Ишембайҙар шәхестәрен онотмай

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты Башҡортостан автономияһының 100 йыллығына арнап, “Башҡортостан Республикаһы дәүләтселегенең тыуыуы һәм аяҡҡа баҫыуы: 100 шәхес” тигән проект иғлан иткәйне. Уның йомғаҡлау исемлеге Ҡоролтай Советы ултырышында раҫланды һәм иң беренсе сиратта милли хәрәкәттә ҡатнашыусыларҙың тормошо һәм эшмәкәрлеге тураһында китап сығарырға тигән ҡарар ҡабул ителде. Ҡоролтай шулай уҡ муниципалитеттар хакимиәттәренә яҡташтарының исемен […]
Continue reading…

 

Хәйбулла башҡорттары ҡоролтайға йыйылды

Республиканың 100 йыллығын билдәләү уңайынан Аҡъяр мәҙәниәт йортонда Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы үтте. Унда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева, ойошма аппараты етәксеһе урынбаҫары Азамат Сирбаев, Хәйбулла районы башлығы Раил Ибраһимов, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, драматург, журналист Сәрүәр Сурина һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты.
Continue reading…

 

Бүздәктәр Муллайән Халиҡов уҡыуҙарына республика уҡыусыларын йыйҙы

2019 йылдың 25 мартында Бүздәк район үҙәгендә Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейына арналған тантаналы байрам саралары ойошторолдо. Килгән ҡунаҡтар район мәҙәниәт йортоноң фойеһында Муллайән Халиҡовтың нәҫелдәштәренең шәжәрәһе, уның тормош юлы һәм эшмәкәрлегенә, шулай уҡ райондың арҙаҡлы шәхестәренә арналған стендтар, милли аш-һыу, халыҡ кәсептәре, уҡыусылар үҙ ҡулдары менән етештергән әйберҙәрҙән бай йөкмәткеле күргәҙмәләр менән танышты.
Continue reading…

 

Үҙ асылдарына тоғролар

Башҡортостан халҡы оло юбилей — республикабыҙ ойошторолоуға 100 йыл тулыуҙы байрам иткән көндәрҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегацияһы Һамарға юлланды. Рәсәйҙең иң ҙур ҡалаларының береһендә Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына һәм V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына арналған тантаналы сара уҙҙы. Башҡортостан вәкилдәре Һамар башҡорттарының көнитмеше менән танышты, милләттәштәребеҙҙе борсоған проблемаларҙы хәл итеү юлдарын барланы.
Continue reading…

 

Ҡалтасы ҡоролтайында – яңы етәксе

Ҡалтасы районы башҡорттары ҡоролтайында –  яңы етәксе. 25 мартта район үҙәк китапханаһында үткән ҡоролтай ултырышында делегаттар яңы ҡор башы итеп Лилиә Фәндүс ҡыҙы Дәүләтованы һайлап ҡуйҙы. Бығаса рәйес вазифаһын башҡарған Булат Рәфит улы Рәшитов, төп эшенән китә алмау сәбәпле, рәйес урынбаҫары ғына булып ҡалдырыуҙарын һораны. V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерлек сиктәрендә үткәрелгән ҡоролтайҙа Өфөнән […]
Continue reading…

 

«Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы» – беҙҙең уртаҡ киләсәктең кәүҙәләнешен тәҡдим иткән документ

Беләһегеҙ, быйыл йәй башҡорттар ҡорға йыйыла. Юҡ, бөтә халыҡ бергә туплана алмаҫ, ә милләттәштәр үҙ араһынан һайлап алып, делегат итеп иң әүҙем, иң рухлы кешеләрен ебәрер. Шулай булыр тип ышанғы килә. Әле төбәктәрҙә тап вәкилдәр һайлау бара ла инде. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетында ла әҙерлек эштәренең ҡыҙған мәле. Бишенсе ҙур ҡорға “Башҡорт халҡының […]
Continue reading…

 

Ҡаҙағстан башҡорттары Башҡортостан Республикаһының юбилейын билдәләне

24 мартта «Аҡбуҙат» башҡорт этномәҙәни үҙәгендә Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған осрашыу үтте. Ватандаштар ҡурайҙа уйнаны, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарҙы, бейене. Алда көтөлгән саралар тураһында һөйләштек, план төҙөнөк.
Continue reading…

 

“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы – 2019” еңеүселәре асыҡланды

Бөгөн, 22 мартта, Өфөнөң Ҡала мәҙәниәт һарайында “Йыл уҡытыусыһы – 2019” республика  конкурсы һәм “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы – 2019” төбәк-ара конкурсын йомғаҡлау тантанаһы үтте. Сара бик йылы шарттарҙа республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ленара Иванова, мәғариф министры Айбулат Хажин, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы депутаттары һәм мәғариф хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында уҙҙы. […]
Continue reading…

 

Рәсәй төбәктәрендә ҡоролтайҙар үтә

9 мартта Калуганың Матбуғат йортонда (Марат урамы, 10) Калуга өлкәһе башҡорттары йыйыла. Ойошма рәйесе Салауат Әсфәтуллин хәбәр итеүенсә, ултырыш иртән 11-ҙә башлана. 10 мартта Тверь ҡалаһында ҡоролтай ултырышы билдәләнгән. «Милләттәштәребеҙҙе «Затверецкий» мәҙәниәт һарайында (Академик Туполев урамы, 105) көндөҙ сәғәт 2-лә көтәбеҙ», – тип хәбәр итте ҡоролтай рәйесе Марат Бәхтиев.
Continue reading…

 

Ростовта башҡорттарҙың шанлы үткәнен барлайҙар

Ростов башҡорттары Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығын ғилми сара – «Рәсәй тарихында башҡорт халҡының хәрби тарихы биттәре. 1798-2019 йылдар» тип аталған төбәк-ара түңәрәк өҫтәл менән билдәләй. Сара 14 мартта Дондағы Ростов ҡалаһында үтә. Унда Башҡортостандың кантонлыҡ системаһынан алып Наполеонға ҡаршы көрәш, Граждандар һуғышы, 112-се Башкавдивизия, арҙаҡлы шәхестәребеҙ Муса Гәрәев, Миңлеғәли Шайморатов һәм хәҙерге заманда Рәсәй һағында торған башҡорттар темаһы […]
Continue reading…