Милли байрамды үтә замансалаштырҙыҡ түгелме?

Һабантуйҙар гөрләй. Йыл да “байрам матур үтте, күңелле үтте” тип гәзиттәрҙә, радио-телевидениела маҡтайҙар. Әммә миҙал ике яҡлы, минеңсә. Беренсенән, майҙанға килгән халыҡ һаны йылдан-йыл арта бара. Мәҫәлән, беҙҙең район һабантуйында машиналарҙы ҡуйыу – үҙе оло мәшәҡәт, сөнки инеү-сығыу юлы берәү, шунлыҡтан тығын барлыҡҡа килә. Икенсе юл бар-барлыҡҡа, тик унан йөрөү өсөн каскадер булыу кәрәк. Һабантуй […]
Продолжить чтение…

 

Кеше менән күпме аралашһаң, шул тиклем үҫәһең

Урал Кәримовты йәш замандаштар яҡшы беләлер. Айырыуса шаяртырға яратыусылар, сөнки Урал — “Башҡорт асыҡ КВН лигаһы” йәмәғәт ойошмаһының рәйесе. Йыл һайын киңерәк таныла барған башҡорт клубының даирәһе хәҙер инде Башҡортостандан ситкә лә сығып китте. Әүҙем, илһөйәр, телһөйәр егет-ҡыҙҙар ойошҡан унда. Урал мәктәптә уҡығанда КВН тулҡынына ҡушылып киткән һәм бөгөн дә эшен бик яратып башҡара. БДУ-ның […]
Продолжить чтение…

 

“Ҡоролтай тауышы” конкурста ҡатнашырға саҡыра

Халҡыбыҙ, дөрөҫөн әйткәндә, һәр нәмәгә маһир: тотонмаған эше, уйнамаған ҡоралы юҡ, әйтһә, урын-ваҡытына ҡарап, ултыртҡансы ла әйтә, маҡтарға булһа ла хуплау һүҙҙәрен йәлләмәй. Тик милли менталитетыбыҙ шундаймы икән, бер-беребеҙҙе артыҡ маҡтап та, үҙебеҙҙе күрһәтеп тә бармайбыҙ. Ә бит арабыҙҙа башҡаларға өлгө булырлыҡ күпме милләттәшебеҙ йөрөй, уларҙы күрәбеҙ, беләбеҙ, ләкин ул шулай булырға тейеш тип кенә […]
Продолжить чтение…

 

Булманы Башҡорт ҡайҙарҙа…

“Башҡорт” атамалы урамдар барлығын, бәлки, беләһегеҙҙер? Улар ысынында беҙ уйлағандан күберәк икән. Баш ҡалабыҙ Өфөгә яҡын Алексеевка ауылында ла бар ул, уның күршеһендә Башҡорт тыҡрығы ла һуҙы­лып ята, имеш. Өфө районының 8 Март ҡасаба­һында бер урам беҙ­ҙең милләт хөр­мәтенә ҡу­шыл­ған. Ғөмүмән алғанда, республикала “Башҡорт” тигән урамдар етерлек. Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Туймазы, Благовар, Баҡалы райондары ауылдарында ла […]
Продолжить чтение…

 

Халҡыңды һөйөргә ваҡыт та, аҡса ла кәрәкмәй

Фәнил ФӘЙЗУЛЛИН – философия фәндәре докторы, Өфө дәүләт авиация техник университетының философия кафедраһы мөдире. Илебеҙҙә дөйөм танылған ғилми мәктәпкә нигеҙ һалыусы, социаль философия һәм социология өлкәһендәге күренекле ғалимдарҙың береһе тип беләбеҙ уны. Фәнил Сәйет улының 500-ҙән ашыу ғилми хеҙмәте, шул иҫәптән 48 монографияһы, техник вуздар өсөн философия дәреслектәре баҫылып сыҡҡан, уның етәкселегендә 50-нән ашыу методик […]
Продолжить чтение…