Көйөргәҙе ҡоролтайы: Халыҡты мәҙәниәт аша берләштерергә

куюргазаКөйөргәҙе районы хакимиәтенең ултырыштар залында урындағы башҡорттар ҡоролтайы башҡарма комитетының сираттағы ултырышы уҙҙы. Унда 2016 йылға йомғаҡ яһалды, ағымдағы йылға пландар ҡабул ителде.

Сарала район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты вәкиле, яҡташыбыҙ Иршат Аҫылғужин, “ЮжУрал-Ойл” холдинг компанияһының генераль директоры Зиннур Исхаҡов, урындағы ҡоролтай рәйесе Юлай Ишмөхәмәтовтан тыш ауылдарҙан ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар, ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм әүҙем йәмәғәтселәр ҡатнашты.

куюргаза1Ултырышты ҡоролтай рәйесе Юлай Ишмөхәмәтов асып ебәрҙе һәм үткән йылда башҡарылған эштәрҙе барлап, уларҙың һѳҙѳмтәләре менән таныштырҙы.

– Беҙ былтыр “Шәжәрә”, “Һабантуй”, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, “Ҡурайсылар бәйгеһе” һәм башҡа күп сараларҙа, районыбыҙҙан сыҡҡан билдәле шәхестәрҙең юбилейҙарын үткәреүҙә әүҙем ҡатнаштыҡ. Туған телебеҙҙә сыҡҡан милли гәзиттәргә яҙылыуҙы ла үҙебеҙҙең бурысыбыҙ тип иҫәпләп, был кампанияла ла әүҙем ҡатнаштыҡ, – тине Юлай Юныс улы.

Артабан һүҙҙе район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов алды.

– Районыбыҙҙа төрлө милләт халҡы йәшәһә лә, татыу, дуҫ булыуыбыҙ ҡыуандыра. Ҡоролтай эшен насар тип әйтеп булмай, бар саралар ҙа, әлбиттә, аҡсаға барып төртөлә, шулай ҙа ауылдағы старосталарҙың, ҡатын-ҡыҙҙар советы, ағинәйҙәр ҡороноң әүҙем эшләүе – яҡшы күренеш. Бөгөнгө кеүек ултырыштар күп булыуы ихтимал, тик иң мөһиме башҡарылған эштәр буйынса һөҙөмтә булһын, шуға бергә эшләйек, – тине Әхәт Йәүҙәт улы.

Иршат Аҫылғужин үҙ сығышында халыҡты мәҙәниәт аша берләштерергә саҡырҙы. Ауылдарҙа территориаль йәмәғәт үҙидаралыҡ ойошмаһы (ТОС) төҙөргә, халыҡ үҙе берләшеп нимәлер эшләргә кәрәклеге хаҡында бәйән итте. Шулай уҡ республика буйынса алғанда Көйөргәҙе районының эштәре яҡшы икәнлеген дә һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Ултырышта ағинәйҙәр ҡоро эше тураһында, уның етәксеһе Тамара Малбаева һүҙ алды. Ул эште яңы ғына башлауҙарын, шулай ҙа әүҙем генә эшләгәндәр барлығын әйтеп үтте. Тик бына саралар үткәрергә финанс яғының насар, кереп кенә ултырып эшләргә бүлмә лә юҡлығы хаҡында ла әйтмәй ҡалманы.

Йыйылыш һуңында Иршат Мөхәррәм улы Әхәт Йәүҙәт улын Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы менән бүләкләне, ә районыбыҙҙың хәйриә фонды директоры, ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Фәнир Малбаевҡа, Яҡуп ауылы старостаһы Ҡорбанғәли Сөләймәновҡа, район мәғариф бүлегенең методика кабинеты мөдире Ләйсән Аҙнабаеваға, Мәмбәтҡол ауылы старостаһы Миңлеяр Хәйбуллинға Маҡтау ҡағыҙҙары һәм иҫтәлеккә бүләктәр тапшырҙы.

Сара ултырыштың резолюцияһын ҡабул итеү, 14 кешенән торған ҡоролтай ағзаларын һәм рәйесен яңынан һайлау менән тамамланды. Рәйес итеп Юлай Ишмөхәмәтов бер тауыштан кире һайланды.

Айгөл Халикова.

Автор фотолары

 

 

 

Комментировать

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *