«Бизнес-ҡоролтай» кисектерелә

Өфөлә быйыл 14 июнгә билдәләнгән «Бизнес-ҡоролтай» эшлекле форумы октябрь айына күсерелде. Кисә, 28 май, Ҡоролтайҙа үткән Ойоштороу комитеты ултырышында шундай ҡарар сығарылды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин әйтеүенсә, дата үҙгәреүе уның аудиторияһын арттырыуға булышлыҡ итәсәк. Форум программаһы ла эшҡыуарлыҡ һәм инвестицияларға бәйле көнүҙәк темалар менән байытыласаҡ.
Continue reading…