Архангел ҡоролтайы яңы маҡсаттар ҡуйҙы

19 апрелдә Архангел ауылының 1-се мәктәбендә  Архангел районы башҡорттары ҡоролтайы үтте. Унда 120 делегат һәм саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнашты. Ҡоролтай тулыһынса регламент буйынса барҙы: мандат комиссияһының доклады тыңланды, тейешле комиссиялар һайланды.
Continue reading…

 

Беларусь башҡорттары ҡоролтайға әҙерләнә

Белоруссияла V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерлек сиктәрендә башҡорт йәмәғәтселәренең киңәйтелгән ултырышы үтте. Сарала Ҡоролтай вәкилдәре – Башҡарма комитет ағзаһы, «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле директоры Байрас Ишбирҙин һәм ҡурайсы, йырсы Юнир Һағынбаев ҡатнашты.
Continue reading…

 

Ғәйнә башҡорттары V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегаттар һайлай

Ғәйнә башҡорттары V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегаттар һайлай. Пермь башҡорттары ҡоролтайы ултырышы 20 апрелдә Чернушка ҡалаһының “Нефтсе” ҡала мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә үтә.
Continue reading…

 

Ғафури халҡы ҡоролтайға үҙ делегаттарын күрһәтте

Ғафури халҡы ҡоролтайҙы оло йыйын итеп үткәрҙе. 12 апрелдә район мәҙәниәт һарайы гөрләп торҙо. Фойела халыҡ оҫталарының ҡул эштәренән күргәҙмә ойошторолғайны. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан сарала Ҡоролтай аппараты етәксеһе Заһир Ишкин, Башҡарма комитет ағзалары, БР Мәғарифты үҫтереү институты доценты Фәнзил Саньяров һәм республиканың Милли архив етәксеһе урынбаҫары Нияз Сәлимов ҡатнашты.
Continue reading…

 

Ишембайҙар шәхестәрен онотмай

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты Башҡортостан автономияһының 100 йыллығына арнап, “Башҡортостан Республикаһы дәүләтселегенең тыуыуы һәм аяҡҡа баҫыуы: 100 шәхес” тигән проект иғлан иткәйне. Уның йомғаҡлау исемлеге Ҡоролтай Советы ултырышында раҫланды һәм иң беренсе сиратта милли хәрәкәттә ҡатнашыусыларҙың тормошо һәм эшмәкәрлеге тураһында китап сығарырға тигән ҡарар ҡабул ителде. Ҡоролтай шулай уҡ муниципалитеттар хакимиәттәренә яҡташтарының исемен […]
Continue reading…

 

Хәйбулла башҡорттары ҡоролтайға йыйылды

Республиканың 100 йыллығын билдәләү уңайынан Аҡъяр мәҙәниәт йортонда Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы үтте. Унда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева, ойошма аппараты етәксеһе урынбаҫары Азамат Сирбаев, Хәйбулла районы башлығы Раил Ибраһимов, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, драматург, журналист Сәрүәр Сурина һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты.
Continue reading…

 

Ҡаҙағстан башҡорттары Башҡортостан Республикаһының юбилейын билдәләне

24 мартта «Аҡбуҙат» башҡорт этномәҙәни үҙәгендә Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған осрашыу үтте. Ватандаштар ҡурайҙа уйнаны, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарҙы, бейене. Алда көтөлгән саралар тураһында һөйләштек, план төҙөнөк.
Continue reading…

 

“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы – 2019” еңеүселәре асыҡланды

Бөгөн, 22 мартта, Өфөнөң Ҡала мәҙәниәт һарайында “Йыл уҡытыусыһы – 2019” республика  конкурсы һәм “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы – 2019” төбәк-ара конкурсын йомғаҡлау тантанаһы үтте. Сара бик йылы шарттарҙа республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ленара Иванова, мәғариф министры Айбулат Хажин, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы депутаттары һәм мәғариф хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында уҙҙы. […]
Continue reading…

 

Рәсәй төбәктәрендә ҡоролтайҙар үтә

9 мартта Калуганың Матбуғат йортонда (Марат урамы, 10) Калуга өлкәһе башҡорттары йыйыла. Ойошма рәйесе Салауат Әсфәтуллин хәбәр итеүенсә, ултырыш иртән 11-ҙә башлана. 10 мартта Тверь ҡалаһында ҡоролтай ултырышы билдәләнгән. «Милләттәштәребеҙҙе «Затверецкий» мәҙәниәт һарайында (Академик Туполев урамы, 105) көндөҙ сәғәт 2-лә көтәбеҙ», – тип хәбәр итте ҡоролтай рәйесе Марат Бәхтиев.
Continue reading…