Халҡыбыҙ аҫыл асылынан ситләшмәһен өсөн…

Торғонлоҡ тип аталған теге йылдарҙа аҫыл асылынан ситләшә яҙҙы халҡыбыҙ. Хәҙер килеп ниндәй йәшәйеш ҡағиҙәләребеҙгә, йолаларыбыҙға, тәрбиә алымдарына йөҙ борорға кәрәк, тип иҫәпләйһегеҙ? Мәрйәм БУРАҠАЕВА, яҙыусы, педагог: Беҙҙең төп йәшәйеш ҡағиҙәләребеҙ, халҡыбыҙҙы милләт итеп йәшәтеп килеүсе төп ҡиммәттәребеҙ – милли мираҫыбыҙҙа. Тамырҙары бик тәрәнгә киткән тарихыбыҙ, иңләп ҡолас етмәҫлек йолаларыбыҙ, донъя һоҡланырлыҡ моңобоҙ-йырҙарыбыҙ, һоҡланып туймаҫ […]
Continue reading…

 

Дондағы Ростов Рәмиҙе хәтерләй

Яҡташым, яҙыусы Мәхмүт Сәлимовтың һәр шылтыратыуын көтөп алам. Һирәк аралашҡанға түгел, ә уның әүҙем эшмәкәрлеге менән тағы ниндәй ҙә булһа тарихи, мәҙәни сара үткәрелеүе тураһында хәбәрҙар булғым килгәнгә. Тынғыһыҙ ир-егет, яугир һәр һүҙен ғәмәле менән раҫлап тора. Бына әле яңыраҡ ҡына Дондағы Ростов ҡалаһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 85 йыл тулыу уңайынан башҡорт, […]
Continue reading…

 

“Аҡ тирмә”ләр ҡороп Мәскәүҙәрҙә

Уларҙы беҙ үткән төрлө милли сараларҙа ла, Интернет селтәрендәге социаль селтәрҙә лә башҡорт байрамдарын ойоштороусы булараҡ бик йыш күрә башланыҡ. Һүҙем бына инде өсөнсө йыл рәттән эшләп килгән Мәскәүҙәге “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге тураһында. Яңыраҡ унда “Быуаттарҙы быуаттарға ялғар ептәр” тип аталған халыҡ-ара форум уҙҙы. Үҙәк баҫмалар, был сара 2018 йылда иғлан ителәсәк Милләттәр берҙәмлеге […]
Continue reading…

 

Бөрөләр ең һыҙғанды

20 ғинуарҙа БДУ-ның Бөрө филиалы бинаһында Бөрө районы башҡорттары ҡоролтайы ултырышы үтте. Ултырыш барышында ойошманың үткән йылда башҡарылған һәм быйылғы йылға планлаштырылған эштәре ҡаралды. Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалының педагогика факультеты деканы, Бөрө муниципаль район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Винер Усманов, Бөрө районы Үрге Ыласынтай ауыл биләмәһенең хакимиәт башлығы Фидират Гәрәев, шәхси эшҡыуар Рәйес […]
Continue reading…

 

Ил инәһе барҙа…

Беҙҙең Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылы, шөкөр, йылдан-йыл ҙурая, йәш ғаиләләр һаны арта. “Ауылы берҙең ҡәүеме бер” тиҙәр, ауылыбыҙҙа ана шул берҙәмлекте булдырыусы аҡыллы, намыҫлы, тоғро, хеҙмәт яратҡан кешеләр йәшәй. Беҙҙең яҡтарҙа һәр ауыл борон-борондан килгән, яҙылмаған бер тәртипкә буйһоноп йәшәй. Ошо тәртип 90-сы йылдарҙа бер аҙ йомшарып киткәйне. Халыҡтың үҙгәртеп ҡороуҙар шауҡымында, эшһеҙлектән, аҡсаһыҙлыҡтан күңеле […]
Continue reading…

 

Ҡараңғылыҡты әрләгәнсе үҙең бәләкәй генә булһа ла бер шәм тоҡандыр!

“Ауылдар бөтә, йәштәр ауыл ерендә ҡалмай, тип төшөнкөлөккә бирелгән кешеләрҙең фекере менән килешмәйем. Ауылдарҙың киләсәге ауыл халҡының үҙенә бәйле, һәр эштең башында ошонда йәшәгән халыҡ үҙе торорға тейеш, тип иҫәпләйем. Тәрбиә мәсьәләһен генә алайыҡ. Оло быуын кешеләре белә, элек балаларҙы һәм йәштәрҙе бөтә ауыл менән тәрбиәләй торғайнылар. Урамдың ыңғай тәрбиәһе ине ул. Беҙ был тәрбиәне […]
Continue reading…

 

Баймаҡтар ҡор йыйҙы

10 ноябрҙә Баймаҡта район башҡорттарының ҙур йыйыны үтте. Уның эшендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты аппаратының баш белгесе Рәйсә Күзбәкова, Сибай ҡалаһы башҡорттары башҡарма комитеты рәйесе, Урал аръяғы төбәк-ара ҡоролтай советы рәйесе урынбаҫары Ирек Бикмәтов, Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Илшат Ситдыҡов ҡатнашты. Йыйынға урындарҙан һайланған делегаттар һәм ҡоролтай рәйестәре, ҡала һәм ауыл биләмәләре башлыҡтары, […]
Continue reading…

 

“Алаҫ!” тигән оран ишетеп, ҡор тупланы меңдәр ҡәүеме

Былтыр Ҡырҡ-өйлө мең башҡорттарының йыйыны тәүге тапҡыр ойошторолғайны. Улар – мең ҡәүеменең бер тармағы, әммә сараға ҙур ырыуҙың башҡа төркөмдәренә ҡараған вәкилдәре лә йыйылды. Дим буйы ярындағы майҙан умарта күсе кеүек ҡайнай. Көндөң матурлығы! Ғөмүмән, быйылғы йәй уңған ҡатынға оҡшап тора: йылы, яҡты көндәре менән генә иркәләп ҡалмай, ә емеш-еләге менән дә һыйлай, көслө ямғыры […]
Continue reading…

 

“Милли моңға, йырға сарсаныҡ”

Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районында Башҡорт мәҙәниәте байрамы уҙҙы. Унда күп һанлы ҡунаҡтар, тамашасылар алдында йыр һәм бейеү ансамблдәре, солистар сығыш яһаны. Байрам иһә тарихи Башҡортостан ерендә халҡыбыҙҙың йыр-моңон, йолаларын һаҡлауға, ситтә йәшәгән ҡан-ҡәрҙәштәребеҙҙе берләштереүгә йүнәлтелгәйне. Сит яҡтарға байтаҡ ҡына сығып йөрөлһә лә, Ырымбур өлкәһенә әлегәсә аяҡ баҫҡаным юҡ ине. Сәфәргә сыҡҡанда башта төрлө уйҙар сыуалды: […]
Continue reading…

 

Башҡортостандың Иҫке Яппар ауылына – 500 йыл

Гөл-сәскәләр араһында Бик матур бер ауыл бар. Бар яғы хозур тәбиғәт, Исеме – Иҫке Яппар, – Мәғәфүр Рафиҡов был шиғри юлдарын тыуған ауылына арнаған. Ысынлап та, Дим буйына һыйынып ултырған был төбәктең тарихы бай һәм үҙенсәлекле. Ауылдың 500 йыллығын үткәреүгә йәше-ҡартының – һәммәһенең ҡушылыуы райондаштарым өсөн ғорурлыҡ тойғолары уятты. Ҡараулы ихаталар, ауыл урамында ғына түгел, […]
Continue reading…