Милли хәрәкәт һәм дәүләт эшмәкәре, тарихсы, журналист

Кәрим Абдулла улы Иҙелғужин – Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәрҙәренең береһе. 1895 йылдың 2 октябрендә Ырымбург губернаһы Ырымбур өйәҙе Ҡыпсаҡ улысының (хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Новосергиевский районы) Мерәҫ ауылында тыуған. К. Иҙелғужин тәүҙә ауылда уҡый, 1912 йылда Өфөләге “Ғәлиә” мәҙрәсәһенә уҡырға инә. Ләкин Өфө мәҙрәсәһен тамамларға насип булмай, ике йыл уҡығандан һуң, 1915 йылда уны әрмегә алалар. Бында Кәрим Иҙелғужин учебный командала уҡый. Уҡыуын тамалауға уға кесе унтер-офицер званиеһын   биреп фронтҡа ебәрәләр. Һуғышта 1917 йылға тиклем була. Октябрь революцияһынан һуң тыуған яғына ҡайтҡан унтер-офицер, фронтовик һалдатты ауыл Советына  саҡыралар. Тәүҙә сәркәтип булып эшләй, артабан Ҡыпсаҡ улысының халыҡ мәғарифы инструкторы вазифаһын атҡара.

1918 йылдың майында Силәбелә Чехословактар күтәрелеп, большевиктарҙы власын алып ташлай.  Июнь башында улар Өфө баҫып ала. Ошо мәлдә Дутовтың казактары Ырымбур губернаһының көньяғын ҡыҙылдарҙан таҙарта.  Бер көн казактар Ҡыпсаҡ улысына килеп, Советта эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙе ҡулға ала. Кәрим Иҙелғужинды Ырымбур төрмәһенә алып килеп ябалар.

Был осорҙа Силәбе ҡалаһында Башҡорт хөкүмәте үҙенең эшен ҡайтанан башлап, автономия ҡурсалау өсөн милли армия ойоштороу эше менән мәшғүл була. 1918 йылдың июлендә Башҡор милли хәрәкәтенең етәксеһе Зәки Вәлиди Сәғит Мираҫовты Ырымбурға ебәрә.

Иҙелғужиндың ауылдашы, уҡытыусыһы, милли хәрәкәт етәкселәренең береһе Сәғит Мираҫов бында Дутов  менән һөйләшеп, Башҡорт хөкүмәтенең Ырымбур хәрби бүлеген ойоштора, мобилизация иғлан итә. Сәғит Мираҫов үҙенең ауылдашы Кәрим Иҙелғужиндың төрмәлә ултыруын белеп ҡала һәм уны тотҡонлыҡтан сығарыу хәстәрлеген күрә. “Мрясов Сагит, войдя в переговоры с казачьим правительством и командованием, добился передачи из тюрьмы башкир, арестованных казаками по овинению в большевизме. В числе их был Идельгужин К., который поступил в рспоряжение военного отдела Башкирского правительства и стал работать там”, – тип яҙа милли хәрәкәттә ҡатнашыусы Нәсибулла Бикбаев (ул да Башҡорт хөкүмәтенең Ырымбур хәрби бүлегендә хеҙмәт итә).

1918 йылдың авгусында Ырымбурға Каруанһарай Башҡорт хөкүмәте ҡайта. Уның артында Силәбенән 1-се Башҡорт пехота полкы килеп урынлаша. Башҡорт ғәскәрҙәренең штабы фазифаһын башҡарған Башҡорт хәрби шураһы (рәйесе Зәки Вәлиди) регуляр ғәскәрҙәрҙән тыш, кантондарҙа терәк булырҙай күңелле ғәскәрҙәр (милли хәрәкәт документтарында шулай аталған, русса добровольческие отряды) ойоштора башлай.

Был маҡсатта Башҡорт хәоби шураһы янында Ирекле отрядтар бүлеге булдырыла. Етәкселек подпоручик Әхмәҙулла Бейешевтың ҡуылна тапшырыла. Кәрим Иҙелҡужин тап ошо бүлектә хеҙмәт башлай. 1918 йылдың 3 сентябрендә уны Башҡорт хәрби шураһы фарманы менән Ирекле отрядтар бүлеге янындағы махсус командаға һалдат итеп алалар.  К. Иҙелғужин бер үк ваҡытта, Ырымбур хәрби бүлегенең матбуғат органы – “Башҡорт тауышы” гәзитен сығарышыуҙа әүҙем ҡатнаша. Бында уның ялҡынлы мәҡәләләре донъя күрә. Сентябрь башында Иҙелғужин милли хәрәкәт йырсыһы, арҙаҡлы шәғир Шәйехзада Бабич тырышлығы менән ойошторолған башҡорт йәштәренең “Тулҡын” ойошмаһы конференцияһында ҡатнаша.

