Хәйбуллала билдәле ҡурайсы Сәйфулла Дилмөхәмәтовты хөрмәтләп иҫкә алдылар

DSC_0022Хәйбулла районының Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында районыбыҙҙың арҙаҡлы ҡурайсыһы, халыҡ музыка ҡоралы – ҡурай эшләү оҫтаһы, Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Хәйбулла районының Почетлы гражданы Сәйфулла Ишҡәле улы Дилмөхәмәтовтың тыуыуына 85 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһе үтте. Ошо уңайҙан ҡурайсыға арналған бай күргәҙмә лә асылды.

DSC_0035Сарала Сәйфулла Ишҡәле улы Дилмөхәмәтовтың улы Риф Дилмөхәмәтов,  мәҙәниәт идаралығы начальнигы Лариса Мәмбәтова,  1960-сы йылдарҙа районыбыҙҙың үҙешмәкәр сәнғәтендә әүҙем ҡатнашыусы, билдәле тарихсы Рәшит Насиров, район ҡурайсылар берекмәһе етәксеһе Илдар Юнысов, район башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Ғәни Бикбаев, ҡурайсылар, мәктәп балалары ҡатнашты.

Йылайыр районында тыуып үҫкән, әммә бар ғүмерен Хәйбулла районында ҡурай сәнғәтен үҫтереүгә  бағышлаған Сәйфулла Дилмөхәмәтовтың эштәрен  баһалап бөтөрөлөк түгел. Уның тынғыһыҙ хеҙмәт емеше булып районда ҡурайсыларҙың тотош бер династияһын үҫеп етте.

Сәйфулла Ишҡәле улы ижади уңыштары, әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн «Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.

Оҫтаның ҡурайҙары айырым иғтибарға лайыҡ. Республикала һәм унан ситтә Сәйфулла Дилмөхәмәтов эшләгән ҡурайҙар ҡурайсылар араһында ла, халыҡ араһында ла киң популярлыҡ яулай. Шуның өсөн уға 1987 йылда бөтә Союз халыҡ хужалығы уңыштары күргәҙмәһендә «Халыҡ инструменты – ҡурай эшләү оҫтаһы» тигән маҡтаулы исем бирелә.

Халыҡ оҫтаһы, ҡурайсы, педагог талантын ихтирам итеп, район етәкселеге Сәйфулла Дилмөхәмәтовҡа 1992 йылда «Хәйбулла районының почетлы гражданы» тигән исем бирә.

Сағыу шәхес Сәйфулла Ишҡәле улы 2004 йылдың 27 авгусында  арабыҙҙан китеп барҙы. Әммә уның яҡты иҫтәлеге халыҡ хәтерендә һаҡлана.

Йыл һайын Хәйбулла районында Сәйфулла Дилмөхәмәтов призына ҡурайсылар бәйгеһе үткәрелә. Район мәҙәниәте йортонда 2007 йылда уға таҡтаташ асылды.

Әйткәндәй, уның эше рухташтары тарафынан лайыҡлы дауам ителә. Хәйбуллалар ҡурай моңон һаҡлай. Йылдан-йыл рухлы, талантлы йәш ҡурайсыларыбыҙ үҙҙәренең сығыштары менән беҙҙе ҡыуандырып тора.

Сәлимә Байгилдина, Хәйбулла районы

Комментировать

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *