Күрше хаҡы – Тәңре хаҡы

Башҡорт халҡы Ислам динен бик борондан ҡабул иткәнлеге билдәле. Тәү башлап Хаҡ Тәғәлә динен бәйғәмбәребеҙ Мөхәмәт саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләмдең сәхәбәләре алып килгән. Уларҙың ҡәбере бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланып килеп еткән. Сәхәбәләр Миәкә районында урынлашҡан Нарыҫтауҙа ерләнгән булған. Әммә бөгөн ҡайһы берәүҙәр башҡорттар электән үк Ислам диненә татарҙар кеүек үк улай ныҡ бирелмәгән, тигән фекер […]
Продолжить чтение…

 

“Ҡорос” Ҡаҙағстанды иңләне

Ниһайәт, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының “Ҡорос” фольклор-театр ансамбле Ҡаҙағстанға гастроль менән барып ҡайтты. Ансамбль 28 февралдә Аҡтүбә ҡалаһының Дуҫлыҡ йортоноң ҙур тамаша залында “Ауылға ҡыҙҙар килде” спектакле менән сәхнәгә сыҡты. Тамашасының күпселеге ҡаҙаҡ телле булыуға ҡарамаҫтан, спектаклде ихлас ҡабул итте. Аҙағында өс йөҙ урынлыҡ зал дәррәү “браво” ҡысҡырҙы, сәхнәгә йәшләнгән күҙҙәре менән урындағы […]
Продолжить чтение…

 

Көн ҡаҙағында – Аҡһаҡалдар ҡоро

Борондан халҡыбыҙҙың аҡыл эйәләре әйтер һүҙен йыйындарҙа халыҡ алдына сығарып, йә булмаһа кәңәш-төңәш итер өсөн ҡорға тупланып фекер төйнәгәндәр. Элек-электән ауыл аҡһаҡалдары, ырыу аҡһаҡалдары булған. Иң баһалы һүҙ уларҙыҡы һаналған. Берәүгә лә йәшерен түгел, тормошобоҙҙағы эскелек афәте күптәрҙе уйландыра. Ҡайһы бер йәштәр араһындағы тәртипһеҙлектәр ҙә йәнде әрнетә. Ғаилә ҡороу мәсьәләһе лә көнүҙәк булып тора, сөнки […]
Продолжить чтение…