Дуҫлыҡ утрауында йәки Граф буйында үткән “Башҡорт йәштәре дуҫтарын йыя” асыҡ форумы тураһында

IMG_0238Заманалар ниндәй генә булмаһын, шөкөр, милләтебеҙҙең аҫаба рухлы, сая йөрәкле, барыһын да үҙе артынан әйҙәй алырлыҡ йәштәре булған һәм буласаҡ. Төрлө төбәк йәштәренең ошондай сағыу вәкилдәрен берләштереп, үҙ-ара дуҫлыҡты нығытыу, тәжрибә уртаҡлашыу, башҡорт халҡының милли мәҙәниәтен һәм рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, төбәк-ара бәйләнештәрҙе нығытыу маҡсатында 25 – 26 июндә йәмле Граф күле буйында “Башҡорт йәштәре дуҫтарын йыя” исемле асыҡ йәштәр форумы үтте. Уны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, Башҡортостандың Мәҙәниәт, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлыҡтары Баймаҡ районы хакимиәте менән берлектә ойошторҙо. Байрамға Башҡортостан һәм күрше төбәктәр йәштәре саҡырылды.
Тәүге көндө иртә менән форумда ҡатнашыусылар теркәлеү үтеп, урынлашып, тирмә, палаткалар ҡорғандан һуң, спорт, ижади конкурстарҙа, форумдарҙа ҡатнашыу өсөн заявкалар бирҙе, милли көрәштә ҡатнашыусы спортсылар кәүҙә ауырлығын үлсәне, йырсылар үҙ алдына репетициялар яһап алды, ҡыҫҡаһы, әҙерлек эштәре әүҙем генә барҙы. Ул арала “Илемдең алтын ҡуллы йәштәре” декоратив ҡул эштәре күргәҙмәһе халыҡ иғтибарына тәҡдим ителде. Ҡурай, ҡумыҙ, ҡыл-ҡумыҙҙа уйнау, өзләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре милли рухлы йәштәрҙе үҙ яйына йыйҙы. Спортҡа әүәҫ йәштәр футбол, волейбол уйындарын башлап та ебәрҙе.


