“Яҡты киләсәк беҙҙең ҡулда” өндәмәһе менән республикала йәштәр ҡоролтайҙары үтә

нефтекама молодежный курултайБер олоно, бер кесене тыңла, тигән әйтем киң таралған. Өлкәндәргә ихтирам һәм иғтибар менән ҡарау ғәҙәте беҙҙең яҡтарҙа борондан килә. Шул уҡ ваҡытта йәш кешенең фекерҙәренә лә битараф ҡалыу юҡ. Баяғы әйтемдең онотолмауы шунан киләлер. Оло быуын менән йәш быуын килешеп йәшәһә, барыһы ла алға китәсәк. Был юҫыҡта йәштәргә юл бирергә, үҙ проблемаларын үҙҙәренә хәл итергә мөмкинлектәр генә кәрәк. Ә бөгөн алға табан ҙур аҙымдар яһарға, хатта ырғырға әҙер йәш егеттәр һәм ҡыҙҙар күп. Уларға өлкәндәрҙең тәжрибәһе менән дә ярҙам итеп ебәрһәк.

нефтекама молод курултайҒөмүмән, алда хәл итәһе мәсьәләләр етерлек. Белем алырға, белем алғас, эш табырға, артабан өйлө булырға, балалар тәрбиәләргә, халҡың өсөн файҙалы булырға…

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты йәштәр менән эшләүҙе төп маҡсаттарының береһе итеп алған. Белеүегеҙсә, Рәсәй йәштәр ҡоролтайы ла ошо йәмәғәт ойошмаһы “ҡанаты” аҫтында эшләй. Башҡарма комитеттың йәштәр эштәре һәм спорт буйынса комитеты республикабыҙҙың барлыҡ район-ҡалалаһында йәш милләттәштәребеҙҙе туплап, бергә эшләргә ниәт иткән.

Ошо көндәрҙә Нефтекамала “Яҡты киләсәк беҙҙең ҡулда” девизы аҫтында башҡорт йәштәре форумы үткәйне. Был яҡтарҙа әүҙем егет-ҡыҙҙар күп. Йыйында билдәләп китеүҙәренсә, уларға ҙур өмөттәр бағлайҙар. Урындағы хакимиәттән дә егет һәм ҡыҙҙарҙы ҡыҙыҡлы проекттары менән уртаҡлашып, берлектә ғәмәлгә ашырыу юлдарын да эҙләргә саҡыралар. Форумға килеп, тәбрик һүҙен әйтеүсе хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары Шамил Хәлитов, ошо сараға ҡаланың иң алдынғы, киләсәктә төрлө предприятие-ойошма менән етәкселек итәсәк  йәштәре йыйылған, тип белдерҙе. Ни тиһәң дә, киләсәктә йәштәр барыбер өлкән быуынды алмаштыра.

– Әһәмиәтле проекттарҙы әҙерләгәндә, тормошҡа ашырғанда йәштәрҙең әүҙемлеген тәьмин итергә кәрәк. Беҙҙең алда Башҡортостандың барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тулыуҙы билдәләү тора, 2020 йылда Бөтә донъя фольклориадаһы фестивален ҡабул итәсәкбеҙ. Ошо ике ҙур датаға арналған саралар уртаһында йәштәр йөрөр тип ышанабыҙ, – тине Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының баш белгесе Марат Ғилманов.

нефтекама 2Нефтекама ҡалаһының “йәш ҡоролтайын” Айгөл Йәһүҙина етәкләне. Уларҙан ойошҡанлы эш, матур-матур башланғыстар көтөп ҡалабыҙ.

Күгәрсен районының Мораҡ ауылында ла йәштәр ҡоролтайын ойоштороу мәсьәләләре буйынса йыйын үтте. Ауыл берәмектәре вәкилдәре, халҡыбыҙҙың киләсәгенә битараф булмаған кешеләр йыйылды бында. Уларҙы район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев сәләмләне. Ғайса Ғилметдин улы ла, йәштәр менән бергә эшләү мөһим, тип билдәләне. Эште дөрөҫ ойоштороп, егет һәм ҡыҙҙарҙы уртаҡ маҡсаттарҙа туплаһаҡ, яҡшы булыр ине, тине район башлығы. Ул эшһеҙлек, демография проблемаларына туҡталды. Заман бәләләренә ҡаршы тороуҙа йәмәғәт ойошмалары, уларҙың активистары ла ҙур роль уйнай ала.

