Бөгөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының яңы сайты тест режимында эшләй башланы. Һуңғы яңылыҡтар, буласаҡ саралар хаҡында мәғлүмәт алыу хәҙер күпкә еңеләйәсәк.
Сайтта Ҡоролтай хәрәкәтендә ҡатнашыусы барлыҡ ойошмаларҙың яңылыҡтары урын аласаҡ — район, ҡала, төбәк ҡоролтайҙары, сит илдәрҙәге милләттәштәрбеҙ мәғлүмәте һәм башҡалар.
Ҡоролтайҙың сайты әлегә тест режимында эшләй, тулыландырыла, техник өҫтәлмәләр көн һайын буласаҡ. Әгәр һеҙ техник хата, етешһеҙлек күрһәгеҙ, сайттың ниндәйҙер өлөшө эшләмәһә, беҙгә яҙығыҙ.
Тулыраҡ мәғлүмәт:
https://kurultai.ru/ba/content/870-dobro-pozhalovat-na-novyj-sajt-kurultaya/?tag%5B%5D=news
продолжение на русском