Селтәр, хәситә, һаҡалдар… йәки Асия-ҡашмау байрамы

 “Бәйләнештә” социаль селтәрендә түшелдерек кейеп ихлас йылмайып торған бер инәйҙең фотоһы йөрөй. Был рәсем аҫтына замана йәштәре “Деньги – башкирское национальное украшение” тип яҙған. Ошо һүрәтте бер мәл сәхифәмә ҡуйғайным, “Йәшлек” гәзитендә бергә эшләгән Миңлегөл Абдулова: “Был бит минең Зөһрә Хәсәнова нәнәйем, Әлшәй районының Ҡармыш ауылынан ул”, – тине. Ҡасандыр Мәскәүҙән экспедиция килеп, башҡорт әбейен […]
Continue reading…

 

Димселек… буйҙаҡлыҡтан ҡотҡарыр бер сара

Бөгөн егеттәрҙең буйҙаҡлығы көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе, хатта ғаиләләрҙең баш бәләһе  булып тора. Уның сәбәптәрен төпсөнә башлаһаң, һыныҡҡа һылтау  табыла инде ул. Күптәр ата-әсәләренең елкәһендә икәүләп йәшәүҙе хуплап еткермәй, йә иһә, йәшәргә йорт, ҡулға эш юҡ,  һәм башҡа шуның кеүек сәбәптәрҙән ары үтмәйҙәр. Минең фекеремсә, хәҙерге егеттәргә этеп-төртөп йөрөтөүсе еңгә-еҙнәләр мәктәбе һәм тәүәккәллек, ныҡышмаллыҡ етмәй.
Continue reading…

 

Йөҙ йыл йәшәһен ине “Алтын ай”

Бөгөнгө геройыбыҙ тураһында БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Динислам Исҡужин: “Ул тырышһа, бөйөк бейеүсе була торған кеше”, – тигәйне. Был һүҙҙәр РФ Милли гвардия ғәскәрҙәренең академик йыр һәм бейеү ансамбле артисы, Мәскәүҙәге “Алтын ай” башҡорт бейеү ансамбле етәксеһе, Баймаҡ районы Урғаҙа ауылында тыуып үҫкән Нәзир Нияз улы БАЙЕГЕТОВҡа адресланған. Күптән түгел “Алтын ай”ҙың ҡатын-ҡыҙҙар ансамбле “Байыҡ” […]
Continue reading…

 

“Аҡ тирмә”ләр ҡороп Мәскәүҙәрҙә

Уларҙы беҙ үткән төрлө милли сараларҙа ла, Интернет селтәрендәге социаль селтәрҙә лә башҡорт байрамдарын ойоштороусы булараҡ бик йыш күрә башланыҡ. Һүҙем бына инде өсөнсө йыл рәттән эшләп килгән Мәскәүҙәге “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге тураһында. Яңыраҡ унда “Быуаттарҙы быуаттарға ялғар ептәр” тип аталған халыҡ-ара форум уҙҙы. Үҙәк баҫмалар, был сара 2018 йылда иғлан ителәсәк Милләттәр берҙәмлеге […]
Continue reading…

 

Күҙ төбәп торған ерҙәре – Башҡортостан

“Бөтә Ер шарында уларҙың күҙ төбәп торған бүтән ере юҡ, иле юҡ… Бына ошо беҙ генә, Башҡортостан ғына…” – тип һүҙен тамамланы Алһыу Рамаҙан ҡыҙы Сирғәлина. Күҙемә йәш алып тыңланым әңгәмәне, уны һеҙгә лә тәҡдим итәм. Күптән түгел генә Үзбәкстанда йәшәгән милләттәштәребеҙ Башҡортостан Республикаһы көнөн уҙғарғайны. Ошо уңайҙан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты вәкилдәре […]
Continue reading…

 

“Антигона”. Бөгөнгө башҡорт мөхите һәм грек мифологияһы

Уҡыусы киңәйтелгән баш һүҙгә иғтибар иткәс тә: “Автор был ике күренеш араһында ниндәй уртаҡлыҡ таба алды икән?” – тип уйлар, бәлки. Ысынында иһә кешелек донъяһы бер бөтөн бит ул. Тәү ҡарамаҡҡа һис бер бәйләнеше булмаған кеүек күренештәр ҙә ниндәйҙер ептәр менән үҙ-ара тығыҙ үрелгән булып сыға. Әҙәм балаһы иһә, ҡайһы осорҙа, кем булып, ниндәй илдә, […]
Continue reading…

 

Бергәләп эшләү отошло

Ижади коллективтарҙы даими борсоуға һалған гастролдәр эшмәкәрлеген көйләү мәсьәләһе яҡын арала хәл ителергә тейеш. Был хаҡта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ҡарамағында эшләп килгән Башҡорт халҡының рухи мираҫын һәм мәҙәниәтен һаҡлау комиссияһы ултырышында республика Мәҙәниәт министрлығының профессиональ сәнғәт, мәғариф һәм ижади проекттар бүлеге начальнигы Әлфиә Ҡолһарина белдерҙе. Гастролдәргә бәйле һорау Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт […]
Continue reading…

 

ТӨРКИ ОРКЕСТРҘА – ҠУРАЙ ТАУЫШЫ

Алтылағы юлдан ҡайтһа, алтмыштағы хәл белешергә килә, ти халыҡ мәҡәле. Ә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының был әйтемгә ярашлы үҙенең матур йолаһы бар, йәғни сит илдәргә, өлкәләргә форум, фестиваль, сараларға барып килгән башҡорт балаларын йөрөп ҡайтҡас үҙ янына йыйыу, хәлдәрен белешеү, ил-көн хәбәрҙәрен, һәүетемсә донъя яңылыҡтарын һөйләшеп ултырыу. Күптән түгел йәнә бер төркөм музыкант йәштәр кескәй […]
Continue reading…

 

“Алаҫ!” тигән оран ишетеп, ҡор тупланы меңдәр ҡәүеме

Былтыр Ҡырҡ-өйлө мең башҡорттарының йыйыны тәүге тапҡыр ойошторолғайны. Улар – мең ҡәүеменең бер тармағы, әммә сараға ҙур ырыуҙың башҡа төркөмдәренә ҡараған вәкилдәре лә йыйылды. Дим буйы ярындағы майҙан умарта күсе кеүек ҡайнай. Көндөң матурлығы! Ғөмүмән, быйылғы йәй уңған ҡатынға оҡшап тора: йылы, яҡты көндәре менән генә иркәләп ҡалмай, ә емеш-еләге менән дә һыйлай, көслө ямғыры […]
Continue reading…

 

Ҡоролтай сәнғәт әһелдәрен тәбрикләне

Халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, телен һаҡлауға, Башҡортостанда театр сәнғәтен үҫтереүгә һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарарҙарын тормошҡа ашырыуға индергән ҙур өлөшө өсөн бер төркөм театр эшмәкәрҙәре Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаттарына лайыҡ булды. Сәнғәт эшмәкәрҙәрен тәбрикләү тантанаһы республикала тәүге тапҡыр ойошторолған Театр һабантуйында үтте. Салауат дәүләт башҡорт драма театры актеры, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Гөлсәсәк Шәрипова, М. […]
Continue reading…