Әлбиттә, Зәйнәб Биишева исемендәге Мораҡ сәнғәт мәктәбенең залында уҙған йыйылышҡа кешеләрҙең күберәк килеүен дә күрергә теләгәйнек, тик әллә сара аҙна уртаһында үткәнгә эштән бушай алманылармы, әллә башҡасараҡ сәбәптәр булдымы, шулай ҙа килеүселәр, моғайын, сығыштарҙы күңеле аша үткәреп, бөгөн көн үҙәгендә торған эш-бурыстарҙы аңлағандыр.

Йәмәғәт эшмәкәре, педагог, яҙыусы Мәрйәм Бураҡаеваның һәр сығышы мәғәнәле, һәр һүҙе фәһемле. Уйға ла һала, дәртләндереп тә ебәрә, ғорурлыҡ тойғолары ла уята. Мораҡта ла уның аҡыллы һүҙҙәрен ишеттек. Мәрйәм апайыбыҙға йәштәр алдында өлкән быуын исеменән сығыш яһарға килде.

Түбәндәге һүҙҙәрен йәштәр ҙә хәтер йомғағына урап ҡуйһа:

– Беҙ иң боронғо халыҡтарҙанбыҙ. Меңйыллыҡтар башында уҡ тиерлек телгә алынған, карталарҙа билдәләнгән башҡорт XXI быуатҡа тиклем башҡорт булып йәшәй. Беҙ рухи яҡтан ныҡбыҙ. Йәнә лә милли мираҫыбыҙ йәшәтә. Әлегәсә үҙебеҙ булып йәшәүҙе дауам итәбеҙ, шул уҡ ваҡытта замандан да артта ҡалмайбыҙ: ҡурай ҙа тартабыҙ – органда ла уйнайбыҙ; боронғо “Һунарсы” бейеүен дә бейейбеҙ – “Сыңрау торна” легендаһын балет сәнғәте аша ла аңлатабыҙ. Әлегә саҡлы бишбармаҡ та бешерәбеҙ, ҡымыҙ ҙа бешәбеҙ, ҡорот та ыҫлайбыҙ, талҡан да тартабыҙ, кирәм менән үрмәләп солоҡ балын да йыябыҙ – заманса аш-һыу ҙа әҙерләй беләбеҙ. Милли көрәшебеҙҙе лә онотмағанбыҙ – Америкаға барып, бокс буйынса ла еңеп ҡайтабыҙ. Әкиәттәребеҙҙә телгә алынған сатраш уйынында ла, йәғни шашка ярышында тиҫтәләрсә дәғүәсене еңеп ҡайтабыҙ, боронғо гимныбыҙ “Урал”ды ла онотмайбыҙ, опералар башҡарып, донъя кимәленә лә сығабыҙ. Беҙҙең ояла торған бер нәмәбеҙ ҙә юҡ. Үҙебеҙҙе үҙебеҙ беләйек. Сөнки беҙ бай мираҫлы халыҡ һәм тарихыбыҙ тәрәнгә киткән, шул уҡ ваҡытта заман һулышын йәһәт кенә тойоп алырлыҡ яҡты зиһенлебеҙ ҙә. Иң мөһиме, үҙ–ара туған телдә һөйләшәйек.

Һүҙеңә ҡеүәт, ил инәһе булырҙай замандашыбыҙ!

Бөгөн шундай ҡыҙыҡ, дөрөҫөрәге, ҡыҙғаныс хәл күҙәтелә: ой, бөтәбеҙ, уй башҡорт теле бөтә, тип йөрөүселәрҙең балалары туған телен белмәй, өҫтәүенә, сит милләт менән дә ҡатышып, ейәндәре Даша ла Мишаға әйләнә.

