Изге эш…

Halilovi

Яңы барлыҡҡа килгән Хәлитовтар ғаиләһе.

Ғүмерҙен асылын аңлағыҙ

Яратҡан йәрҙәрһеҙ ҡалмағыҙ

Пар донъя утында яңығыҙ

Яңғыҙлыҡ утында янмағыҙ!

Ғәҙәттәгесә, айына бер тапҡыр Мәҡсүт мәҙәниәт йортонда “Юлдаш йыры” фестивале лауреаты Риф Биҡбаев “Аҡ ауаз” димселәр клубы үҙенең кисәһен үткәрә. Бындай саралар беҙҙең мәҙәниәт йортонда һәм Күгәрсен районында ғына үтмәй, ишетеүегеҙ буйынса республикабыҙҙың башҡа бик күп ҡала-ауылдарында ла үтеп тора.

Ғинуар айында Йылайыр районының Яманһаҙ ауылында үтте. Ауыл хәкимиәт башлығы Ислам Айрат улы әйтеүенсә: “Риф Бикбаев бик ҙур, матур, изге һәм кәрәкле эш башлаған. Эштәрендә уңыштар һәм ошо эш уңышлы дауам итеүен теләйем. Беҙҙең ауыл биләмәһендә бик күп яңғыҙаҡтар йәшәй, мин шуларҙың яҙмышына битараф була алмайым. Шуға бындай сара урынлы һәм кәрәкле тип һанайым”.

Әйтергә кәрәк, Яманһаҙ ауылы биләмәһе башлығы Ислам Айрат улы, үҙ теләге менән, Мәҡсүт ауылы мәҙәниәт йортонда үткәрелгән сараға тиҫтәгә яҡын кеше алып килде.  Афарин, тип әйтергә генә ҡала, ул ауылдаштары өсөн янып-көйөп йәшәй.

Эйе, парлы йәшәүҙәре ни тора! Ошо сара үткәрелә башлағандан бирле, беҙҙең Мәҡсүт ауылында өс пар ҡауышып, ғаилә ҡороп йәшәй башланылар. Ошо парҙар әйтеүе буйынса: “Бына, ҡайҙа күреп танышыр инек, ошо Риф Бикбаевтың димселәр клубы булмаһа” – тиҙәр барыһы ла.

Бына үткән йома көнө беҙҙең Мәҡсүт мәҙәниәт йортонда Риф Бикбаев тағы бик ҙур сара ойошторҙо – Заһир менән Әлфиә Хәлитовтарҙың тантаналы  никахлашыуы үтте (Заһир менән Әлфиә тап ошо “Аҡ ауаз” клубы үткәрелгән кисәлә таныштылар).

Бында беҙҙең ауылдын дан тотҡан “Аҡ инәйҙәр” ойошмаһы саҡырылды (етәксеһе Таңһылыу Хәмидуллина). Улар боронғо ғөрөф-ғәҙәт буйынса мөнәжәт әйтеп бүләктәр тапшырып ошо парҙы ҡотланылар:

Ысын күнелдән бөгөн һеҙгә,

Татыу тормош был парға.

Тыныслыҡ һәм сәләмәтлек,

Хоҙай бирһен барығыҙға.

Ғүмерлеккә булһын никах,

Шатлыҡтарҙа үтһен ғүмер.

Матур теләк теләүселәр,

Былар булды Аҡ инәйҙәр.

“Республикабыҙҙың райондары араһында “Дуҫлыҡ, туғанлыҡ, ҡоҙалыҡ күпере” ойошторорға бик ҙур теләгем бар” – ти Риф Бикбаев. Ошо изге эште башҡарырға бик ҙур талап кәрәк, теләк кәрәк. Үҙебеҙҙең башҡорт халҡы өсөн янып-ҡөйөп торған Риф Бикбаевка ҙур рәхмәт. Ошо сараға ярҙам ҡулы һуҙырға кәрәк, ауыл биләмәһе етәкселәре, “Аҡ инәйҙәр”, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмалары һәм бары битараф булмаған кешеләр ярҙам итһә, шунда ғына был эш алға китәсәк, тип уйлайбыҙ.

Бөтә донья башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты менән кәңәшләшеп Риф Бикбаев төрлө район-ҡалаларҙа эш алып бара. Әлеге ваҡытта 40 ашыу ғәилә барлыҡҡа килгән (Күгәрсен, Ейәнсура, Кумертау, Бөрйән, Баймаҡ, Салауат, Стәрлетамаҡ һәм Мәләүез районы һәм ҡалаларынан). “Аҡ Ауаз” димселәр клубына ярҙам итеп “ҡоҙағый” ролен башҡарған ҡатындар барыһы ла үҙ ишен тапҡандар икән, шуға Риф Бикбаев икеләтә ҡыуана. Ысынында яңғыҙ кешеләргә бергә йыйылып күңел асып, йырлашып, Риф Бикбаевтың йырҙарын тыңлап, иң мөһиме үҙ ишен табырға мөмкинлек булыуына яңғыҙаҡтар бигерәктә ҡыуана. Программа бик бай, төрөл уйындар, конкурстар, гармунга ҡушылып йырлашыу, таланттарҙы асыу шул арала дискотека була һәм әлбиттә, башҡортса бейеүҙәр. Ошондай кисәләр булмаһа яңғыҙаҡтар тағы ҡайҙа осрашһын, үҙ парҙарын тапһын?

Резедә Ҡотлобаева, Күгәрсен районының Мәҡсүт ауылы.

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *