Улар милләткә хеҙмәт итә

IMG_2137Аҡ күңелле ағинәйҙәрҙе туплаған ойошма рухи, тәрбиәүи йүнәлештәге әүҙем эшмәкәрлеге менән йәмғиәттә үҙенең тотороҡло урынын тапты. Халҡыбыҙҙа борон-борондан булған ағинәйҙәр мәктәбен бөгөнгө заман талаптарына һәм ҡалыптарына яраҡлаштарып тергеҙеүҙә республика ойошмаһы рәйесе Гөлфиә Янбаева милли үҙаңын юғалтмаған, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлаған әбйәлилдәргә таянып эш итә.

IMG_2162Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа үткән сираттағы ҡорҙа ағинәйҙәр башҡарылған эштәрен барлап, киләсәккә маҡсаттар билдәләне.Район мәҙәниәт һарайында ауыл биләмәләре ағинәйҙәре ҙур күргәҙмә ҡорҙо. Милли аш-һыу, кейем, биҙәүестәр, ҡул эштәре күргәҙмәһенән саф башҡорт рухы бөркөлдө, сағыулыҡтан күҙҙәр ҡамашты. Күргәҙмәнең иң ҡиммәтле «экспонаттары» ағинәйҙәр үҙҙәре булды. Барыһы ла милли күлдәк-камзул тектергән, зауыҡлы һаҡал-ҡашмауҙар эшләп алған.

– Ағинәйҙәр ойошмаһы эшендә иң беренсе ауаз кейем булды. «Әйҙәгеҙ, барыбыҙ ҙа башҡортса кейенеп алайыҡ», – тигән саҡырыу ташлап, кейем менән башҡорт ҡатын-ҡыҙына ҡот, элекке бурыстарын ҡайтарҙыҡ, ысын башҡортлоҡ тойғоһон уяттыҡ. Ағинәй – ул милләткә хеҙмәт итеүсе, милләт усағын һаҡлаусы булырға тейеш, артабан инде эшебеҙҙе ошо юҫыҡта көйләмәксебеҙ. Бөгөнгө һөйләшеүҙә киләсәккә тап шундай маҡсаттар ҡуябыҙ, – тине Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы.

Йыйында төп ағинәй Роза Таһирова район ойошмаһының эше тураһында отчет тотто. Гөлфиә Янбаева Әбйәлил ағинәйҙәренең эшмәкәрлегенә ыңғай баһа бирҙе. Район хакимиәтенең эштәр идарасыһы Урал Хәлисов йәмәғәт ойошмаһының райондың ижтимағи тормошондағы ролен билдәләп, ағинәйҙәр алдына яңы бурыстар ҡуйҙы. Район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Линиза Сәғәҙиева бергәләп эшләргә тәҡдим итте. Иң әүҙем ағинәйҙәр республика ағинәйҙәр ойошмаһының һәм район башҡорттары ҡоролтайының Маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнде.

Г. ФӘТХУЛЛИНА.

Комментировать

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *