«Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы Муса батыр Мортазиндың иҫтәлегенә арналды

dsc_0978Ҡапҡа тыштарына шарҙар эленгән, һыйлы өҫтәлдәр күренә, урамда осрашҡан кешеләр күрешә, ҡосаҡлаша, музыка, гармун тауышы яңғырай. Көсөк-Маяҡ ауылында оло йыйын – ауылдаштар осраша. Байрам ошо ауылдан сыҡҡан башҡорт халҡының бөйөк улы, Граждандар һуғышы ҡаһарманы, полководец, өс Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры Муса Мортазиндың тыуыуына 125 йыл тулыуға арналды. Төрлө тарафтарҙа йәшәүсе ауылдаштар, яҡташтарҙан тыш халҡыбыҙ геройы иҫтәлегенә арналған сараға билдәле шәхестәр – Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, республиканың Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе, Наурыҙ ауылы ҡыҙы Рәшиҙә Солтанова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми етәксеһе, филология фәндәре докторы Фирҙәүес Хисаметдинова килгәйне. Ҡунаҡтарҙы ҡыҙыл армеецтар кейемендәге һыбайлылар ҡаршы алды һәм полководец музейына саҡлы оҙата барҙы.

dsc_0552Муса Лут улы Мортазин 1891 йылдың 20 декабрендә Күбәләк-Тиләү волосының Көсөк ауылында донъяға килә. 1912 йылдың көҙөндә батша хөкүмәтенә хеҙмәткә алына һәм артиллерия подразделениеһына тәғәйенләнә. Һуғыш башланғас, 1914 йылдың йәйендә ул хеҙмәт иткән артбригада румын фронтына күсерелә.

1917 йылғы Февраль революцияһы Муса Мортазин күңелендә милли азатлыҡ сатҡыларын уята. III Бөтә Башҡорт Ҡоролтайында, 1918  йылда Ҡазанда үткән Бөтә Рәсәй мосолмандарының II съезында ҡатнаша. Яҡташыбыҙ – башҡорт халҡына автономия алып биреүгә күп көс һалған дәүләт эшмәкәре.

1918 йылдың 17 февралендә Муса Мортазин Башҡортостандың Ваҡытлы Революцион советы ағзаһы итеп һайлана. Тыуған яғына ҡайтып Тамъян-Ҡатай кантонында милиция органдары ойоштора. Башҡорт ғәскәрендә эскадрон, полк командиры була. Башҡорт кавалерия бригадаһына етәкселек итә. 1920-1922 йылдарҙа БАССР-ҙың хәрби эштәр буйынса халыҡ комиссары, Башҡортостан Үҙәк Башҡарма комитеты рәйесе була.

1922 йылда Муса Мортазинды Мәскәүгә саҡыртып алалар. Ул 1924 йылда юғары хәрби-педагогика мәктәбен, 1927 йылда Фрунзе исемендәге хәрби академияны тамамлай.

1928-1937 йылдарҙа – Ҡыҙыл армияның аттар төҙөкләндереү бүлегенең башлығы. Өс Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены, алтын сәғәт, көмөш ҡылыс менән бүләкләнә. 1935 йылда уға генерал-полковник дәрәжәһе бирелә.

dsc_05111937 йылдың 31 майында ҡулға алына. 27 сентябрендә «халыҡ дошманы» тигән ялған ғәйеп менән атып үлтерелә. Бинахаҡҡа ғәйепләнгән Муса Мортазин 1956 йылда аҡлана.

Ата-әсәһенең йорто урынында 1990 йылда «Озерный» совхозы ярҙамы менән Муса Мортазиндың йорт-музейы төҙөлә. Бөйөк полководецтың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы ишектәрен аса ул. Музейҙа Муса Лут улының тормошона һәм эшмәкәрлегенә ҡағылышлы архив документтары, фотолар, һүрәттәр, китаптар, яҙмалар – бөтәһе 900-ҙән ашыу экспонат тупланған. Реабилитацияланғандан һуң ғаиләһенә ҡайтарылған Ҡыҙыл Байраҡ ордены ла бында һаҡланы. Байрам көндө Рәшиҙә Солтанова тағы бер әйбер менән тулыландырҙы музейҙы – ул Муса Мортазиндың шәхси көмөш ҡалағы. Шулай уҡ китаптар, хаттар тапшырылды.

2015 йылда иҫтәлекле йорт мәҙәниәт учреждениелары араһында үткән республика конкурсында ҡатнашып, 90 мең һумлыҡ грант алыуға өлгәшкән. Был аҡса Муса Мортазин музейының виртуаль вариантын төҙөүгә йүнәлтеләсәк. Йәғни, ноябрь айынан һәр теләүсе интернет селтәре аша ғына музейҙы ҡарай аласаҡ.

Үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре күргәҙмә әҙерләгәйне. Унда Муса Мортазин тормошо һәм эшмәкәрлеге буйынса алып барылған эҙләнеү-тикшеренеү материалдары, М. Ямалетдинов, Р. Насиров, Ғ. Шафиҡов авторлығындағы китаптар, төшөрөлгән видеофильмдар буйынса мәғлүмәттәр урын алған.

Яңы дәүерҙең Салауаты

dsc_0716Артабан сара Көсөк-Маяҡ ауылы эргәһендәге яланда дауам итте. Сәхнәләге һәр сығыш, концерт номеры яугир иҫтәлегенә бағышланды. Ауылдың ағинәйҙәр ойошмаһы ағзалары Муса Мортазиндың әсе яҙмышын шиғри юлдар аша йөрәктәргә үтеп инерлек итеп яңғыратты. 46 йыл ғүмерендә Муса Лут улы халыҡ азатлығы, ере, иле өсөн ҙур эштәр атҡарып өлгөрә. Әлбиттә, үҙенә «халыҡ дошманы» мөһөрө тағылыуы, ошо арҡала ғаиләһенең, яҡындарының ыҙа сигеүе өсөн түгел. Ул да ни бары бәхетле булырға теләгәндер. Тормош иптәше репрессияланғас, Фатиха апай алты балаһы менән ҡала. Иң кескәйҙәре Асҡар бишектә генә ятҡан сабый була.

– Әсәйем Ғәлимә Мортазина – Муса Лут улының һеңлеһе. Бөйөк шәхестең аяныслы яҙмышының шаңдауы туғандарына ла ҡағылды. Үҙ миҫалымдан сығып ҡына әйтәм, атайым Искәндәр 1937 йылда, Муса ағайҙың кейәүе булғаны өсөн, Свердловск ҡалаһында 3-сө курста уҡып йөрөгәндә академиянан ҡыуыла, аҙаҡ бер-нисә тапҡыр партиянан сығарыла. 1954 йылда Фатиха әбей ауылға ҡайтҡас, күптәр уның менән аралашырға ҡурҡа ине. Шулай ҙа, беҙҙең ғаилә Фатиха әбей, Шәүрә Муса ҡыҙы менән яҡын булды. Ошондай интегеүҙәр, ыҙа сигеүҙәрҙе күргән Мортазиндар нәҫеле өҙөлөргә тейеш түгел. Батырыбыҙ данын юғалтырға хаҡыбыҙ юҡ. Ауылды һаҡлайыҡ, үткәнебеҙҙе онотмайыҡ, мәшһүр шәхестәребеҙ менән ғорурланайыҡ, – тине Рәшиҙә Солтанова. Ул, шулай уҡ, республика Ҡатын-ҡыҙҙар союзы исеменән яҡташтарына иҫтәлекле бүләктәр ҙә тапшырып үтте.

Муса Мортазин шәхесен М. Шолоховтың «Тымыҡ Дон» әҫәрә геройы Григорий Мелехов менән сағыштырҙы үҙ сығышында телсе Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисаметдинова.

– Башҡорттар – ирекле, атлы, ерле халыҡ. Ҡыҙылдарҙан да, аҡтарҙан да ул таланған, кемеһе дуҫ, ҡайһыһы дошман – аңламаған. Ошо мәлдә милләте һаҡлап ҡалыу тап ошо Муса Мортазин һәм уның кеүек башҡорт ир аҫылдары арҡаһында ғына мөмкин була. Муса Лут улы – Шолохов геройы кеүек үк халыҡты тергеҙеүсе типик образ, – тине ул.

Нәҫел ебен дауам итеп

dsc_0825Бөгөн Көсөк-Маяҡ ауылында бөтәһе 56 йорт, 200-гә яҡын кеше иҫәпләнә. Ғәҙәттәгесә, «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы айҡанлы төрлө номинациялар буйынса конкурстар иғлан ителгән. Килгән ҡунаҡтар ҡулынан еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр һәм дипломдар тапшырылды. «Йәш парҙар» номинацияһында Ирина һәм Фәнис Ғатауллиндар, Ләйсән һәм Азат Сәйфуллиндар, Алина һәм Таһир Сәҙриевтар, «Күп балалы ғаилә» – Гөлназ һәм Өлфәт Ғатауллиндар, Гөлшат һәм Илдус Мәсәлимовтар, «Өлгөлө ғаилә» номинацияһында Альбина һәм Рөстәм Ғүмәровтар, Нәйрә һәм Бүләкбай Мөхәмәҙиевтар, Гөләйшә һәм Вәис Мөхәмәҙиевтар, Гөлназ һәм Ирек Һунарғоловтар, «Юбилярҙар – 50 йыл бергә» –Мөхтәримә һәм Фәрүәз Сәлимовтар, Гөләйҙә һәм Ғәлиулла Мәғәфүровтар ғаиләләре билдәләнде. «Ауылдың иң йәш кешеһе» – Сыңғыҙ Мәсәлимов һәм иң оло апайҙары – Әсмә Ҡунаҡбаева, Мәрхәбә Нурмөхәмәтова, Әсмә Мөхәмәҙиева ла иғтибарһыҙ ҡалманы. «Ветеран уҡытыусылар» номинацияһында мәғариф отличниктары Гөлсирә һәм Рәсүл Ғариповтар, Тәғзимә Шәкирйәнова тәбрикләнде.

Нәйрә һәм Бүләкбай Мөхәмәҙиевтар ғаиләһе 57 йыл татыу ғүмер кисергән. Нәйрә Шаһибал ҡыҙы колхозда һауынсы, һарыҡ ҡараусы, аҙаҡтан мәктәптә иҙән йыуыусы булып хеҙмәт итә. Бүләкбәй Әхмәт улы ғүмер буйы тракторсы була. Мөхәмәҙиевтар дүрт ҡыҙ ҙа бер ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. Уларҙың һәр ҡайһыһы үҙ донъяһын ҡороп, хәҙер инде үҙҙәре олатай-өләсәй булғандар.

– Аллаға шөкөр, 11 ейән-ейәнсәрҙәребеҙ, бер бүләсәребеҙ бар. Ярты быуаттан ашыу ғаилә тормошо эш, балалар тәрбиәләү менән үтте. Һикәлтәле саҡтары ла булды, әммә түҙгәнгә – түш, тиҙәр. Ауылда матур йәшәгән йәш парҙар бар, уларҙың да алтын, зөбәржәт туйҙарғаса ғүмер кисереүҙәрен теләйем, – тине диплом алыусы Нәйрә Шаһибал ҡыҙы.

Ә бына Ләйсән һәм Азат Сәйфуллиндарҙың ғаилә тормошо әле башланып ҡына тора. Улар өс йыл элек өйләнешкән. Айназ исемле ул тәрбиәләйҙәр. Ләйсән Илсе ауылына килен булып төшкән, декрет ялына сыҡҡансы мәктәптә балаларҙы уҡыта. Тормош иптәше –таксист.

– Йәш ғаиләгә тормош көтөүе еңелдән түгел бөгөн. Ата-әсәйҙәргә рәхмәт, улар ярҙамынан тыш булмай. Бөгөн «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!»ға тип килдек. Сара оҡшай, бик күңелле, – тине Ләйсән.

Матур концерт байрам бәҫен күтәрҙе. Бөйөк йырсыбыҙ Абдулла Солтановтың, Учалы филармонияһы артистары, «Ләйсән» халыҡ бейеүҙәре ансамбле, «Оҙонгүл» балалар бейеү, Ҡунаҡбайҙың «Толпар» өлгөлө ҡурайсылар ансамблдәре, Уральск ауылының «Йәйғор» фольклор коллективы һәм, әлбиттә, һәләтле көсөктәрҙең үҙҙәре әҙерләгән сығыштары күңелдәрҙе дәртләндерҙе.

dsc_0651 (2)«Байрамғол» агрофирмаһы» һыбайлыларының уйындары ауылдаштар осрашыуының сағыу өлөшө булды тиһәм, яңылышмам. Фәрхәт Мортазин, Радик Мәүлитбаев, Миңлейәр Сәйфелмөлөков сабып барған килеш аттан ергә ырғып, кире менеп ултырҙы, ҡырын ятып, артҡа ҡарай ултырып, эйәргә тотонған килеш һауала аҫылынып, эйәр өҫтөнә аяҡ үрә баҫып сапты. Бындай оҫталыҡты күреп, халыҡ берсә һоҡланды, берсә йөрәктәрен устарына тотоп, «аһ» тиеүҙән саҡ тыйылып ултырҙы. Һыбайлыларҙы Муса Лут улы тоҡомонан булған I категориялағы тренер Гөлниса Мортазина әҙерләгән.

Йыйын майҙанында сауҙа нөктәләре ойошторолдо. Балалар батутта һикерҙе, сәпкә атып, ауыш бағанаға менеп бүләктәр отто.

Ғәлимовтар нәҫеле өсөн был көндө икеләтә байрам булды: ауылдаштар осрашыуынан һуң төрлө тарафтарҙан килгән туған-тыумасалар бергә йыйылды. Роза Ғәлимова сараға тормош иптәше менән Межозерный ҡасабаһынан килгән.

– Бик матур сара бара, күңелле концерт күрһәттеләр. Ауыл бөтмәй, күркәмләнә генә бара, үҙ яйына донъя көтөүе менән һөйөндөрә. Бөгөн кешеләр, туған-тыумасалар артыҡ аралашмай, үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнап йәшәй. Ә «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы яҡташтарҙы бергә йыя. Сараны ойоштороусыларға ҙур рәхмәт, – тип шатлығы менән уртаҡлашты Роза ханым.

Гөлшат МОТАҺАРОВА,

Учалы районы «Яйыҡ» гәзите хәбәрсеһе

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *