В республике пройдет открытый форум «Башкирская молодежь приглашает друзей»

курултай25-26 июня в Баймакском районе у озера Графское пройдет открытый форум «Башкирская молодежь приглашает друзей». На форум-сабантуй приглашены молодежь Башкортостана и соседних регионов.
Программой форума предусмотрена работа творческой и спортивной площадок. Впервые состоится Межрегиональный конкурс молодых исполнителей башкирских песен «Йәшлек моңо-2016», танцевальный конкурс, флешмоб «Яратам һине, Башҡортостан!». Будут организованы спортивная борьба куреш, мини-футбол, волейбол, гиревой спорт, армспорт, мастер-класс по грепплингу ADCC, национальные игры, как конный биатлон, ылак, стрельба из лука и бросание камня.

Цель мероприятия — сплочение молодежи, обмен опытом в различных направлениях; укрепление межрегиональных связей, пропаганда национальной культуры и духовно-нравственных ценностей башкирского народа, здорового образа жизни, укрепление дружбы между народами. Организаторы форума — Исполнительный комитет Международного союза общественных объединений «Всемирный курултай (конгресс) башкир», Министерство культуры РБ, Министерство молодежной политики и спорта, администрация Баймакского района.

Начало мероприятия – в 14.00.

Все документы по форуму: http://new.kurultay-ufa.ru/ru/category/documentation/

 

«Башҡорт йәштәре дуҫтарын йыя!»

– Ошондай исем аҫтында 25-26 июндә Баймаҡ районы Граф күле буйында Асыҡ йәштәр форумы үтә. Байрамға Башҡортостан һәм күрше төбәктәр йәштәре саҡырыла.

Сараның маҡсаты — йәштәрҙе туплау, үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыу,башҡорт халҡының милли мәҙәниәтен һәм рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, милләт-ара татыулыҡты нығытыу.

Форумды ойоштороусылар — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, Башҡортостандың Мәҙәниәт, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлыҡтары, Баймаҡ районы хакимиәте.

Тәүәккәл, сәмле, дәртле йәштәрҙе мауыҡтырғыс милли уйындар, спорт ярыштары, конкурстар көтә. Программала көрәш, мини-футбол, волейбол, гер күтәреү, ADCC грепплинг һәм воркаут буйынса оҫталыҡ дәрестәре, һыбайлы биатлон, төрки халыҡтарының милли уйыны Ылаҡ кеүек ҡыҙыҡлы тамашалар, башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары ҡатнашлығындағы күңелле ял сәғәттәре лә ҡаралған.

Форум дауамында «Йәшлек моңо-2016» йыр, «Киске уйын» сиктәрендә тамашасылар араһында бейеү конкурстары, «Яратам һине, Башҡортостан!» тип исемләнгән флешмоб та үтәсәк.

Кем үҙен төрлө ярыштарҙа һынап ҡарарға, кисен йырлап-бейеп күңел асырға, яңы дуҫтар табырға теләй, һәммәгеҙҙе лә йырҙарҙа данланған Ирәндек буйында, Граф күле янында көтөп ҡалабыҙ. Шәп байрамдан ситтә ҡалмағыҙ!

Башлана – 14 сәғәттә.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты матбуғат хеҙмәте

 

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *