Барҙалағы Салауат вариҫтары шәжәрәһен барланы

Пермь крайы Барҙа районының Тыуған яҡты өйрәнеү музейында үҙенсәлекле кисә үтте – Юлаевтар шәжәрәһен барланы. Был заттың һәр вәкиле Барҙа районы тарихында яҡты эҙ ҡалдырған, һәр ҡайһыһы талантлы, эшлекле, күркәм эштәр башҡара һәм халыҡ ихтирамын яулай. Кисәне район башҡорттары ҡоролтайы нәҡ ошо фекерҙән сығып, хөрмәтле кешеләрҙе иҫкә алыу сараһы булараҡ ойошторҙо. – Ғәбделмәннәф, Әлһәм, Байназар, […]
Continue reading…

 

Бергәләп эшләү отошло

Ижади коллективтарҙы даими борсоуға һалған гастролдәр эшмәкәрлеген көйләү мәсьәләһе яҡын арала хәл ителергә тейеш. Был хаҡта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ҡарамағында эшләп килгән Башҡорт халҡының рухи мираҫын һәм мәҙәниәтен һаҡлау комиссияһы ултырышында республика Мәҙәниәт министрлығының профессиональ сәнғәт, мәғариф һәм ижади проекттар бүлеге начальнигы Әлфиә Ҡолһарина белдерҙе. Гастролдәргә бәйле һорау Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт […]
Continue reading…

 

Сәсәндәрҙең аҫыл һүҙҙәре рухыбыҙҙы беҙҙең нығыта

Ғафури районы Яҡтыкүл ауылында шағир, сәсән-мәғрифәтсе Вәлиулла Ҡоломбәтовтың тыуыуына 135 йыл тулыуға арналған саралар үтте. Оҙайлы йылдарҙан һуң ғына исеме халҡына әйләнеп ҡайтҡан олуғ сәсән-мәғрифәтсенең Хәтер кисәһенә төрлө тарафтарҙан бик күп мәртәбәле ҡунаҡтар йыйылды. Яҡтыкүлдәр, ауылдың киләсәген билдәләүсе уҡыусы балалар сәсәндең ейән-тыуарҙарын, башҡа ҡунаҡтарҙы сәскә гөлләмәләре, шиғри шәлкемдәр менән ҙурлап ҡаршыланы. Артабан килгән ҡунаҡтар ауыл […]
Continue reading…

 

Мөнәжәттең моңло сыңы күңелдәрҙе әсир итә

Фольклорсы ғалим Хәбибулла Ғәбитов яһаған һығымта был: “Башҡорт халыҡ ижадының 90 проценты юғалып, беҙҙең ҡулыбыҙға 5-10 проценты ғына килеп еткән…” Әле генә ана шул юғалта яҙғандар араһында дини ауыҙ-тел ижады өлгөһө – мөнәжәт тә бар ине. Рухиәтебеҙҙең башҡа өлгөләре араһында үҙенең лайыҡлы урыны булған мөнәжәтебеҙҙе тергеҙеү, халҡыбыҙға ҡайтарыу, өйрәнеү юлындабыҙ. Эпосы булған, мөнәжәт һәм нәсихәттәр […]
Continue reading…

 

Сибайҙа IV төбәк-ара мөнәжәт әйтеүселәр бәйгеһе үтте

Бына беҙ күптән ишетергә теләгән һүҙҙәр, күптән күңелебеҙ һыуһаған сара… Ер йөҙөнә килгәненән алып нисәмә тапҡыр кире ҡарашҡа юлығып, манаралары ауҙарып бөтөрөлөүгә дусар ителеп, кемдәрҙер тарафынан ҡәтғи тыйылып та, ишелеп төшкән яр, бысраҡлыҡтар араһынан үҙенә юл табып сылтырап аҡҡан саф шишмәләй яңынан баш алып, бара-бара ҙурыраҡ шишмәләргә ҡушылып оло йылғаларға әйләнгәндәй, беҙҙең милләттең иңенә төшкән […]
Continue reading…

 

