Благовещен районы башҡорттары ҡоролтайы: Милләтте берләштерә берҙәм эштәр

IMG_0720“Халыҡ күп ерҙә аҡыл күп” тип белеп әйткән башҡорттар. Благовещен ҡала китапханаһына халҡыбыҙҙың зыялы, рухлы кешеләре әһәмиәтле, мөһим мәсьәләләрҙе тикшереп, эшлекле тәҡдимдәр индерер өсөн, 2016 йылда башҡарылған эштәргә һығымта яһар өсөн район башҡорттары ҡоролтайына йыйылды.

Унда Благовещен районы хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Урал Ҡараҙбаев, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, Ҡоролтайҙың Башҡорт халҡының тарихы комиссияһы рәйесе, Башҡорт дәүләт университеты доценты Нурислам Ҡалмантаев, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев, район ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары, мәктәп, балалар баҡсалары етәкселәре, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, тарих уҡытыусылары, тәрбиәселәр, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, китапханасылар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.

Район хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Урал Ҡараҙбаев сараны асып, ултырышта ҡатнашыусыларҙы райондың социаль-иҡтисади хәле менән таныштырҙы, мәҙәни – рухи мәсьәләләргә туҡталып, урындағы ҡоролтай эшмәкәрлегенә баһа бирҙе, Покровкалағы “Мираҫ” милли-мәҙәни үҙәгенең эшенә лә туҡталды. Район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Лира Батыргәрәева башҡарылған эштәр, уларҙың һөҙөмтәләре менән таныштырҙы.

IMG_0779 (1)Районда туғыҙ меңдән ашыу башҡорт йәшәй. “Полиэф” заводы сафҡа индерелгән һуң, Өфө яҡын булғанлыҡтан да, ҡала халҡы, шул иҫәптән башҡорттарҙың һаны күпкә артҡан.

Благовещен ҡалаһы ҙур түгел, шуға ла милләттәштәребеҙ бер-береһен яҡшы белеп, аралашып йәшәй.

Ҡоролтайҙың ярҙамы менән ҡала башҡорттарының бихисап мәсьәләләре хәл ителә. Хәҙерге финанс көрсөгө ваҡытында милләттәштәргә телдән генә түгел, ә ысынбарлыҡта ярҙам күрһәтеү, уларҙың мәнфәғәтен яҡлау ҡала башҡорттарын берләштермәй ҡалмай. Милли мәғариф, мәҙәниәт, милли матбуғат, милли нәшриәт, башҡорт теленең статусы, башҡорт халҡының демографик хәле, һаулығы, ғаилә, әсәлек, балалыҡты яҡлау, йәштәрҙе торлаҡ, эш менән тәьмин итеү, депрессияға бирелгән, алкоголь һәм наркотик менән ағыуланған балалар һәм үҫмерҙәрҙе үҙ-үҙенә ҡул һалыуҙан һаҡлап ҡалыу урындағы ҡоролтай эшләргә тейешле төп эштәр булараҡ билдәләнде.

IMG_0726Благовещендар әйтеүенсә, тамырҙарҙы тәрәнерәк өйрәнеү, ауыл биләмәләрендә бай йөкмәткеле шәжәрә байрамдары һәм туған телде өйрәнеүгә һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән башҡа саралар үткәреү, район хакимиәте ҡарамағындағы телдәр буйынса комиссия эшен әүҙемләштереү, башҡорт телендәге төбәк “Йәйғор”гәзитенең тиражын арттырыу, үҫеп килеүсе быуындың халҡыбыҙҙың үткәнен ҙур ҡыҙыҡһыныу менән өйрәнеүен тәьмин итеү, районыбыҙҙың тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында тарихи шәхестәрҙең, арҙаҡлы яҡташтарҙың тормошон асыҡлау һәм улар тураһында альбомдар төҙөүҙе дауам итеү, тормошҡа ашырыу мөһим.

