Ҡатын-ҡыҙҙар көнө — 8 март менән!

  Йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)” Башҡарма комитеты исеменән Һеҙҙе яҙҙың һоҡланғыс байрамы — Ҡатын-ҡыҙҙар көнө — 8 март менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Ҡатын-ҡыҙ ул тулы бер донъя, уның күңеленә мөхәббәт тә, матурлыҡ та, йомшаҡлыҡ та, сабырлыҡ та, иң көслө әсәлек хистәре лә, ғаилә усағы йылыһы ла һыйған. Ул һәр […]
Продолжить чтение…

 

Ейәнсура башҡорттары ҡоролтайы: кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Ейәнсура башҡорттары ҡор йыйҙы. 9 февралдә үткән район ҡоролтайы ултырышында ауыл биләмәләрендәге ҡоролтай ағзалары, ауыл хакимиәте башлыҡтары, мәктәп директорҙары, ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар ҡорҙары, йәмғиәт ойошмалары вәкилдәре һәм район тормошона, халҡыбыҙҙың киләсәгенә, мәҙәниәтенә, рухиәтенә битараф булмаған рухлы, әүҙем райондаштарыбыҙ ҡатнашты. Ҡоролтайға килгән һәр кемде “Һөнәрмәндәр һаҡлай халҡым рухын” тип аталған күркәм күргәҙмә ҡаршыланы. Унда район ағинәйҙәренең бәйгеләрҙә […]
Продолжить чтение…

 

Матур ғаилә – ил ҡото

“Борон-борондан Уралтау буйында батырҙарҙы тыуҙырған, тәрбиәләгән, үҫтергәндәр. Башҡорт ғаиләһендә тыуып үҫкән кешегә иң ыңғай сифаттар хас: илһөйәр, эскерһеҙ, тоғро, аҡыллы, ғорур, ҡыйыу, ябай, кешелекле, мөхәббәтле, моңло, ярҙамсыл… Шулай уҡ был ғаиләлә хупланған һәм тәрбиәләнгән иң күркәм һыҙаттар – егәрле, уҡымышлы, фиҙакәр, яугир, оҫта ҡуллы, тәбиғәт йәнле, бала йәнле булыу. Беҙ ата-бабаларыбыҙға ошондай ғаилә ҡото, ғаилә […]
Продолжить чтение…

 

Нуримандар киләсәккә бурыстар билдәләне

Нуриман районы башҡорттары ҡоролтайының отчет-һайлау йыйылышы Яңы Күл ауылы мәҙәниәт йортонда үтте. Йыйын делегаттарын, ҡунаҡтарҙы район хакимиәте башлығы Азамат Носратуллин сәләмләне. Район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Хәлим Хәлилов үткән осорҙа башҡарылған эштәр тураһында отчет менән сығыш яһаны. Нуриман районында йәшәгән башҡорттарҙың милли-мәҙәни тормошо йылдан-йыл әүҙемләшә. Милли үҙаң нығый, төбәккә хас йолаларҙы, бейеүҙәрҙе, йырҙар һәм таҡмаҡтарҙы һаҡлау, […]
Продолжить чтение…