1918 йылдың октябрендә Ирекле отрядтар бүлеге янындағы махсус команда, Бөрйән-Түңгәүер, Үҫәргән, Ҡыпсаҡ, Етеырыу, Туҡ-Соран контоны отрядтары 2-се Башҡорт ирекле кавалерия полкына туплана. Башҡорт хәрби шураһы янындағы Ирекле отрядтар бүлеге бөтөрлә, уның мөдире Әхмәҙулла Бейешев 2-се кавалерия полкының командиры итеп тәғәйенләнә. Полктың штабы Ырымбурҙа, Каруанһарай бинаһында урынлаша. Кәрим Иҙелғужин 1918 йылдың октябренән алып 1919 йылдың февраленә тиклем 2-се Башҡорт кавалерия полкында писарь булып хеҙмәт итә.

Ғабдулла Иҙелбаев исемендәге 2-се Башҡорт кавалерия полкы 1918 йылдың декабренән алып фронтта була, Башҡортостанға барып инеп килгән ҡыҙылдарға ҡаршы тора. Башҡорт ғәскәрҙәре штабы фронт тотоу өсөн Стәрлетамаҡ фронты ойоштора. Бында 1-се, 2-се Башҡорт кавалерия полктары һәм ирекле отрядтар “Стәрлетамаҡ фронтының башҡорт көстәре”, тип аталған оператив төркөмгә берләштерелә. Ике армия уртаһында иң әһәмиәтле, стратегик урынды тотоп тороуға ҡарамаҫтан, башҡорт ғәскәрҙәренә аҡтар яғынан ярҙам булмай. Киреһенсә, Колчак Башҡорт хөкүмәте һәм ғәскәрҙәрен бөтөрөү тураһында ғына уйлай.

Аҡтар яғында автономияға өмөтөн өҙгән Башҡорт хөкүмәте 1919 йылдың ғинуар аҙағында ҡыҙылдар менән бәйләнешкә инә һәм автономия тураһында  килешә.  Башҡорт хөкүмәте советтар яғына сығыу тураһында ҡарар ҡабул итә. Был ҡарарҙы халыҡҡа һәм ғәскәрҙәргә аңлатыу, еткереү өсөн абруйлы кешеләрҙе ебәрәләр.

16 февраль Кәрим Иҙелғужин Башкорт корпусы штабының уполномоченныйы сифатында, Башҡорт хөкүмәте һәм ғәскәрҙәренең Совет власы яғына сығыуы тураһында фарманды иғлан итеү һәм уның сәбәптәрен һалдаттарға төшөндөрөү өсөн 4-се Башҡорт уҡсы полкына ебәрелә. 18 февраль ошо полк составында ҡыҙылдар яғына сыға. Әйткәндәй, Милли архивта (элекке ЦАОО) 4-се Башҡорт полкының ҡыҙылдар яғына сығыу тарихы тураһында Кәрим Иҙелғужиндың ғәрәп графикаһындағы яҙмалары һаҡлана. Шуны хәҙерге телгә ауҙарып, баҫып сығарғанда бик яҡшы эш булыр ине.

Ҡыҙылдар яғына сыҡҡас, 1919 йылдың апреленән К. Иҙелғужин 1-се армияның 20-се дивизияһында Башревком вәкиле булып хеҙмәт итә.  1919 йылдың көҙөндә ул Тамъян-Ҡатай кантонының хәрби комиссары итеп тәғәйенләнә, 1920 йылдың апрелендә Туҡ-Соран кантонына күсерелә. Артабан Бөрйән-Түңгәүер кантон башҡарма комитеты рәйесе вазифаһын үтәй. 1921–1922 йылдарҙа Туҡ-Соран кантон башҡарма комитетында эшләй.