Район мәғариф идаралығының методик кабинеты етәксеһе Ирек Кәлимуллин Благовещенда туған телдәрҙә уҡытыу барышына туҡталып, милли белем биреү темаһына асыҡлыҡ индерҙе. 2-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Альбина Семенова уҡытыуҙағы эш алымдары, тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Балалар баҡсаһы шарттарында кескәйҙәрҙә милли моңға һөйөү тәрбиәләү тураһында ҡаланың 11-се балалар баҡсаһының музыкаль етәксеһе Дилара Ҡабылова бәйән итте. Райондың Покровка ауылында урынлашҡан “Мираҫ” милли-мәҙәни үҙәгенең роле, башҡорт халҡының мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса алып барылған эштәре менән уның етәксеһе Тәнзилә Искәндәрова таныштырҙы. Ҡоролтайҙа ҡатнашыусылар ҡала шарттарында милли рухты юғалтмай, балалары менән әсә телендә аралашып, уларҙы күркәм йолаларыбыҙға, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙгә таянып тәрбиәләгән күркәм Әхмәтовтар ғаиләһенең тормошо менән дә танышты. Ире Артур менән улдары Рамазан, Кәримде, ҡыҙы Сәлимәне тәрбиәләгән һөйкөмлө, сибәр, ипле, тыйнаҡ ҡатын, әсә була белгән Дилбәр Әхмәтова ҡоролтай делегаттарына ябай ғына телдә үҙ ғаиләһенең тормошо, көнитмеше тураһында һөйләне. Был алсаҡ ҡатындың йәнле телмәренән һуң ҡоролтайҙа ҡатнашыусылар тағы бер ваҡиғаның шаһиты булды. Белеүебеҙсә, 12 февралдә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғәриповтың тыуыуына 85 йыл тулды. Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы менән ошо Әхмәтовтарҙың өләсәһе, ҡарт өләсәһе Фруза апай Суфиярованың таныш булыуы асыҡланды. Салауат районында тыуып үҫеп, Благовещен ерендә арымай-талмай ғүмере буйы фельдшер булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан хөрмәтле апайыбыҙ Рәми хаҡында йылы иҫтәлектәре менән бүлеште,  үҙенә арнап яҙылған “Бағышлау” шиғырын уҡып ишеттереп, барыһын да хайран итте.

IMG_0770Ғүмере буйы Рәми Ғәриповтың ижадына ғашиҡ булып йәшәгән, уның тормошон, ижадын төплө өйрәнеп, бөйөк шәхескә арнап үҙ китаптарын баҫтырған, ҡоролтайыбыҙҙың мәртәбәле ҡунағы булған Рауил Бикбаев та был ваҡиғаны тулҡынланыпа, шатланып ҡабул итте. Ғүмере буйы халҡын яратҡан, хөрмәт иткән Рауил ағай Бикбаев Благовещен еренә тәү башлап аяҡ баҫыуын, ҡурай моңон ишетеп, дәртле йырҙар тыңлап, урындағы халыҡ менән аралашыуҙан оло ҡәнәғәтлек кисереүен йәшермәне. Уның ижадын яҡшы белгән уҡыусылары үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған күп һорауҙарына яуаптар алды. Шағир автограф өләште. Рауил Бикбаев үҙе лә оло кинәнес менән башҡортса ла, русса ла шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Ҡаланың 5-се мәктәбе уҡыусылары уҡытыусылары Зифа Байморатова етәкселегендә уның “Халҡыма хат” поэмаһынан өҙөктәр ятланы.

IMG_0807Ултырышта Нурислам Ҡалмантаев районда башҡарылған эштәрҙе анализлағандан һуң, уның эшмәкәрлеген ҡәнәғәтләнерлек тип баһаланы. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының эш йүнәлештәре, пландары менән дә таныштырҙы ул. Шулар рәтендә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Башҡортостан Республикаһы төҙөлөүенең 100 йыллығын байрам итеү тураһындағы Указын тормошҡа ашырыу ниәтенән һәр төбәктә айырым саралар үткәреү зарурлығы һыҙыҡ өҫтөнә алынды. “100 йыллыҡҡа – 100 объект, “100 йыллыҡҡа – 100 шәхес” программаларына Благовещендан да исемлек билдәләү кәрәклеге әйтелде.

Сара һуңында башҡорт халҡын туплау, туған телде, халыҡ тарихын, мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереүгә индергән ҙур өлөшө өсөн бер төркөм әүҙем эшмәкәрҙәргә урындағы ҡоролтайҙың рәхмәт хаттары тапшырылды. Делегаттар ҡаланың музыка мәктәбе ҡурайсылары (етәксеһе – Айнур Назаров),  “Мираҫ” милли-мәҙәни үҙәктең йырсылары Тәнзилә Искәндәрованың сығыштарын, 1-се гимназияның тарих уҡытыусыһы Ғәлиә Хәйретдинованың ҡоролтайға арнап яҙған мөнәжәтен ихлас тыңланы.

Был көндө благовещендар йылы, күркәм мөхиттә үткән эштәргә йомғаҡ яһаны, ағымдағы йылға төп бурыстарҙы билдәләне. Күп милләтле районда башҡорт ҡоролтайының эшмәкәрлек даирәһе киң. Халыҡ араһындағы рухи бәйләнеште нығытыу, милләт мәнфәғәтендә эштәр башҡарыу, пландарҙы тормошҡа ашырыу – ҡуйылған бурыстарҙың береһе.

Лира Батыргәрәева.

Фотоларҙы тулыһынса ошонда ҡарарға мөмкин.

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *