Ғәйнәләргә “Тасимов яҡташтары” тип һоҡланабыҙ.
Пермь крайының Чернушка районында уҙасаҡ башҡорт ҡоролтайы ултырышына юлға сыҡҡанда, әлбиттә, иң тәүҙә урындағы йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Рәсил Мөхәмәтйәновты, тыумышы менән ошо яҡтан милләттәштәребеҙ Нәсүр Йөрөшбаевты (“Сена йылғаһы өҫтөндә ҡурай моңо” фильмы авторы), Альберт Мәхмүдовты (Барҙы музейы директоры) уйлап барҙым. Ни өсөнмө? Сөнки һәр береһе үҙ урынында ошо төбәктә йәшәгән милләттәштәре өсөн нимә лә булһа эшләргә тырыша, ҡулынан килгән тиклем башҡорт хаҡында донъя кимәлендә хәбәр еткерергә теләй.
Фиғелдәре башҡаса
Рәсил Тимерғәзи улы менән электән үк танышбыҙ. Ул оҙаҡ йылдар инде Пермь башҡорттары ҡоролтайын етәкләй, әммә шуны хәтерҙән сығарырға ярамай: Пермь крайы ул Ырымбур ҙа, Силәбе лә түгел. Бында бөтөнләй башҡа фиғелле милләттәштәребеҙ йәшәй. Ул оҙаҡ йылдар иғтибарҙан ситтә ҡалып көн итте, ҡоролтайҙар араһында ла мөнәсәбәт бик яҡшырҙы, тип әйтеп булмай. Ә инде һөйләштәренә килгәндә, башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында аралашҡан милләттәштәребеҙ, китаптар сығып, ғилми-ғәмәли конференциялар үтеп торһа ла, һөйләштәрен башҡорт халҡы, бигерәк тә зыялылар танымауына ҙур үпкә белдерә. Ошолар хаҡында нисек уйланмайһың ти, Башҡортостан автономияһының 100 йыллығы билдәләнгән, 2020 йылда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу башланырға торған мәлдәрҙә?!.
Төбәктәге сара “Пермь крайындағы тантаналы йыйын” тип аталды һәм Чернушка район мәҙәниәт йорто бинаһында милли байрам менән башланды. Иҫ китмәле матур күргәҙмә әҙерләнгәйне бында: халыҡ йырлап-бейеп тора, йолалар менән таныштыра бара, тарих һөйләй. Улар барыһын да яҡшы белә: боронғо дәүерҙәрҙән алып Ғәйнә башҡорттарының тарихы ҡәүемебеҙ йылъяҙмаһында теркәлгән. Башҡорттар Рус дәүләтенә ҡушылғас та, улар башҡорттарҙың Ғәйнә улысы булып яҙылған.
Тау эшкәртеү сәнәғәте менән дә тап ошо яҡ башҡорттары әүҙем шөғөлләнгән. Питерға барған һәр башҡорт унда Исмәғил Тасимов – Ғәйнә башҡорто ниәте менән асылған тау институты барлығын белә. Туҡтамыш Ишбулатов менән Баҙарғол Юнаев та шундай уҡ ҡеүәтле ир-егеттәребеҙҙән булған. Көнсығыш башҡорттары исеменән депутат булып һайланып, төбәктәге милләттәштәре мәсьәләләрен күтәргән улар.
Берҙәм булыуға ни етә!
Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең милли сәйәсәтте ғәмәлгә ашырыу бүлеге мөдире урынбаҫары Илшат Ханов байрамда ҡатнашыусыларға республика етәксеһенең ҡотлау сәләмен еткерҙе һәм бүләктәр тапшырҙы. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин урындағы халыҡҡа киләсәктә Баш йорт менән бәйләнеште өҙмәҫкә саҡырҙы. Ул йәнә лә төбәккә ярҙам буласағына ла ышандырҙы.
Байрамда ҡатнашыусыларҙы Чернушка районы хакимиәте башлығы Михаил Шестаков тәбрикләп, күп милләтле төбәктә башҡорттарҙың үҙ урыны барлығын билдәләне. Бында бит милләттәштәребеҙ үҙ еребеҙҙә йәшәп ята, улар килмешәк түгел!
