Башҡортостанда Алдар батырға һәйкәл ҡуйыла

алдар батырБелеүебеҙсә, 2013 йылда БР Хөкүмәте Баймаҡ ҡалаһының 75 йыллығын һәм Баймаҡ ҡойоу-механика заводының 100 йыллығын үткәреү буйынса саралар планын раҫларға әҙерләнгәндә район йәмәғәтселеге Бөрйән ырыуының күренекле шәхесе, яугир һәм полководец, мәғрифәтсе һәм дипломат, халҡыбыҙҙың милли геройы Алдар Иҫәкәев (ысын исеме – Алдар Иҫәнгилдин) хөрмәтенә ҡала уртаһында монументаль һәйкәл асыу тәҡдиме менән мөрәжәғәт иткәйне. Алдар батыр, билдәле булыуынса, Нуғай даруғаһы Бөрйән улусында (хәҙерге Баймаҡ районы) тыуған, тархан, башҡорт ихтилалдары башлығы. 17-се быуат аҙағында урыҫ армияһының Ҡырым һәм Аҙау (Азов) походтарында ҡатнаша. 1696 йылда Петр I уға вариҫи тарханлыҡ ярлығы (грамота) һәм алтын яҙыулы көмөш ҡынлы ҡылыс бүләк итә.

Баймаҡта Алдар батырға һәйкәл асыу халҡыбыҙҙың тарихын ололау, арҙаҡлы шәхестәребеҙҙе күтәрмәләү, улар өлгөһөндә йәш быуынды тәрбиәләү йүнәлешендә башҡарылған ҙур эш булыр ине. Былтыр 10 ноябрҙә ҡалала үткән Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайының ҙур йыйынында ла ошо мәсьәлә күтәрелде.

Халыҡтың мөрәжәғәтен район хакимиәте хуплап ҡаршы алды һәм Алдар батырға һәйкәл эшләүҙе ойошторҙо. Әле был изге эш тамамланыу өҫтөндә. Ләкин шул уҡ ваҡытта был проектты тормошҡа ашырыу өсөн финанс саралары етешмәй. Сөнки ул күп сығымдар талап итә. Һәйкәл төҙөү өсөн бюджеттан бер тин дә ҡаралмаған. Шуның өсөн Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты үҙенең сираттағы ултырышында мәсьәләне хәл итеү ниәтенән милләттәштәребеҙгә мөрәжәғәт менән сығыш яһарға булды. Мөмкинлеге булған һәр башҡорт хәленән килгәнсә түбәндә күрһәтелгән иҫәпкә аҡса күсерһә, һәйкәлде төҙөү һәм уны урынлаштырыу мәсьәләһе тиҙерәк хәл ителер ине.

Башҡорт халҡының тарихына һәм киләсәгенә битараф булмайыҡ, милләттәштәр, был акцияла әүҙем ҡатнашайыҡ, уға үҙ өлөшөбөҙҙө индерәйек. Алдар батыр – арҙаҡлы яҡташыбыҙ ғына түгел, ул бөтөн башҡорт халҡының милли геройы һәм ғорурлығы ла!

Аҡсаны түбәндәге иҫәпкә күсерергә кәрәк:

Банк получателя – доп.офис № 8598/0736 ПАО Сбербанк

Кор/счет банка – 30101810300000000601, БИК банка – 048073601, Счет получателя – 42307810606520014198.

Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты.

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *