Муса Мортазиндың 125 йыллығына бағышланған интернет-дәрестәр

internet-urok1Бөгөн Республиканың Хәрби дан музейында “Тарих-онлайн” проекты сиктәрендә башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, күренекле дәүләт һәм хәрби эшмәкәр, легендар комбриг Муса Мортазиндың тыуыуына 125 йыл тулыу айҡанлы мәктәп уҡыусыларына интернет-дәрес үткәрелде.

Интернет-дәрестә Өфө ҡалаһының Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһы һәм Учалы районының Полякова ауылы мәктәбе уҡыусылары ҡатнашты. Дәресте тарихсы, журналист, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты хеҙмәткәре Ярмуллин А.Ш. алып барҙы.

Интернет-дәрестәр бик тә йәнле рәүештә барҙы, сөнки улар уҡыусылар аралашыу формаһында ҡоролғайны. Тарихсы, журналист Азат Ярмуллин Муса Мортазин тураһында һөйләү менән бер рәттән уҡыусыларҙы, ҡыҙыҡлы фотографиялар, китаптар менән таныштырҙы. Бынан, тыш “1-се Башҡорт полк “Любизар” хәрби-тарихи клубы ағзаһы Ринат Мәжитов уҡыусыларға Мортазиндың кавалерия бригадаһы яугирҙары кейгән хәрби форма тураһында мауыҡтырғыс итеп, һөйләне. Шул осорҙағы башҡорт яугирҙарының ҡоралдарын, кейемен күрһәтте. Үҙ сиратында, 158-се Башҡорт гимназияһы уҡыусылары ҡыҙыҡлы һорауҙар бирҙе. Гимназияла ошондай уҡ ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс осрашыу теләген белдерҙе уҡыусылар.

Интернет бәйләнеше менән бер аҙ ҡыйынлыҡтар булыуға ҡарамаҫтан Учалы районы Поляковка ауылы мәктәбендәге интернет-дәрес тә әүҙем рәүештә үтте.  Муса Мортазиндың яҡташтары был сараға ныҡлап әҙерләнгән ине. Ярмуллин А.Ш. һөйләгәндән һуң, уҡыусылар үҙҙәре Муса Мортазин тураһында ҡыҫҡаса ғына ҡыҙыҡлы сығыштар яһайны. Онлайн-дәрес әңгәмә формаһында барҙы, Учалы районында йәшәүсе тыуған яҡты өйрәнеүсе Фәнүр Шаһиев комбриг Мортазиндың яуҙаштары тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр биреп китте.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының матбуғат хеҙмәте.

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *