Башҡортостан делегацияһы Ғәйнә башҡорттары төбәгенә юллана

курая праздникБашҡортостан делегацияһы Ҡурай байрамы сиктәрендә Рәсәй төбәктәре буйлап сәфәргә сыға. Тәүге туҡталыш – Ғәйнә ерендә.

Иртәгә, 23 мартта, Пермь крайының Барҙа ауылында урындағы халыҡ менән осрашыу ҡаралған. Барҙа район башҡорттары ҡоролтайының киңәйтелгән ултырышы район хакимиәте залында көндөҙ сәғәт 3-тә башлана. Ултырыш башлыса Ғәйнә башҡорттары тарихына, рухи мираҫына, туған телде өйрәнеү, халыҡтың үҫеш перспективалары мәсьәләләренә арнала. Унда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Вельмир Аҙнаев, тарихсы, Башҡортостан Республикаһы Стратегик тикшеренеүҙәр институтының Социологик һәм мәҙәни анализ үҙәге етәксеһе Юлдаш Йосопов, Башҡорт дәүләт университеты доценты Искәндәр Сәйетбатталов, Рәсәй Ҡурайсылар союзы рәйесе Артур Ғайсаров, республиканың Мәғариф министрлығы вәкилдәре сығыш яһаясаҡ.

Ошо уҡ майҙансыҡта “Башҡортостан” ки­ностудияһы фильмдарын күрһәтеү күҙаллана. Тамашасылар “Әсе бал”, “Күңел йыры”, “Тере шишмә” документаль фильмдарын һәм “Ай һәм Урал тауҙары нисек барлыҡҡа килгән?” анимациялы картинаһын ҡарай аласаҡ.
“Ҡурай байрамы” ҙур концерт менән тамамлана. Унда Башҡортостандың халыҡ артистары Азат Айытҡолов һәм Римма Амангилдина, Рәсәй Ҡурайсылар союзы рәйесе Артур Ғайсаров, халыҡ-ара конкурстар еңеүсеһе Марсель Ҡотоев, “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө, Башҡортостандың милли халыҡ музыка ҡоралдары оркестры сығыш яһаясаҡ.
Проекттың ойоштороусылары – Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты.

Комментировать

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *