Зәки Вәлиди – мәшһүр ғалим, алдынғы сәйәсмән

2008 йылда Мәскәүҙә булды был хәл. Элекке СССР дәүләттәренә ҡараған Яҙыусылар союзы ағзалары ҡатнашлығында халыҡ-ара форумға йыйылғанбыҙ. Башҡортостандан икәнлегебеҙҙе белеп, ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ, үзбәк, ҡарағалпаҡ милләте вәкилдәре: “Зәки Вәлидиҙең Ватанынан!” – тинеләр тәрән ғорурлыҡ менән. Нуғай телле Ҡабарҙа-Балҡар халыҡ яҙыусыһы Иса Капаев айырыуса ҙур иғтибар бүлде: “Зәки Вәлидиҙең ҡыҙы бит улайһа һин!” – тип ебәрҙе хатта. […]
Continue reading…

 

Халыҡ шағирының кейәү ҡурайына бейегәне

Беҙ халыҡ шағирҙарыбыҙҙың ысын мәғәнәлә халыҡтыҡы, улар менән күҙгә-күҙ аралашыу мөмкинлеге булғанына сикһеҙ бәхетлебеҙ. Әле генә Ҡәҙим Әбделғәлим улы Аралбаев үҙенең 75 йәшлек юбилейын уҙғарҙы. Кисә Актерҙар йорто сәхнәһендә үтте. Шағирҙы ҡотлар өсөн Башҡортостандың төрлө төбәктәренән, Һамар өлкәһенән, Татарстандан яҡындары, ҡәләмдәштәре, хеҙмәттәштәре һәм уҡыусылары йыйылды. Ҡәҙим Аралбай тыуғанынан алып ергә, халыҡҡа яҡын, сөнки ул баҫыуҙа […]
Continue reading…

 

Урал бөркөтөнөң үлемһеҙ осошо йәки Легендар комбригтың ғүмер сәхифәләре

Халҡыбыҙ батырҙарға элек-электән оло хөрмәт менән ҡараған. Милли хазинабыҙ иҫәпләнгән «Урал батыр» эпосының тыуыуы ла, хатта беҙҙең көндәргәсә килеп етеүе лә уларға ҡарата булған тәрән ихтирам һәм йылы мөнәсәбәт билгеһе. Ил-йортто, ер-һыуҙы дошмандарҙан һаҡлаған, халыҡты һәр төрлө йәбер-золомдан ҡурсалаған типһә тимер өҙөрлөк таһыллы ир-егеттәр тураһында бихисап мәҡәл-әйтем дә бар. Эйе, батыр – ул ил терәге […]
Continue reading…

 

Исеме Башҡортостан тарихына яҙылған

Билдәле дәүләт эшмәкәре, журналист Шәһит Әхмәт улы Хоҙайбирҙин был донъяла ни бары 28 йыл йәшәй. Әммә ошо ҡыҫҡа ғына ғүмерендә үҙ исемен ил тарихына яҙып ҡалдыра ул. Шәһит Хоҙайбирҙин Башҡортостан дәүләтселеген булдырыу хәрәкәтен етәкләй, ошо шанлы осорҙа республиканың үҙаллылығы өсөн күп көс һалған шәхестәрҙең береһе. Октябрҙә Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуыуына 120 йыл тула. Шәһит Хоҙайбирҙин Бесәнсе […]
Continue reading…

 

Фәйзулла Аҡтаев һәм Юлбарыҫ Бикбулатов

1812 йылғы Ватан һуғышы шул йылда ғына тамамланмаған. 1813-1814 йылдарҙа ла Рәсәй ғәскәрҙәренең Көнбайыш Европаны азат итеү һәм Наполеон режимын бөтөрөү маҡсатында ойошторолған сит ил походтары дауам итә. Ошо хәрби хәрәкәттәрҙә һәм походтарҙа башҡорт халҡының 22 полкы ҡатнаша. 1813-1814 йылғы сит ил походында рус армияһы союздаш Англия, Пруссия, Швеция ғәскәрҙәре менән берлектә Европанан Наполеон армияһын […]
Continue reading…