Данир Әхмәҙи улы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының иң ҙур бүләге “Ал да нур сәс халҡыңа!” миҙалы менән “Ғәйнә” ырыуы етәксеһе, Барҙы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Марат Мозафаровты, Пермь ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Радик Ғариповты бүләкләне. Әйткәндәй, Радик Рәүфис улы шиғырҙар ҙа яҙа, уның милли рухтағы сығыштарын Башҡортостан телеканалдары ла күрһәтә. Шулай уҡ “Бәйләнештә” социаль селтәре аша ла уларҙың милли моң менән һуғарылған сығыштарын ҡарарға була.
– Беҙ йәштәргә күп иғтибар бүлергә тырышабыҙ. Барҙылағы музейҙа рухлы милләттәшебеҙ Альберт Мәхмүдов эшләй. Барҙы гимназияһында башҡорт өйөн һынландырған бүлмәне Дилә Монасипова ойошторҙо. Бына ошондай эштәребеҙ етерлек беҙҙең, әммә Башҡортостан тарафынан ярҙам да булһын ине. Мәҫәлән, мәктәптәр өсөн әсбаптар, методик ҡулланмалар, тарихи китаптар беҙҙең өсөн һауа төҫлө кәрәк! – тине Марат Нашат улы.
Эйе, Барҙы музейы директоры Альберт Мәхмүдовты Башҡортостан халҡы яҡшы белә хәҙер, ул төбәктә башҡорт халҡының милли кейемдәренән күргәҙмәләр ойоштороу менән генә шөғөлләнмәй, ә башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты өсөн дә көрәшә. Ул ошо диалектта китаптар сығарыу яғында. Әйткәндәй, Альберттың мәҡәләһе “Башҡортостан” гәзитендә лә сыҡҡаны бар. Уға баҫманың Рәхмәт хаты тапшырылды.
Куеда башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты етәксеһе Әлиә Сафина башҡорт милли кейемдәре тегергә ярҙам иткәндәре өсөн Пермь крайы хакимиәтенә рәхмәтен белдерҙе.
– Беҙ йәмәғәт ойошмаларында эшләйбеҙ, шуға күрә Башҡортостан тарафынан иғтибар булмаһа, край етәкселегенән ярҙам күрһәтелмәһә, бер ни ҙә ҡылып булмаҫ ине. Пермь крайы хакимиәтенең дини һәм милли бүлек начальнигы урынбаҫары Анастасия Субботинаға айырым рәхмәт. Әгәр башҡорт ойошмаларында ниндәйҙер йәнлелек, алға китеш һиҙелә икән, уның иғтибары, мөнәсәбәте яҡшы булыуҙан килә. Киләсәккә ҙур пландар менән йәшәйбеҙ, шуға күрә V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына ҙур өмөттәр бағлайбыҙ. Ундағы эшлекле һөйләшеү башҡорт халҡын берҙәм итер, маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыр тигән теләктә ҡалам, – тине Әлиә Сәхипгәрәй ҡыҙы.
Пермь крайы хакимиәтенең дини һәм милли бүлек начальнигы урынбаҫары Анастасия Субботина, сарала ҡатнашыусыларҙы ҡотлап: “Эшләйем тип торғандарға беҙ һәр саҡ ярҙам итергә әҙер. Төбәктәге башҡорт халҡы крайҙың үҫешенә, мәҙәни, рухи ҡеүәтенә көс өҫтәй!” – тине.
Ярҙам кәрәк!
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина үҙ сиратында әүҙем, милләт өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер булған гүзәл заттарыбыҙҙы тәбрикләне. Р. Ҡушаева исемендәге “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” миҙалына Чернушка башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе, “Сулпан” һәм “Ғилмияза” ансамблдәре етәксеһе Зәүиә Махатова, Көйәҙе башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Әлиә Сафина лайыҡ булды. Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы Рәхмәт хатын Пермь районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе, “Шишмә” ансамбле етәксеһе Замира Ғәбделбәроваға, Барҙа ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Әнисә Мәүликәеваға, Көйәҙе башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, “Һандуғас” ансамбле етәксеһе Лилиә Харисоваға тапшырҙы. Ҡотлайбыҙ, хөрмәтле милләттәштәр! Тәбрикләүҙәр һеҙгә ҡеүәт өҫтәһен!
