Яугир даны яулай донъяны

Хөрмәтле яҡташтар! Һеҙгә Голландияла башҡорттарға һәйкәл асылыуы, йәғни презентацияһы тураһында яҙам. 1814 йылда 1-се башҡорт полкы Эйссел йылғаһын йөҙөп сығып, Нидерландтарҙы француздарҙан азат итеүҙә ҡатнаша. Был операцияға генерал Бенкендорф етәкселек итә. Рәхмәт йөҙөнән бөгөн был халыҡ башҡорттарға һәйкәл асты! Ул ғәйәт матур ерҙә урынлашҡан. Һыу эсендә тороуы – үҙе бер иҫ китмәле күренеш, хас та […]
Continue reading…

 

Аҫаба

Аҫаба… Ошо һүҙҙең тамырында күпме аҡыл, күпме батырлыҡ һәм таһыллыҡ, йылға-йылға булып ағырлыҡ шатлыҡ һәм ҡайғы, күҙ йәше менән бергә ҡан, һөйөү һәм нәфрәт ята. Баязит Бикбайса әйтһәң, уның өсөн түккән беҙҙең “ҡанды бергә йыйһаң, ҡыҙылайыр ине диңгеҙҙәр”. Үҙен башҡорт һанаған һәр кеше, һис шикһеҙ, аҫаба ер, аҫаба хоҡуҡ тураһында ишеткәне бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның […]
Continue reading…

 

Эх, өҙә баҫыуҙары!

Баш ҡалабыҙҙың “Ватан” этнопаркында балалар араһында үткәрелгән “Байыҡ” башҡорт бейеүе республика телевизион конкурсының гала-концерты уҙҙы. Тиҫтәгә яҡын йыл эсендә илебеҙҙең йөҙөк ҡашына әйләнгән, башҡорт бейеү сәнғәтен халыҡ-ара кимәлгә күтәргән күркәм сарала республикабыҙҙың дәртле бейеүселәре менән бергә Түбәнге Новгород, Сорғот ҡалаларынан, Чечен, Бүрәт, Татарстан республикаларынан, Германиянан ҡунаҡтар ҡатнашты.
Continue reading…

 

Архангел ҡоролтайы: Киләсәк – йәштәр ҡулында

Заманалар ниндәй генә булмаһын, милләтебеҙҙең аҫаба рухлы, сая йөрәкле, барыһын да үҙе артынан әйҙәй алырлыҡ йәштәре- беҙ булды, бар һәм буласаҡ. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының маҡсаты ла – көнүҙәк мәсьәләләрҙе берлектә хәл итеү өсөн ҡоролтай эргәһендә барлыҡ башҡорт йәштәре йәмәғәт ойошмаларын туплау. Шуны иҫәпкә алып, башҡарма комитет ағзалары менән килешеп, Бөтә Рәсәй башҡорт йәштәре ҡоролтайын […]
Continue reading…

 

Ғәйнәләрҙең аҫабалығын раҫлау

Тикшеренеүселәрҙең күпселеге башҡорт ерҙәренең Рус дәүләтенә ҡушылыу шарттарын өйрәнгәндә тәү сиратта шәжәрәгә яһалған анализға иғтибар итә, сөнки хоҡуҡ грамоталарының төп нөсхәләре беҙҙең көндәргәсә һаҡланып ҡалмаған. Ғалим Р.Ғ. Кузеев, Шәрҡиәт институтының Ленинград бүлексәһендә табылған Уҫы даруғаһындағы Уран һәм Ғәйнә ырыуҙары шәжәрәһенә таянып, 1554 – 1555 йылдарҙа Айсыуаҡ етәкселегендәге Уран илселәре – Ҡазанға, ә ғәйнәләр иһә Чердынгә […]
Continue reading…

 

Матур ғаилә – ил ҡото

Календарҙа ҡыҙыл төҫ менән билдәләнмәһә лә, рухиәтебеҙ өсөн бик мөһим байрам барлыҡҡа килде: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 1 мартты Башҡорт ғаиләһе, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө тип иғлан итте. Ғаилә ҡиммәттәрен данлауға арналған Петр һәм Феврония көнөн, изге Валентин көнөн хәтерләткән, тик милли асыл менән һуғарылған күркәм байрам яҙҙың тәүге көнөндә йөкмәткеле саралар менән билдәләнде.
Continue reading…

 

Өфө ҡалаһының Октябрь районы башҡорттары ҡоролтайы райондың 40 йыллығына әҙерләнә

Өфөнөң Октябрь районы ойошторолоуына 2017 йылдың март айында 40 йыл тула. Район юбилейын уның халҡы юғары әҙерлек менән ҡаршы алырға йыйына. Йәмәғәт ойошмаһы булараҡ, район башҡорттары ҡоролтайы ла юбилей айҡанлы ойошторолған сараларға тос өлөшөн индерергә, ҡунаҡтарға һәм башҡа милләт вәкилдәренә башҡорт донъяһын күрһәтергә тейеш. Бында башҡорт халҡының ҡунаҡсыллығы ла, йолалар ҙа, йәштәр менән эш тә […]
Continue reading…

 

“Аҡ тирмә”ләр ҡороп Мәскәүҙәрҙә

Уларҙы беҙ үткән төрлө милли сараларҙа ла, Интернет селтәрендәге социаль селтәрҙә лә башҡорт байрамдарын ойоштороусы булараҡ бик йыш күрә башланыҡ. Һүҙем бына инде өсөнсө йыл рәттән эшләп килгән Мәскәүҙәге “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге тураһында. Яңыраҡ унда “Быуаттарҙы быуаттарға ялғар ептәр” тип аталған халыҡ-ара форум уҙҙы. Үҙәк баҫмалар, был сара 2018 йылда иғлан ителәсәк Милләттәр берҙәмлеге […]
Continue reading…

 

Бөрөләр ең һыҙғанды

20 ғинуарҙа БДУ-ның Бөрө филиалы бинаһында Бөрө районы башҡорттары ҡоролтайы ултырышы үтте. Ултырыш барышында ойошманың үткән йылда башҡарылған һәм быйылғы йылға планлаштырылған эштәре ҡаралды. Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалының педагогика факультеты деканы, Бөрө муниципаль район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Винер Усманов, Бөрө районы Үрге Ыласынтай ауыл биләмәһенең хакимиәт башлығы Фидират Гәрәев, шәхси эшҡыуар Рәйес […]
Continue reading…

 

Киләсәгебеҙ кем ҡулында?

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эшмәкәрлеге әүҙемләште. Тәүҙә төбәк ойошмалары барлыҡҡа килһә, унан һуң йәштәр ҡоролтайы беренсе аҙымдарын яһаны. Бына хәҙер килеп Дыуан районы үҙәге Мәсәғүттә балалар ҡоролтайы үтте. Ысынлап та, милләт киләсәге улар ҡулында бит. Дыуан районына Беренсе балалар ҡоролтайына барып, күҙ-баш алғас, ике һорау тыуҙы. Беренсеһе – балалар йыйынының әһәмиәте нимәлә?
Continue reading…