Йэшлек моноКүгәрсен районы әҙерләгән тирмә янында йыр-моңға ғашиҡ йәштәр сиратҡа теҙелде – бында “Йәшлек моңо-2016” республика эстрада йырҙарын йәш башҡарыусылар өсөн һайлап алыу, беренсе һәм икенсе тур иғлан ителде. Унда еңеүселәр кискеһен үтәсәк Гала-концерт программаһында сығыш яһарға тейеш ине. Ҡыҫҡаһы, Гөлназ Ҡолһарина, Азамат һәм Нәсимә Тимеровтар, Баязит Байназаров һәм башҡа республикала билдәле шәхестәрҙән торған баһалама төркөмгә береһенән-береһе талантлыраҡ йәштәр араһынан сағыуҙарын һайлап алыу бурысы йөкмәтелде.
Ә сараның иң күркәм өлөшө, әлбиттә, режиссер Әлмира Ҡыуатова әҙерләгән иҫ киткес “Заман! Йәшлек! Дуҫлыҡ!” тип аталған вокал-хореографик композиция һәм театрлаштырылған тамаша булды. Ул төйәгебеҙл ғорурлығы “Урал батыр” эпосынан башланып, Асыҡ йәштәр форумына йәш-елкенсәкте йыйыу тураһында фарман таратылыуын сағылдырған йыр-бейеү композицияһына әүерелде, артабан башҡорт халыҡ “Уралым” йырына бейеү менән алмашынды. Хөрмәтле ҡунаҡтар – Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов, Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина, БР Мосолмандары Диниә назаратының йәштәр бүлеге етәксеһе Айнур Арыҫланов, БР буйынса суд приставтарының федераль хеҙмәте идаралығы етәксеһе Зариф Байғусҡаров һәм Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәте башлығы Илшат Ситдыҡов форумда ҡатнашыусыларҙы ихлас сәләмләне, йәштәрҙе берҙәмлеккә әйҙәне. Айнур Арыҫланов әүлиәләр, шаһиттар, дин юлында мәрхүм булғандар рухына аят бағышланы.
Артабан Буранбай ауылының “Еҙ үксә” өлгөлө ансамбле егеттәре башҡарыуындағы “Аттарҙа саба малайҙар” йыры аҫтында сәхнә алдынан һыбайлылар, төрлө трюктар күрһәтеп, елеп үтте. Уларҙың араһында ҡыйыу йөрәкле Снежана Таймаҫова исемле ҡыҙҙың да булыуы тамашасыны хайран итте. Дәртле йыр-бейеү сәмле һыбайлы биатлон менән алмашынды. Артынса төрки халыҡтарының милли “Ылаҡ” уйыны сәхнә янына ҡабаттан дәртле тамашасыны йыйҙы. Уйын шарты буйынса кәзә түшкәһе етеҙ, өлгөр Бөрйән һәм Ҡыпсаҡ ырыуҙарының командалары араһында ҡулдан ҡулға күсеп йөрөй торғас, бөрйәндәр файҙаһына 2:0 иҫәбе менән тамамланып ҡуйҙы. Көйәрмән тамашасылар бөтә хис-тойғоларын сығарып, үҙенә оҡшаған команда өсөн ихлас “ауырыны”. Ошо уҡ мәлдә бүтән майҙансыҡтарҙа ла милли көрәш, тоҡ менән һуғышыу, бағана буйлап үрмәләү, гер күтәреү кеүек башҡа халыҡ уйындарында ла тәүәккәл, сәмле, дәртле йәштәр ихлас үҙ көстәрен һынаны.
… Бына сәхнәгә илебеҙҙең һөйөклө улдары Салауат Юлаев, Әхмәтзәки Вәлиди, Рәми Ғарипов, Буранбай сәсән, Урал батыр берәм-берәм күтәрелә. Ҡурай моңо аҫтында һәр береһенең яҡты киләсәккә әйҙәгән шиғри телмәре йоҡлаған аңдарыбыҙҙы уятып, уяуыраҡ булырға, ғәфләттән арынырға әйҙәне. Артабан сәхнә түрен төрлө райондарҙан килгән һәүәҫкәр артистар биләне.
бстКүҙ алдынан халҡыбыҙҙың йәшәү йүнәлешен күрһәткән улдарҙың образдары китмәне. Ошо шойҡан менән иҫ киткес рухлы, көслө тамашаның режиссеры, ошо сараны ойоштороусы булған Әлмира апай янына йүгереп барып бындай тамашаның нисек тыуыуы хаҡында һорашмай булдыра алманым. Ул:
– Республикала иң тәүге Салауат йыйынын үткәреүсе булараҡ, мине ҡоролтайға саҡырып, башҡорт йәштәре өсөн рухлы байрам үткәреү мәсьәләһен ҡуйҙылар. Ә рухты беҙҙең үткәнебеҙ уята. Сәхнәгә тарихи шәхестәребеҙҙе сығарырға булдыҡ. Был йәһәттән Сибай филармонияһы һәм театры артистары ярҙамға килде. Был ерҙә рух, сал быуатлы тарих үҙе йәшәй. Беҙ, күп һөйләмәй генә, батырҙарҙы, аттарҙы, төнъяҡ амурҙарын күрһәтеп, бөгөнгө йәштәребеҙҙә рухты уятырға ынтылдыҡ, – тип ихлас, күҙҙәренән осҡон сәсеп һөйләгән апайға ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел!..