Тарихсы Азат Ярмуллин үҙ сығышында Ғәйнә башҡорттарының Башҡортостан үҫешенә тос өлөш индереүен билдәләне, шулай уҡ башҡорт теле өйрәнелмәүе халыҡтың төп асылынан ситләшеүенә алып килеүен әйтте. Башҡортостан автономияһы өсөн көрәш ваҡытында уларҙың Йыһангәрәй Әмиров кеүек шәхестәренең милли хәрәкәттә ҡатнашыуын әйтте.
Виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдиновты төбәктә яҡшы беләләр, ул бындағы халыҡҡа ҡумыҙҙа уйнау буйынса оҫталыҡ дәрестәре бирҙе. Был юлы ла урындағылар унан милли музыка ҡоралының серҙәренә төшөнөргә теләне, төрлө милли музыка ҡоралдары һатып алды. Милли кейемдәр, биҙәүестәр оҫтаһы Сәрүәр Аслаева ла халыҡҡа күркәм өлгөләр тәҡдим итте. Шуныһы ҡыуаныслы, хәҙер халыҡ милли кейемдә йөрөй, уларҙы алырға, эшләргә өйрәнергә ынтылып тора.
Пермь крайында бөгөн 32 730 башҡорт йәшәй, шуға күрә V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына 12 делегат һайланды, улар – милләтебеҙҙең ысын патриоттары! Киләсәктә төбәктәге башҡорт халҡына таяныс булып, маҡсатлы эш алып барылыр, тип өмөт итәйек. Ана бит Ғәйнә башҡорто Нәсүр Йөрөшбаев 1812 йылғы Ватан һуғышынан еңеү менән ҡайтҡан ата-бабаларыбыҙ хаҡында фильм төшөрөргә йыйына. Бары тик беҙҙең тарафтан да ярҙам кәрәк.
Пермь крайы.
Азатлыҡ өсөн көрәшкәндәр
Йыһангәрәй Ғилман улы Әмиров – Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенең тәүге осоронда әүҙем ҡатнашҡан эшмәкәрҙәренең береһе. Ул 1917 йылдың 20 – 27 июлендә Ырымбурҙа үткән I Башҡорт ҡоролтайында Башҡорт үҙәк шураһының башҡарма комитетына эшкә саҡырыла.
Үҙәк шураның иҡтисад бүлеген етәкләй. 1917 йылдың 15 ноябрендә Башҡортостан автономияһын иғлан иткән тарихи акт – Башҡорт үҙәк шураһының 2-се фарманын әҙерләүҙә һәм уны иғлан итеүҙә ҡатнаша. 1917 йылдың 8 — 20 декабрендә Ырымбурҙа Каруанһарай бинаһында үткән III Бөтә Башҡорт ойоштороу ҡоролтайында Башҡортостан автономияһының Кесе ҡоролтайына (предпарламент) һайлана.
1918 йылдың ғинуарында Йыһангәрәй Әмиров, Пермь башҡорттарынан вәкил булараҡ, Өфөлә төрки-татарҙарҙың Милли мәжлесе съезында ҡатнаша. Бында Башҡорт үҙәк шураһы ағзалары Милли мәжлес вәкилдәре менән һөйләшеүҙәр алып бара. Й. Әмиров башҡорт делегацияһы составында съезда Башҡортостан автономияһы мәнфәғәттәрен яҡлай. 1918 йылдың йәйендә Башҡорт хөкүмәтенең Финанс бүлеге мөдире урынбаҫары булып эшләй. Артабан хөкүмәттең махсус йомоштар үтәгән чиновнигы булып хеҙмәт итә.
Й. Әмировтың исеме артабан 1919 – 1920 йылғы Башҡортостандың дәүләт органдары – Башревком, Башҡорт хәрби комиссариаты документтарында осрамай. 1927 йылда ул Башҡортостандың Мәскәүҙәге сауҙа вәкиллегендә эшләй. 1927 йылдың майында Башҡортостандың Халыҡ Комиссарҙары Советы рәйесе Әҡсән Мөхәмәтҡоловтың тәҡдиме буйынса, Й. Әмиров БАССР-ҙың “Госплан”ына эшкә күсерелә. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.
Азат ЯРМУЛЛИН.