Һамарҙарға дан кәрәкмәй, дуҫтар кәрәк, кәрәк туғандар

Өфөнән 622 саҡырым юл үтеп, Һамар өлкәһенең Оло Чернигов районының үҙәгенә килеп еткәндә, көн кискә ауышҡайны инде. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, машинанан төшөп, ярайһы ғына талсыҡҡан билдәрҙе яҙып та өлгөрмәнек, эргәбеҙгә ике заманса сит ил джиптары килеп туҡтаны ла, шат йылмайып Һамар өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Сәфиулла Вилданов һәм өлкә ҡоролтай ағзаһы Ғәбделбар Сәүгәновтар […]
Continue reading…

 

Мең ере – мең берлеге

Хөрмәтле дуҫтар, иптәштәр, туғандар – Мең ҡәүеме ырыуҙарының III йыйынында ҡатнашыусы делегаттар һәм ҡунаҡтар!  Донъяла Хәтер, Ил хәтере, Халыҡ хәтере тигән ғәжәп тәрән мәғәнәле һүҙ бар. Илде – ил, милләтте милләт итеп тотоп торған көстәрҙең береһе ул. Беҙҙе бөгөн әүәл-әүәлдән, сал быуаттар төпкөлөнән ырыу-ырыу булып берләшеп, иңгә-иңде терәп, ҡулға-ҡул тотоношоп, сал Уралдың тау һәм далаларында […]
Continue reading…

 

Ил инәһенең васыяты

Журналист, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре, педагог, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Зәйнәб Биишева һәм Рәми Ғарипов исемендәге премиялар лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Мәрйәм БУРАҠАЕВАҒА – 75 йәш Һуңғы йылдарҙа Башҡортостандың тәүге халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның яҡты иҫтәлегенә бағышланған байтаҡ ҡына хеҙмәт баҫылып сыҡты. Улар араһында “Китап” нәшриәтендә 2008 йылда донъя күргән “Халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева” (төҙөүсеһе […]
Continue reading…

 

Аҫаба

Аҫаба… Ошо һүҙҙең тамырында күпме аҡыл, күпме батырлыҡ һәм таһыллыҡ, йылға-йылға булып ағырлыҡ шатлыҡ һәм ҡайғы, күҙ йәше менән бергә ҡан, һөйөү һәм нәфрәт ята. Баязит Бикбайса әйтһәң, уның өсөн түккән беҙҙең “ҡанды бергә йыйһаң, ҡыҙылайыр ине диңгеҙҙәр”. Үҙен башҡорт һанаған һәр кеше, һис шикһеҙ, аҫаба ер, аҫаба хоҡуҡ тураһында ишеткәне бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның […]
Continue reading…

 

Оло юлға сығыр алдынан

Башҡорт халҡы тарихта үҙенең урынын, йәшәгән Ер-һыуын биләүгә, үҙ теле, асылы, динендә йәшәү, Хаҡын хаҡ итеп танытыр өсөн тыуа-тыуғаны, була-булғаны буйы көрәшә. Был иһә башҡорттоң йәшәү рәүеше, иң гүзәл Ерҙә ырыҫлы йәшәү шарты булып әлмисаҡтан бирелгән. Оһолдарын оло уй, маҡсат менән туҡтауһыҙ камиллаштырһын, йөрәген таҙа тотһон тип, Аллаһы Тәғәлә башҡортҡа Баш тигәнгә бәйле Исем биргән, […]
Continue reading…

 

Һеҙҙә кейеҙ баҫалармы? Беҙҙә кейеҙ баҫалар!

Йыр-бейеү менән ҡаршы алды беҙҙе Әлшәй ағинәйҙәре “Аҡ кейеҙгә баҫһам…” тип исемләнгән йола байрамында. Әле яңыраҡ ҡына Себенлелә “Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға” байрамы, Ҡыпсаҡ-Асҡарҙа ауылдың 255 йыллығына арналған йыйын үткәрелгәйне, бөгөн иһә Урта Аҡҡолай ауылы кейеҙ байрамына ҡунаҡтар йыйҙы. Сағыу милли кейемдәрендә нур бөркөп торған күрше Миәкә, Бишбүләк, Дәүләкән, Шишмә ағинәйҙәре сараға оло йәм өҫтәне. Ә […]
Continue reading…

 

Үҙебеҙҙән башлайыҡ

Башҡорт халыҡ ижады – быуаттар буйы һаҡланып, быуындан быуынға күсеп килгән изге аманат. Шуға ла уны һаҡлауҙы, үҫтереүҙе һәр кем үҙенең бурысы тип иҫәпләргә тейеш. Был тәңгәлдә айырыуса бөгөн мәҙәниәт өлкәһендә эшләгәндәр иңенә ҙур йөкләмә һалынған. Мәләүез ҡалаһының мәҙәниәт һарайында үткән төбәк семинарында башлыса һүҙ шул хаҡта барҙы. Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Халыҡ ижады үҙәге ойошторған […]
Continue reading…

 

Милли мираҫҡа тоғролоҡ

Халҡыбыҙҙың тарихын белеү, йолаларын тергеҙеү, быуындар бәйләнешен нығытыу — һәр кемдең изге бурысы, тиҙәр. Ә ошоларҙы атҡарыу беҙгә нәҡ ауыҙ-тел ижады, йыр-моң аша килә түгелме? Был юҫыҡта миҫал эҙләп алыҫ йөрөйһө түгел, Башҡортостаныбыҙҙың көньяҡ-көнбайыш райондарына күҙ һалыу ҙа етә. Мәҫәлән, Федоровка халҡы ла быны үҙ миҫалында аныҡ иҫбатлай.
Continue reading…

 

Селтәр, хәситә, һаҡалдар… йәки Асия-ҡашмау байрамы

 “Бәйләнештә” социаль селтәрендә түшелдерек кейеп ихлас йылмайып торған бер инәйҙең фотоһы йөрөй. Был рәсем аҫтына замана йәштәре “Деньги – башкирское национальное украшение” тип яҙған. Ошо һүрәтте бер мәл сәхифәмә ҡуйғайным, “Йәшлек” гәзитендә бергә эшләгән Миңлегөл Абдулова: “Был бит минең Зөһрә Хәсәнова нәнәйем, Әлшәй районының Ҡармыш ауылынан ул”, – тине. Ҡасандыр Мәскәүҙән экспедиция килеп, башҡорт әбейен […]
Continue reading…

 

Рух ҡошо тураһында риүәйәт

Донъяла Рух тигән ҡош бар. Башҡа бөтә ҡоштарҙан да айырмалы рәүештә, ул нурҙан ғына тора һәм күҙгә күренмәй. Уны бары күңел менән генә тойоп була. Ер йөҙөндә йәшәгән һәр бер халыҡтың үҙ Рух ҡошо була. Һәр халыҡ уның менән бергә барлыҡҡа килә. Рух ҡошо халыҡтың улдарының һәм ҡыҙҙарының күңел йылылығынан көс ала. Ә күңел йылылығы […]
Continue reading…