Нуримандар киләсәккә бурыстар билдәләне

DSC_0135Нуриман районы башҡорттары ҡоролтайының отчет-һайлау йыйылышы Яңы Күл ауылы мәҙәниәт йортонда үтте. Йыйын делегаттарын, ҡунаҡтарҙы район хакимиәте башлығы Азамат Носратуллин сәләмләне. Район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Хәлим Хәлилов үткән осорҙа башҡарылған эштәр тураһында отчет менән сығыш яһаны.

Нуриман районында йәшәгән башҡорттарҙың милли-мәҙәни тормошо йылдан-йыл әүҙемләшә. Милли үҙаң нығый, төбәккә хас йолаларҙы, бейеүҙәрҙе, йырҙар һәм таҡмаҡтарҙы һаҡлау, юғала барғандарын тергеҙеү, йәш быуынға күрһәтеү, өйрәтеү өсөн янып йөрөгән кешеләр күбәйә. Шул уҡ ваҡытта телде өйрәнеү, мәктәптә уҡытыу мәсьәләһе киҫкенләшә. Үҙ телен белмәй үҫкән балалар һаны арта. Хәлим Шәмғол улы билдәләүенсә, берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыу ихтыяжына һылтанып, милли телдәрҙе уҡытыу артҡы планға күсерелә.

DSC_0153Районда 6 мең самаһы башҡорт йәшәй (район халҡының 28 проценты), мәктәптәрҙә башҡорт милләтле 651 бала уҡый (25 процент). Яңы Күл һәм Иҫке Күл ауыл мәктәптәрендә башҡорт теле туған тел булараҡ уҡытыла, балаларға рухлы, тырыш уҡытыусылар дәрес бирә. Шулай ҙа уҡыусылар үҙ-ара күберәк русса аралаша.

Ошо уҡ йыйында сығыш яһаған Яңы Күл мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Әлиә Хисаметдинова ла был мәсьәләгә туҡталды.

«Ауылыбыҙҙа ике меңләп кеше йәшәй, шуларҙың 81 проценты – башҡорт. Мәктәптә уҡыған 200-ләп баланың 122-һе башҡорт. Башҡорт теле дәресендә телде бөтөнләй белмәгән башҡа милләт балалары ла ултыра, шуға дәресте русса ла аңлатырға тура килә», – тине ул. Шулай итеп, былай ҙа һаны кәметелгән дәрестәрҙең си­фатына хилафлыҡ килә, ваҡыт әрәм була. Ултырышта йәнә район хакимиәтенең мәғариф идаралығы начальнигы Илүсә Әғзәмова милли телдәрҙе уҡытыу торошо менән таныштырҙы, район башҡорт ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары, йәштәр менән эш өсөн яуаплы Лиана Шәйхетдинова йәш быуын менән алып барылған сараларҙы барланы.

DSC_0143Йыйында ҡатнашҡан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, «Киске Өфө» гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева, йәмәғәт ойошмаларының әһәмиәтен билдәләп, ауылдарҙа «Ағинәйҙәр» ҡорон ойошторорға тәҡдим итте. «Йолаларыбыҙ аша асылыбыҙға ҡайтайыҡ, милли асылыбыҙ аша иманлы була алабыҙ», – тине ул, халҡыбыҙҙың быуаттар төпкөлөнән килгән мәҙәни-социаль ҡаҙаныштарының әһәмиәтен билдәләп.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты аппаратының баш белгесе Айрат Искәндәров республика кимәлендә үтәсәк милли~мәҙәни саралар тураһында һөйләне һәм уларҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы.

Йыйын һуңында резолюция проекты буйынса фекер алышыу булды. Башҡортостандың 100 йыллығына уңайынан автономияға нигеҙ һалған шәхестәрҙең исемен мәңгеләштерергә, яҡташыбыҙ Баһау Нуриманов музейын яңыртырға, район Пионерҙар йортонда сәсәндәр мәктәбе ойошторорға, Көҙәй башҡорттарының төп милли кейемдәрен тергеҙеп, фольклор ансамблдәренә шун­дай кейемдәр тегергә кәрәк, тигән фекерҙәр яңғыраны.

DSC_0186Әлбиттә, төбәгенең яҙмышына битараф булмаған етәксе, ғәҙәттә, район тормошон бөтәһенә ҡарағанда ла яҡшыраҡ белә. Хакимиәт башлығы Азамат Носратуллиндың тос тәҡдимдәре быны тағы бер тапҡыр раҫланы. Азамат Ризуан улы әйтеүенсә, тотош республикалағы кеүек, районда ла тыуым шәп, тип ҡыуанырлыҡ түгел.

Шул иҫәптән башҡорттарға ла ҡағыла был мәсьәлә. Себерҙә эшләп йөрөгән ир-аттарҙы ҡайтарыу эшен башларға кәрәк. Райондағы ауыл хужалығы пред­приятиеларында эшсе ҡулдар етмәй, ә бит уларҙа эш хаҡы һәйбәт, ваҡытында түләнә.

Ултырышта шулай уҡ яңы асылған Респуб­лика перинаталь үҙәгендә ЭКО процедураһы аша бала табыу мөмкинлеге тураһындағы мәғлүмәтте халыҡҡа алып барып еткереү, ир-егеттәрҙең сәләмәтлеген тикшереүҙе ойоштороу тураһында ла һүҙ барҙы. Сарала ҡатнашыусылар әйтеүенсә, бындай сараларға ла ҡорол­тайҙың мөнәсәбәте булырға тейеш.

Йыйын советтың яңы  составын һайлау менән тамамланды. Делегаттар урындағы ҡоролтай рәйесе итеп Хәлим Хәлиловты ҡалдырырға ҡарар итте.

Әлфиә Аҡбутина.

 

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *