Барҙа йәмен арттырып

Һəр ауылдың йəмен арттырған, йəшəйешен тəьмин иткəн ҡатын-ҡыҙҙары була. Ауылыбыҙ уңғаны Таһирə Əжмəғолова нəҡ шундайҙарҙың береһе. Ул 30 йылдан ашыу мəҙəниəт өлкəһендə эшлəп, халҡыбыҙҙың йолаларын һаҡлауға, таратыуға, тормошобоҙҙо мəғəнəле, ҡыҙыҡлыраҡ итеүгə ҙур көс һала. Күп йылдар мəҙəниəт йорто мөдире вазифаһын да башҡара. Уйлап ҡараһаң, ул ауылдаштарын күпме матур саралар, иҫтə ҡалырлыҡ концерттар, кисəлəр менəн шатландырып, […]
Продолжить чтение…

 

Нефтекама йәштәренең ҡор йыйғаны

Диуарҙарҙы иңләп, ҡурайҙан “Урал” ағыла. Аяғүрә баҫҡан бөтәһенең дә ҡараштары уйсан, ғәмле. Борон-борондан ата-бабаларыбыҙ ҡор йыйып, ил, халыҡ ғәмен ҡайғыртҡанда, иң башта “Урал”ды тыңлар булғандар бит. Нефтекама ҡала башҡорт йәштәренең “Яҡты киләсәк беҙҙең ҡулда” тигән форумы ла тап тарихи гимныбыҙҙан башланыуы юҡҡа түгел, сөнки тап ошо сара, ошо ҡор тарих биттәренә уйылып ҡалмаҡсы.
Продолжить чтение…

 

Туған телен һаҡлаған — халҡының киләсәген яҡлаған

Башҡортостан Республикаһында туған телдәрҙе уҡытыуҙың төплө ойошторолоуы унда йәшәгән халыҡтарҙың да үҙ-ара татыу йәшәү гаранты булыуын илебеҙ Президенты билдәләп киткәйне. Ошо үтә яуаплы бурыстың төп күрһәткесе — туған телдәрҙе өйрәнгән балаларҙың белем кимәлен олимпиадалар аша билдәләү. Мәктәп программаһындағы башҡа предметтар кеүек үк, башҡорт теле ныҡлы өйрәнелергә, киләсәк быуындың аралашыу ҡоралы булараҡ, грамоталылыҡҡа йүнәлеш биреүсе төп […]
Продолжить чтение…

 

Заман йөҙөндә – милли асылыбыҙ

Тарихтан беҙҙе батыр халыҡ тип беләләр. Төрлө дәүерҙә йәшәгән сәсәндәребеҙ, олуғ шәхестәребеҙ төрки илдәрендә лә билдәле. Әммә олуғ шәхестәребеҙҙән үрнәк алып, бөгөн халыҡ булараҡ асылыбыҙға тоғро ҡалабыҙмы? Аңлы сәсән, аңлы батыр булыу, халыҡсанлығыбыҙ менән көслө булыу… Был бурыстарҙы нисегерәк атҡарабыҙ? Ата-бабаларҙың, тарихи батырҙарҙың рухын хөрмәтләгән халыҡ вәкиле заманының, үҙ халҡының сәсәне лә, мәргәне лә, үҙ […]
Продолжить чтение…

 

Пермь башҡорттары «Ҡарға бутҡаһы»на йыйылды

Ер-һыуға именлек, мул уңыш телəп үткəрелгəн йоланы мауыҡтырғысыраҡ итеү өсөн, сараны концерт-бəйге формаһында ойошторҙоҡ. Күңелле музыкаль уйындар ҙа ҡуштыҡ. Байрамдың үҙенсəлеге шунда булды: телəгəн кеше «Сулпан», «Ғилмияза» коллективтары менəн берлектə был боронғо йоланы башҡарыуҙа ҡатнаша алды быйыл. Был рух күтəренкелеге, берҙəмлек тойғоһо бүлəк иткəндер. Яңы ғына бешкəн бутҡа ашау ҙа күңелле күренеш булды. Бəйгегə килгəндə, […]
Продолжить чтение…

 

Учалы районында “Һаулығың – үҙ ҡулыңда” тигән семинар-кәңәшмә үтте

Учалы районында йәшәһәм дә, Мансур ауылын күргәнем юҡ ине. Көтмәгәндә юл төштө: үҙебеҙҙең Уральск ҡасабаһы ағинәйе Гөлниса Марс ҡыҙы Мансур ауылы ағинәйҙәренең “Һаулығың – үҙ ҡулыңда” тигән семенар-кәңәшмә үткәрәсәк икәнен хәбәр итте, һәм беҙ юлға сыҡтыҡ. Мәҙәниәт йорто алдында килгән ҡунаҡтарҙы Мансур ауылы хакимиәте башлығы Ишбулды Батыршин һәм  йырҙар йырлап, кәзә ҡымыҙы, буҙа менән һыйлап, […]
Продолжить чтение…

 

Ағинәйҙәр һүҙе – аҡылдың үҙе

«Киләсәккә юл һалғанда, боронғоларға боролоп ҡарау яҡшы”, тип әйткән бер аҡыллы кеше. Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа әүҙемләшеп киткән Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының “Ағинәй” республика йәмәғәт ойошмаһының эшмәкәрлеге тап ошо һүҙҙәргә таянып башҡарыла кеүек. Гәзит-журналдарҙан уҡып, радио-телевидениенан ишетеп-ҡарап, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ уҙғарған сараларға һоҡланмаған, уның кәрәклеген аңламаған кеше юҡтыр, моғайын. Сөнки бөтөн был сараларҙың маҡсаты – ул халҡыбыҙҙы  берләштереп, үткәнебеҙгә […]
Продолжить чтение…