Архангел ҡоролтайы яңы маҡсаттар ҡуйҙы

26019 апрелдә Архангел ауылының 1-се мәктәбендә  Архангел районы башҡорттары ҡоролтайы үтте. Унда 120 делегат һәм саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнашты. Ҡоролтай тулыһынса регламент буйынса барҙы: мандат комиссияһының доклады тыңланды, тейешле комиссиялар һайланды.

Continue reading…

 

Башҡортлоғоң ғәмәлеңдә сағылһын!

дусэнҺуңғы тапҡыр халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Бишбүләк районында 5730 башҡорт йәшәй. Тарихи ваҡиғаларға күҙ һалһаң, Һарайлы-мең башҡорттары әлеге Татарстан территорияһында 1753 йылда Күл-иле, Мең башҡорттарынан ер алып, был ерҙәргә ҡайтып ултырған. Дүсән, Айыт, Шатмантамаҡ, Елболаҡ – XVIII – XIX быуаттарҙа барлыҡҡа килгән башҡорт ауылдары. Бөгөн төбәктә һөйләш бер ни тиклем үҙгәрһә лә, “Башҡорт ырыуҙары тарихы” китабын алып уҡыған, шәжәрәләрен барлай башлаған, өйрәнгән халыҡ үҙенең милли асылын таный.

Continue reading…

 

Йәрмәкәй башҡортоноң әйткәне

ЕрмекейБынан ике йыл элек Ялта ҡалаһының Ливадия һарайы паркында шундай яҙмаға тап булдым: “Мазитов Гали Ахметович (1912 – 1993) – 1944, Герой Советского Союза”. Яҡташ булғас, ҡолаҡҡа салынған исем  бит инде. Шулай ҙа шикләнә биреңкерәп, телефон аша интернеттан кемлеген ҡарайым һәм Йәрмәкәй районының Яңы Шах ауылында тыуған милләттәшемдең үҙен күргәндәй булып ҡыуанам.

Continue reading…

 

Силәбеләр бер ҡоролтайға тупланды

СилэбеБашҡортостан Республикаһының 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Силәбе өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре булды. Әһәмиәтле сарала Силәбе башҡорт ойошмаларының берләштерелгән ултырышы, шулай уҡ 100 йыллыҡҡа һәм быйыл үтәсәк V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына арналған тантаналы йыйылыш үткәрелде. Силәбеләрҙең һәм Сибай театр-концерт берләшмәһенең сағыу сығыштары сараны йомғаҡланы.

Continue reading…

 

Беларусь башҡорттары ҡоролтайға әҙерләнә

2tSPg7KGOPYБелоруссияла V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерлек сиктәрендә башҡорт йәмәғәтселәренең киңәйтелгән ултырышы үтте. Сарала Ҡоролтай вәкилдәре – Башҡарма комитет ағзаһы, «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле директоры Байрас Ишбирҙин һәм ҡурайсы, йырсы Юнир Һағынбаев ҡатнашты.

Continue reading…

 

Ғәйнә башҡорттары V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегаттар һайлай

пермский курултайҒәйнә башҡорттары V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегаттар һайлай.
Пермь башҡорттары ҡоролтайы ултырышы 20 апрелдә Чернушка ҡалаһының “Нефтсе” ҡала мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә үтә.

Continue reading…

 

Ғафури халҡы ҡоролтайға үҙ делегаттарын күрһәтте

IMG_4136Ғафури халҡы ҡоролтайҙы оло йыйын итеп үткәрҙе. 12 апрелдә район мәҙәниәт һарайы гөрләп торҙо. Фойела халыҡ оҫталарының ҡул эштәренән күргәҙмә ойошторолғайны.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан сарала Ҡоролтай аппараты етәксеһе Заһир Ишкин, Башҡарма комитет ағзалары, БР Мәғарифты үҫтереү институты доценты Фәнзил Саньяров һәм республиканың Милли архив етәксеһе урынбаҫары Нияз Сәлимов ҡатнашты.

Continue reading…

 

Күгәрсен башҡорттары: Ҡоролтайға ҡот ҡайтһын

_MG_612028 июндә Өфө ҡалаһында үтәсәк V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы алдынан урындарҙа йылға йомғаҡ яһап, яңы бурыстар, йөкләмәләр алыу, яңы составты раҫлау, делегаттар һайлау маҡсаты менән отчет-һайлау йыйылыштары уҙғарыла башланы.

Күгәрсен районы халҡы ла ошо маҡсаттан 369 милләттәшебеҙҙе тупланы.

Continue reading…

 

“Йыйын” һүҙендә ҙур мәғәнә бар

йыйынАныҡ тәҡдимдәрҙе көйләргә кәрәк.

Дәүләкән районы – башҡорт күпләп йәшәгән төбәктәрҙең береһе. Йылға буйҙарын, күлдәрҙе үҙ иткән ата-бабаларыбыҙҙың Мең, Табын, Ҡаңны ырыуы, хатта меңдәр араһында таралған Юрмый ырыуы вәкилдәре лә йәшәй был ерҙә. Шуға ла төбәктә үтәсәк ҡоролтайға 300-гә яҡын делегат саҡырылғайны, район мәҙәниәт йорто халыҡ менән тулды, тиһәк тә була: 252 делегат сараны үҙ күҙҙәре менән күҙәтте.

Continue reading…