Халыҡ сәсәне Вәлиулла Ҡоломбәтов тураһында китап сыҡты

Ошо көндәрҙә «Матбуғат донъяһы» нәшриәтендә филология фәндәре кандидаты Нияз Сәлимовтың «Халыҡ сәсәне Вәлиулла Ҡоломбәтов» исемле китабы донъя күрҙе. Танылған һүҙ оҫтаһы, мәғрифәтсенең тыуыуына 135 йыл тулыу айҡанлы нәшер ителгән йыйынтыҡта сәсәндең тормош юлына һәм ижади эшмәкәрлегенә байҡау яһалған, өр-яңы шиғырҙары, ҡобайырҙары, йырҙары һәм әкиәттәре урын алған. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, филология […]
Continue reading…

 

“Алаҫ!” тигән оран ишетеп, ҡор тупланы меңдәр ҡәүеме

Былтыр Ҡырҡ-өйлө мең башҡорттарының йыйыны тәүге тапҡыр ойошторолғайны. Улар – мең ҡәүеменең бер тармағы, әммә сараға ҙур ырыуҙың башҡа төркөмдәренә ҡараған вәкилдәре лә йыйылды. Дим буйы ярындағы майҙан умарта күсе кеүек ҡайнай. Көндөң матурлығы! Ғөмүмән, быйылғы йәй уңған ҡатынға оҡшап тора: йылы, яҡты көндәре менән генә иркәләп ҡалмай, ә емеш-еләге менән дә һыйлай, көслө ямғыры […]
Continue reading…

 

Һуңғы ваҡытта башҡорт милли кейеменә ҡарата иғтибар артыуы һиҙелә. Фәнни-ғәмәли конференциялар ойошторола, бөгөн иһә Өфөлә Башҡорт милли кейеме көнө уҙғарыла. Ғөмүмән, башҡорттар үҙ милли кейеме тураһында иң тәүге сиратта ниҙәр белергә тейеш?

Зөһрә РӘХМӘТУЛЛИНА, философия фәндәре докторы, профессор, БР Халыҡтары ассамблеяһы рәйесе, РФ Дәүләт Думаһы депутаты: “Ағас күрке – япраҡ, әҙәм күрке – сепрәк” тигән әйтем бар башҡорттарҙа. Әҙәм тәнендә барлыҡҡа килгән замандарҙан алып, кейем кешене һыуыҡ, эҫе, ел-ямғыр кеүек тәбиғәт стихияһынан һаҡлаусы ғына түгел, уның мәҙәни-социаль статусын, этник сығышын билдәләүсе лә, шул уҡ ваҡытта кешенең эске […]
Continue reading…

 

Бейеүҙәрем менән халҡымдың рухын күтәрәйем, тим

Бейеү – ул халыҡтың күңеле. Башҡорт профессиональ хореографияһының нигеҙен булдырыусы Фәйзи Ғәскәров ошо ябай ғына хәҡиҡәтте аңлауы менән дә бәхетле ижадсы булғандыр, моғайын. Донъялағы сәхнә ҡалыптарынан тайпылып, бейеү ябай тамашасыға ҡыҙыҡлы һәм аңлайышлы, ихлас булһын һәм, иң мөһиме, унда халыҡ күңеле сағылһын, тигән оло бурыстар йөкмәгән бөгөнгө ҡунағыбыҙ ҙа ижады менән үҙенә-үҙе һәйкәл ҡуйған шәхес. […]
Continue reading…

 

Уны селтәр, һаҡал, алмиҙеү, хәситә лә тиҙәр…

2020 йылда Башҡортостанда тағы ла бер абруйлы мәҙәни сара – Бөтә донъя Фольклориадаһы үтәсәк. Шул йәйҙә республикабыҙ 60-лап илдән йыйылған өс меңдән ашыу таланттың үҙ мәҙәниәтен,  сәнғәтен, фольклорын күрһәтеү майҙанына әүереләсәк. Республикаға исем биргән милләт булараҡ, башҡорттар, әлбиттә, ул майҙандың уртаһында булырға, республиканы лайыҡлы һынландырырға бурыслы. Ошо мәртәбәле сараға әҙерлек  сиктәрендә  һуңғы ваҡытта Республика халыҡ […]
Continue reading…