Форумдың маҡсаты йәштәрҙең ялын мауыҡтырғыс ҡына түгел, файҙалы ла итеп ойоштороу ине. Ошо йәһәттән тренингтар, түңәрәк өҫтәл артында һөйләшеүҙәр, оҫталыҡ дәрестәре бик ҡыҙыҡлы һәм йәнле барҙы. Мәҫәлән, “Инициативалы йәштәргә дәүләт ярҙамы күрһәтеү” оҫталыҡ дәресендә эшҡыуарҙар үҙ эшеңде нисек асырға икәнен өйрәтте. Салауат ҡалаһынан бизнес-проекттар етәксеһе Рөстәм Хәмәтшин үҙенең эше, дуҫтар менән берлектә асҡан ваҡытта үҙ-ара ниндәй килешеүҙәр булырға тейешлеге, юлында осраған кәртәләр хаҡында һөйләне, һорауҙарға яуап бирҙе. Мәскәү ҡалаһынан килгән иҡтисадсы-эксперт Рөстәм Дәүләтбаев үткәргән “Үҙ эшеңде асыуҙың юридик аспекттары” тренингы, “Шаймораттар” уйыны менән байытылып, үтә лә мауыҡтырғыс булды. Был уйын менән ул нисек һанаулы ғына ваҡыт эсендә күберәк аҡса эшләргә, кәрәкмәгән әйберҙән ҡотолоп, кәрәкле әйбер һатып алырға өйрәтте. Отҡорлоҡ, зирәклек, етеҙлек һәм кеше менән аралашыусанлыҡ талап иткән был уйын барыһына ла оҡшаны. Рөстәм Хәйбулла улы миллион доллар эшләү хыялы менән үҙ эшен асып, 34 миллионды таба башлаған сағында бөтә компанияһының көрсөккә терәлеүен нисек кисереүе һәм иҡтисадты өйрәнеп, бөгөнгө көндә ниндәй эксперименттар менән шөғөлләнеүе хаҡында мауыҡтырғыс итеп һөйләне.
Ижади йәштәргә лә был көндә үҙ һөнәрҙәрен күрһәтеү мөмкинлеге тыуҙы. Көнө буйы барған “Йәшлек моңо-2016” республика эстрада йырҙарын йәш башҡарыусылар конкурсында Күсей егеттәре Әлфир Заманов – беренсе һәм Илдар Абдуллин – икенсе урындарға сыҡты. Шулай уҡ Белорет ҡалаһынан килгән Александра Васильева исемле ҡыҙыҡай, Вәсилә Фәттәхова һәм Айҙар Ғәлимов репертуарынан “Әйтелмәгән мөхәббәтем” йырын башҡортса башҡарып, икенсе урынға лайыҡ булды. Атаһы урыҫ, әсәһе башҡорт булған Александра бындай конкурста тәүге тапҡыр үҙен һынап ҡараған, уңышлы сығыш яһауынан тулҡынланыуын йәшерә алмаһа ла, башҡорт телендә лә бик матур һөйләне. Конкурста Баймаҡ ҡыҙы Ләйсән Байрамғолова менән Әбйәлил районынан Элиза Ямалова өсөнсө урындарҙы бүлеште.
круглый стол“Башҡорт халҡының үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге” темаһына ойошторолған “түңәрәк өҫтәл” дә ҙур ғына аудитория йыйҙы, йәштәребеҙҙең бөгөнгө көн менән генә йәшәмәй, тарихты ла яҡшы белеүен, киләсәккә лә аныҡ ҡарашлы булыуын иҫбатланы.
Кискеһен йәштәрҙе ҡауыштырыу маҡсатында “Аулаҡ өй”, «Киске уйын» сиктәрендә тамашасылар араһында бейеү конкурстары, «Яратам һине, Башҡортостан!» тип исемләнгән флешмоб, билдәле артистар һәм саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнашлығындағы “Киске уйын” күңел асыу тамашаһы йәштәрҙе үҙенә тупланы. Факел яҡтыһында Бөтә Рәсәй башҡорт йәштәре ҡоролтайына алыу тантанаһында йәштәр тыуған ергә, илгә мәңге тоғро булырға ысын күңелдән ант итте.
Ике көн буйы рәхәтләнеп көс тә һынашҡан, күңелле ял да иткән, фәһем дә алған йәштәр, йәмле Граф буйҙарын тәртипкә килтергәндән һуң, киләсәктә тағы ла йышыраҡ осрашыу, аралашыу ниәтендә бер-береһе менән йылы, ихлас хушлашты. Хуш, дуҫлаҡ утрауы булған Граф буйҙары!
Яҡташтарыбыҙ ҡатнашлығындағы спорт ярыштарының һөҙөмтәләре
Һыбайлы биатлон ярышында еңеүселәр: Беренсе Этҡолдан Рәсих Йортбәков – беренсе, Ҡуянтауҙан Илдар Сыңғыҙов – икенсе һәм Күсейҙән Ғәлим Яуымбаев – өсөнсө урындарға эйә булды.
Милли көрәштә яҡташтарыбыҙҙан 90 кг-ға тиклемге ауырлыҡта Венер Нәбиев һәм 100 кг-ға тиклемге ауырлыҡта Азамат Әхмәтов еңеүсе тип табылды.
Волейбол ярыштарында Ишмөхәмәт ауылы командаһы – икенсе, ә Әхмәр ауылы командаһы – өсөнсө урындарға лайыҡ булды. Футбол буйынса икенсе урынды – Мерәҫ, өсөнсө урынды – Баймаҡ “Торпедо” йәштәр йыйылма командаһы яуланы.

Сарала ҡатнашыусы фекере

Даян Солтанғужин, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай янындағы Йәштәр палатаһы ағзаһы, Хәйбулла яҡташтар берлегенең йәштәр ассоциацияһы вәкиле, врач-онколог:
– Беҙ Хәйбулла районы делегацияһы менән килдек. Мин үҙем йәштәргә үҙ эштәрен асырға ярҙам күрһәтеү буйынса ойошторолған оҫталыҡ дәресендә ҡатнаштым. Бындай саралар мотлаҡ кәрәк. Форумда йәштәр бер-береһе менән таныша, уртаҡ проблемаларҙы хәл итеү юлдарын таба. Бәлки, ҡауышыусылар ҙа булыр әле.
Бында беҙ ял да иттек, үткәнебеҙгә лә сәйәхәт иттек, тәжрибә лә уртаҡлаштыҡ. Ошо йәһәттән тренингтарҙың әһәмиәте ҙур булды. Йәштәр үҫергә тейеш. Улар быны аңлай – шуныһы ҡыуаныслы.

Айгөл Иҙелбаева, “Һаҡмар” гәзите

Комментировать

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *