илткән юлдарҙың ҡаралмауы хаҡында ла бәйән итте.

Ҡыҫынды ауылы халҡынан мөрәжәғәт күп булды: һыу үткәргес торбалар һалынғандан һуң, ауыл халҡы менән кәңәшләшмәйенсә, урамдарҙағы ҡойолар күмдерелгән, колонкалар емертелгән, Йәштәр урамында йүшәүселәр 15 йыл буйы газһыҙ интегә. Ауылға ингән газ торбаларын күрше урамға һуҙыу шул тиклем ҙур сығымдар талап иткән эш түгел бит, бында район хакимиәте етәкселәренең халыҡты ҡайғыртыуы, халыҡ мәнфәғәтен күҙәтеп, районды күтәреү өсөн ултыртылғандарын, шуның өсөн ҙур ғына эш хаҡы алып ултырыуҙары тураһында онотмауҙары ғына кәрәктер, тигән фекерҙә ҡалды ҡоролтайҙа ҡатнашыусы ҡунаҡтар.

“Инйәр” район гәзитенең йөкмәткеһенә бәйле лә һүҙ булды ҡоролтайҙа. “Бөгөн үҙәк телевидение, Интернеттағы төрлө сайт, төркөмдәр халыҡ аңын бутау менән шөғөлләнгәндә, “Инйәр” гәзите ошо өлкәлә аңлатыу эштәре алып барһа, район хакимиәтенең эшен яҡтыртыу менән генә түгел, халыҡтың көнүҙәк проблемаларын хакимиәткә еткереп, уларҙы хәл итеү юлдарына арналған мәҡәләләр булһа, ҡыҙыҡлы, ауыл халҡының тормошона арналған рубрикалар асылһа, гәзиткә теләп яҙылыр инек”, – тип билдәләне сығыш яһаусылар.

Архангел районы ағинәйҙәре ойошмаһы эшмәкәрлеген маҡтап, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ла халыҡ мәнфәғәтен яҡлап, тырышып эшләргә тейеш, тигән талап ҡуйылды яңы башҡарма комитетҡа.

Ҡоролтай V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегаттар, яңы башҡарма комитет һайлау менән тамамланды. Район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе итеп урындағы имам-хатип Хисаметдинов Фәнзил Аҡман улы һайланды.

Leave a comment

Your email address will not be published. Required fields are marked *