Беҙҙең күп йәштәрҙең ихтирам иткән ағаһы, хатта тиңдәше рәтендә йөрөүсе журналист, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Азамат Юлдашбаевтың әйткән бер һүҙе бар: ”Минең янымда башҡорттар бер ҡасан да бөтмәйәсәк”. Ҡыҫҡа, тос һәм аңлайышлы. Һәр башҡорт шулай тиһә, телебеҙҙе юғалтыу проблемаһы бөтөнләй алға ҡуйылмаҫ ине.

Күгәрсендә йәштәр ҡоролтайын ойоштороу сараһында ла ул сығыш яһаны.

– Айырым бер милләт өсөн бер ерҙә лә, бер ҡасан да бер ниндәй ҙә өҫтәмә хоҡуҡтар булдырмаясаҡтар. Ҡыҙғаныс, әммә был ысынбарлыҡ. Беҙгә бер генә юл тороп ҡала – үҙебеҙҙе үҙебеҙ һаҡларға, яҡларға, бөгөнгө тормошҡа яраҡлашырға. Йәһүдтәр, татарҙар, ҡаҙаҡтар һымаҡ яраҡлашырға. Һәр кемдең бәхете – үҙ ҡулында.

60-сы йылдарҙа күтәрелгән, яңы уҡып ҡайтҡан ғалимдар, яҙыусылар, шағирҙар, дәүләт эшмәкәрҙәре тарафынан күтәрелгән милли рух, ғорурлыҡ тойғоһо бөгөн бахырлыҡҡа әйләнә бара. Беҙ һәр ваҡыт һуҡранабыҙ, кемдер беҙҙе рәнйетә. Беҙҙең телебеҙҙе ҡыҫалар, тиҙәр. Кем ҡыҫа һуң телебеҙҙе? Ғәйеплене гел ситтән эҙләйбеҙ. Әйҙәгеҙ, ғәйепте үҙебеҙҙән эҙләп ҡарайыҡ. Тырышып ҡарайыҡ. Ҡор йыйыусыларға теләгем бар: ҙур, аҡыллы, “бөҙрә” лозунгтар урынына ябай ғына эш эшләргә кәрәк, һәм уны һәр кем үҙенән башлаһын.

Күгәрсен районы башҡорттары ҡоролтайы үҙенә ниәттәр күҙаллаған, бурыстар билдәләгән. Был хаҡта урындағы рәйес Гөлфиә Искәндәрова һөйләне.

– Беҙгә алмаш кәрәк, – тине Гөлфиә Хәсән ҡыҙы. Ул йәштәр ҡоролтайының тәүге аҙымдары ныҡ булыуына өмөтләнә.

Район йәштәре ҡоролтайы, әлбиттә, оло ҡорҙоң ышаныслы бер өлөшө булараҡ эшләйәсәк. Әле Күгәрсен районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының йәштәр һәм спорт буйынса комиссияһын Гөлсиә Ғөбәйҙуллина етәкләй. Уның һүҙҙәренсә, йәштәр берҙәм булһа ғына, алға ҡуйылған маҡсаттарҙы лайыҡлы итеп үтәй аласаҡ. Сәләмәт тормош алып барыу, рухлы булыу, белем алыу, ғаилә ҡороу, балалар тәрбиәләү, әүҙем тормош позицияһында булыу, төрлө яҡтан үҫеү – беҙгә кәрәк эштәрҙең мөһимдәре былар.

Бөтәһе лә үҙеңдең бәләкәй генә аҙымыңдан башлана. Йәштәргә аҡ юл теләргә генә ҡала. Алда уларҙың халҡыбыҙ өсөн тырышыуҙары хаҡында бихисап яҡшы һүҙ ишетергә яҙһын.

Әйткәндәй, йыйылыш һуңында йәш һәләтле режиссерыбыҙ Таңсулпан Бураҡаева тәҡдим иткән фильм-йәнһүрәттәрҙе ҡарарға насип булды. Уларҙы ҡоролтайға килеүселәр ҙә күрһә, рухиәткә табан бер аҙым атланылар, тиергә булыр ине. Кеше өсөн эшләү кеше өсөн эшләүсене ихтирам итеүҙән башлана. Йәштәргә тағы бер аҡыл был.

Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.

 

Комментировать

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *