«Башҡорт йәштәре дуҫтарын йыя!»

– Ошондай исем аҫтында 25-26 июндә Баймаҡ районы Граф күле буйында Асыҡ йәштәр форумы үтә. Байрамға Башҡортостан һәм күрше төбәктәр йәштәре саҡырыла. Сараның маҡсаты — йәштәрҙе туплау, үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыу, дуҫлыҡ ептәрен нығытыу, башҡорт халҡының милли мәҙәниәтен һәм рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, милләт-ара татыулыҡты нығытыу. Форумды ойоштороусылар — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма […]
Continue reading…

 

Һуңғы ваҡытта башҡорт милли кейеменә ҡарата иғтибар артыуы һиҙелә. Фәнни-ғәмәли конференциялар ойошторола, бөгөн иһә Өфөлә Башҡорт милли кейеме көнө уҙғарыла. Ғөмүмән, башҡорттар үҙ милли кейеме тураһында иң тәүге сиратта ниҙәр белергә тейеш?

Зөһрә РӘХМӘТУЛЛИНА, философия фәндәре докторы, профессор, БР Халыҡтары ассамблеяһы рәйесе, РФ Дәүләт Думаһы депутаты: “Ағас күрке – япраҡ, әҙәм күрке – сепрәк” тигән әйтем бар башҡорттарҙа. Әҙәм тәнендә барлыҡҡа килгән замандарҙан алып, кейем кешене һыуыҡ, эҫе, ел-ямғыр кеүек тәбиғәт стихияһынан һаҡлаусы ғына түгел, уның мәҙәни-социаль статусын, этник сығышын билдәләүсе лә, шул уҡ ваҡытта кешенең эске […]
Continue reading…

 

Бейеүҙәрем менән халҡымдың рухын күтәрәйем, тим

Бейеү – ул халыҡтың күңеле. Башҡорт профессиональ хореографияһының нигеҙен булдырыусы Фәйзи Ғәскәров ошо ябай ғына хәҡиҡәтте аңлауы менән дә бәхетле ижадсы булғандыр, моғайын. Донъялағы сәхнә ҡалыптарынан тайпылып, бейеү ябай тамашасыға ҡыҙыҡлы һәм аңлайышлы, ихлас булһын һәм, иң мөһиме, унда халыҡ күңеле сағылһын, тигән оло бурыстар йөкмәгән бөгөнгө ҡунағыбыҙ ҙа ижады менән үҙенә-үҙе һәйкәл ҡуйған шәхес. […]
Continue reading…

 

«Йор үҙән» республика этно-фестиваленә иң шәп этно-төркөмдәр йыйыла

3-4 июндә Ҡыйғы районында район һабантуйы барышында «Йор үҙән» этно-фестивале уҙа. Унда «…Егерме лә ике йәшендә» республика конкурсы ойошторола. Этно-төркөмдәрҙең репертуарында башҡорт халыҡ йырҙары, ҡобайырҙар һәм халыҡ ижадының башҡа жанрҙары булырға тейеш. Бәйгелә «Табын» (Ғафури), «Әйле-ҡатай» (Ҡыйғы), «Бәйембәт» (Күгәрсен), «Юлдаш» (Салауат), «Алпамыша» (Учалы), «Дәрт» (Межгорье ҡалаһы), «Сал Урал» (Пермь ҡалаһы), «Арман» (Сибай), «Тархан» (Сибай), «Саптар» […]
Continue reading…

 

Йомабай ҡурайсы

“Мин уның менән 1927 йылда Германия­ ға, Беренсе бөтә донъя күргәҙмәһенә ба­ рыр алдынан таныштым. Ул бик матур кеше ине: мөһабәт кәүҙәле, ҡарағусҡыл, мөләйем йөҙлө, аҡыллы ҡарашлы. Беҙҙең концерттар Майндағы Франкфурттың Ҙур опера театрында барҙы. Йомабай ҡурайҙа башҡорт көйҙәрен уйнаны, һәм был иҫ киткес ине! Ғәжәп саф, яңы һәм һоҡландырғыс! Залдағы туп-тулы сит ил тамашасыларының […]
Continue reading…