 

Йомабай ҡурайсы

“Мин уның менән 1927 йылда Германия­ ға, Беренсе бөтә донъя күргәҙмәһенә ба­ рыр алдынан таныштым. Ул бик матур кеше ине: мөһабәт кәүҙәле, ҡарағусҡыл, мөләйем йөҙлө, аҡыллы ҡарашлы. Беҙҙең концерттар Майндағы Франкфурттың Ҙур опера театрында барҙы. Йомабай ҡурайҙа башҡорт көйҙәрен уйнаны, һәм был иҫ киткес ине! Ғәжәп саф, яңы һәм һоҡландырғыс! Залдағы туп-тулы сит ил тамашасыларының […]
Continue reading…

 

Ырғыҙға, һәҙиә Дәүләтшинаның тыуған төбәгенә сәйәхәт

Башҡорт халҡының күренекле яҙыусыһы Һәҙиә Дәүләтшинаның тыуған яҡтарын барып күреү, Һамар башҡорттары менән танышыу теләге күңелдә күптән йәшәп килә ине инде. 1984 йылда Бөрө дәүләт педагогия институтының филология факультеты уҡытыусыһы, ассистент Әминә Абдуллинаның (әле профессор) ике студент ҡыҙ менән был яҡтарға барып ҡайтыуы тураһындағы мәҡәләне уҡығас, был теләгебеҙ тағы ла көсәйҙе генә. Һәҙиә Дәүләтшинаның ауылдашы, […]
Continue reading…

 

Зәки Вәлидиҙең көрәштәше, дәүләт эшмәкәре Шәкир Төхвәтуллин

Башҡортостан дәүләтселеген булдырыуҙа әүҙем ҡатнашҡан күп кенә шәхестәрҙең исеме әлегә тиклем халыҡҡа киң билдәле түгел. Шуларҙың  береһе, Зәки Вәлидиҙең көрәштәше, дәүләт эшмәкәре Шакир Динислам улы Төхвәтуллин. Ул 1894 йылдың 16 декабрендә Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Мырҙалар улысының (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Салауат районы) Арҡауыл ауылында тыуған. Үҙенең анкетаһында яҙыуынса, Ш. Төхфәтуллин белемде ауыл мәҙрәсәһендә ала. Артабан […]
Continue reading…

 

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле

Бер-нисә йылдан Башҡортостан Республикаһының ойошторолоуына 100 йыл туласаҡ. Әммә үткән быуаттың башындағы автономия өсөн көрәш тарихының өйрәнелмәгән биттәре күп әле. Ошо эштең башында торған эшмәкәрҙәрҙең күбеһен әле белеп бөтмәйбеҙ, үкенескә ҡаршы. Улар башҡорт милли хәрәкәте етәксеһе Зәки Валиди менән иңгә-иң терәп Башҡортостан мөхтәриәтен булдырыуҙа фиҙаҡәр хеҙмәт күрһәткән шәхестәр. Автономия өсөн көрәшкән ир-уҙамандарҙың күбеһе 30-сы йылдарҙа […]
Continue reading…

 

Башҡорт дворяндары Сыртлановтар. Шланлыкүл ауылынан сыҡҡан данлы нәҫел

Һәр халыҡтың тарихы уның күренекле шәхестәре эшмәкәрлеге, тормошо аша сағыла. Тарихта яҡты эҙ ҡалдырған шәхестәр менән ғорурланабыҙ, уларҙың атҡарған эштәре һәр быуынды рухландырып тора. Башҡортостандың һәр төбәгендә ундай шәхестәр бар. Тик бына төньяҡ-көнбайыш башҡорттары араһынан сыҡҡан данлы шәхестәр менән хәл бер аҙ ҡатмарлыраҡ тора. Мөмүмән, төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының тарихи үткәне ентекләберәк өйрәнеүҙе, һәм иң мөһиме дөрөҫ, […]
Continue reading…