Нефтекама ҡалаһында билдәле журналист, тарихсы Салауат Хәмиҙуллин етәкселегендәге “Башҡорт ырыуҙары тарихы” проектының исем туйы үтте

29.02.201629 февраль көнө Нефтекама ҡалаһы филармонияһында билдәле журналист, тарихсы Салауат Хәмиҙуллиндың “Башҡорт ырыуҙары тарихы” проектының (китаптар серияһы) презентацияһы булып үтте. Сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Миңлеәхмәт улы Ишемғолов ҡатнашты. “Бөгөн беҙҙең барыбыҙ өсөн дә мөһим ваҡиға – Нефтекама ерендә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, билдәле тележурналист Салауат Ишмөхәмәт улы Хәмиҙуллин етәкселегендә авторҙар коллективы ижад иткән “Башҡорт ырыуҙары тарихы” китаптарының исем туйы үткәрелә. Белеүебеҙсә, һәр халыҡтың бөйөклөгө – уның тарихи хәтере булыуында. Үҙ тарихын, мәҙәниәтен белгән, улар менән ғорурланған, телен һөйгән, уға тоғро ҡалған кешеләре күп булған халыҡ – һоҡланғыс халыҡ, һәм уның киләсәге лә өмөтлө. 20-се быуат сәйәсәте күренекле шәхестәребеҙҙе ҡырып, халҡыбыҙҙың тарихи хәтерен юйып, уны юғалыу, йотолоу алдына килтереп баҫтырғайны. Тарихи хәтер ебе өҙөлөүендә, милли аңыбыҙ юғалыуында үҙ шәжәрәләребеҙҙе онотоу, уларҙы һанламау сәбәбе лә бар ине. Бәхеткә күрә, уҙған быуаттың аҙаҡтарында йәмғиәт тормошонда булған үҙгәрештәр беҙҙе уятып, көс-ҡеүәте әле кәмемәгән, данлы һәм шанлы тарихы булған, рухи байлығы мул, шәхестәр тыуҙыра алырлыҡ халыҡ икәнебеҙгә киренән ышандырҙы. Халыҡ күңелендә тарихҡа ҡыҙыҡһыныу көсәйҙе. Ул үҙенең нәҫел ептәрен барлай, боронғо ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙә башланы”, – тине ҡоролтай рәйесе.
Сара сиктәрендә Әмир Миңлеәхмәт улы Нефтекама филармонияһы директоры Рәйес Абдрахман улы Исмәғилевкә милли мәҙәниәт үҫтереү өлкәһендә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн “Ал да нур сәс халҡыңа” исемле Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының миҙалын тапшырҙы.

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *