V Ҡоролтай нимәһе менән үҙенсәлекле?

7cZrZntZm2gV съезд 28-29 июндә Өфөлә һәм Ишембай районында, бөтөн донъяға билдәле шиханыбыҙ Торатау янында үтә. 
Бар башҡорт халҡын берләштергән 5-се йыйын нимәһе менән үҙенсәлекле һуң? 


Тәү сиратта, киләсәккә төбәп әҙерләнеүе, башлыса йәштәргә таянырға тырышыуы менән, әлбиттә. Съезға әҙерлек быйыл 1 мартта башланғайны. Башҡортостандан ситтә, республиканың ҡала һәм райондарында ҡоролтай ултырыштары үтте, улар үҙҙәренең делегаттарын билдәләне.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына Рәсәй төбәктәренән – 157, сит илдәрҙән 58 делегат саҡырылды. Башҡортостандың район һәм ҡалаларынан 295 кеше һайлау аша үтте. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты раҫлаған положениеға ярашлы, делегаттар мотлаҡ һайлау аша үтергә һәм уларҙың кәмендә 30 процентын йәштәр тәшкил итергә тейеш ине. Был ҡарар тулыһынса үтәлде.

Шуның менән бергә март айында Ҡоролтай Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһын төҙөүҙә ҡатнашыуға конкурс иғлан итте. Иң яҡшы концепция тәҡдим итеп тә съезда ҡатнашыу хоҡуғы алырға мөмкин ине. Билдәле ғалимдар, әүҙем йәмәғәт эшмәкәрҙәре составындағы эксперттар советы стратегияның нигеҙен тәшкил итәсәк һәм уны тулыландырасаҡ ун проектты һайлап алды. Проект авторҙары 5-се съезда ҡатнашыуға саҡырыу алды.

28-29 июндәге йыйында әүҙем, рухлы йәштәр ҙә күберәк ҡатнашасаҡ. Быға апрелдәге халыҡ-ара йәштәр форумы сәбәпсе. “V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Йәштәр советы” форумында етди, эшлекле тәҡдимдәр менән сығыш яһаған, милләт киләсәген яҡшыртыуға ҡағылышлы отошло проекттар тәҡдим иткән 20 йәш кеше 5-се съезда ҡатнашыуға хоҡуҡ алды.

V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының программаһы ла үҙенсәлекле. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин билдәләүенсә, был үҙенә күрә йәш, заманса, эшлекле ҡоролтай буласаҡ. Съезда һигеҙ секцияла мәғариф һәм кадрҙар, башҡорт теле, тарих, демография һәм һаулыҡ, медиа-даирә, мәҙәниәт һәм сәнғәт, бизнес, төбәктәрҙәге башҡорттар темалары ҡарала. Әммә иң мөһиме шунда – секция ултырыштары ябай һөйләшеүгә һәм резолюция ҡабул итеүгә генә ҡайтып ҡалмай, делегаттар милләт киләсәген күҙаллаған өр-яңы проекттар, Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы өҫтөндә эшләйәсәк.

Съезд йомғаҡтары буйынса республика етәкселегенә, дәүләт органдарына талаптар исемлеге түгел, бәлки дәүләт программаһы проекты, эшлекле тәҡдимдәр әҙерләнеп тапшырыласаҡ.

Башҡорт рухына, йыр-моңона һыуһаған милләттәштәр өсөн бай концерт программаһы ла әҙерләнә.
Улар икәү. Йәштәр көнө уңайынан 5-се Ҡоролтай сиктәрендә 28 июндә Өфөләге “Ватан” этнопаркында сағыу “Самрау” шоу-фестивале үткәрелә.

Иртәгәһенә, 29 июндә, бөтөн милләттәштәрҙе Торатау йыйынында көтәбеҙ.

Беҙ, башҡорттар – бөтә ырыуҙарыбыҙ менән изге тауҙа тупланған, ата-бабаларҙан ҡалған зиһен зирәклеге, күңел һиҙгерлеге, быуаттарҙан быуаттарға милләтебеҙҙе һаҡлап алып ҡалыр рухи көсө менән дан алған халыҡ! Тап Торатауҙа һаҡлана ул ҡәүемебеҙҙең ырыҫын ҡурсалар, ғәмен уятыр, моңон таратыр ҡеүәт! Шулай итеп, Ер шарының төрлө төбәгенән йыйылған милләттәштәр өсөн съезд 29 июндә изге тауыбыҙ Торатауҙа тамамлана. Рух байрамында теләгән һәр кем ҡатнаша ала, сикләү юҡ.

Leave a comment

Your email address will not be published. Required fields are marked *