1922–1924 йылдарҙа Ырымбурҙағы Башҡорт халыҡ мәғарифы институтын етәкләй. 1925 йылда республиканың башҡорт телендәге төп матбуғат баҫмаһы – “Башҡортостан” гәзитенең яуаплы мөхәррире итеп тәғәйенләнә. Ошо осорҙа ул милли хәрәкәттең тарихы менән шөғөлләнеп ала. 1925 йылда Иҙелғужиндың “Октябрь револдцияһы башҡорт крәҫтиәндәренә ни бирҙе”, 1926 йылда “Башҡорт хәрәкттәре 1917, 1918, 1919 йылдарҙа” исемле китаптары донъя күрә. К.Иҙелғужиндың был китабы милли хәрәкәт тарихы буйынса баһалап бөткөһөҙ хеҙмәт булып тора. Сөнки китап ошо шанлы һәм данлы ваҡиғаларҙың шаһиты, ҡатнашыусыһы тарафынан яҙылған. Унда күп кенә тарихи материалдар урын алған. Бөгөн был китапты ҡайтанан баҫтырыу шарт.

1928 йылдың октябрендә Кәрим Иҙелғужин БАССР-ҙың Халыҡ мәғарифы комиссары вазифаһына тәғәйенләнә. Әммә был яуаплы эштә уға ең һыҙғанып эшләргә насип булмай. Сөнки 20-се йылдарҙың аҙағында башҡорт милли-хәрәкәтендә ҡатнашҡан эшмәкәрҙәрҙе эҙәрлекләү башлана.

1929 йылда милли хәрәкәт лидерҙарының береһе булған Нуриәғзәм Таһировты 10 йылға иркенән мәхрүм итәләр. Ошо уҡ йылдың авгусында нарком Иҙелғужинды “партияға ингән саҡта Вәлидов армияһында хеҙмәт иткәне” тураһындағы фактты йәшергәне өсөн, тип вазифаһынан бушаталар.

Артабан ул уҡытыусы булып эшләй, 1934 йылдан Башҡорт педагика ғилми-тикшеренеү институтының директор урынбаҫары вазифаһын үтәй.

НКВД органдары һаман да Иҙелғужинды күҙ уңынан ысҡындырмай. 1936 йылдың сентябрендә ул тағы ҡулға алына. Кәрим Абдулла улын биш йылға иркенән мәхрүм итеп, лагерға ебәрәләр. Ә инде киләһе йылына, Сталин репрессияларының ҡыҙған осоронда, 1937 йылдың 21 ноябрендә НКВД-ның тройкаһы Иҙелғужиндың эшен яңынан ҡарай һәм атырға, тигән хөкөм сығара. Хөкөм ҡарары 1937 йылдың 21 декабрендә  ғәмәлгә атҡарыла. Кәрим Абдулла улы Иҙелғужин, Сталин үлгәс, уның золомы Хрущев тарафынан фашланғас ҡына, 1956 йылдың 30 июнендә реабилитациялана.

Әммә БАССР-ҙың партия органдары өсөн ул башҡа башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәрҙәре кеүек үк, “буржуаз милләтсе” булып ҡала. Тик коммунистар режимы ҡолатылғандан һуң ғына Кәрим Иҙелғужиндың яҡты исеме халҡына ҡайтарыла.

 

Азат ЯРМУЛЛИН, тарихсы.

аzat-julan@mail.ru

Ҡулланылған ығанаҡтар:

 

РБ Милли архивы. Ф. 1780. Оп. 1. Д. 11. Л. 119.

РБ Милли архивы. Ф. 1107. Оп. 1. Д. 25. Л. 160.

РБ Милли архивы. Ф. 1201. Оп. 2. Д. 3. Л. 29.

Төхвәт Йәнәби. “Башҡортостан” гәзитенең 10 тулыуына. Башҡорт ваҡытлы матбуғаты: 1919–1929 йй. Өфө, 1929. 25–26 биттәр.

Национально-государственное устройство Башкортостана (1917–1925). Сбоник документов и матриалов. Автор-составитель Б.Х.Юлдашбаев. В 4-х томах. Т. 2. Ч. 1. Уфа, 2002. 273, 399, 423, 556, 567, 568 биттәр.

Шунда уҡ. Т. 2. Ч. 2. Уфа, 2003. 358 бит.

Шунда уҡ. Т. 3. Ч. 1. Уфа, 2004. 196, 216, 618, 668 бит.

Шунда уҡ. Т. 4. Ч. 1. Уфа, 2008. 564–565 бит.

Сайфуллин С. Журналист, деятель народного образования, ученый //Трудный путь к правде. Уфа, 1997. 144–150 биттәр.

Книга памяти жертв политических репрессий Республики Башкортостан. Т. 2. Уфа, 1999. 460 бит.

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *